Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Икмәкле дәүләт ҡеүәтле була
Икмәкле дәүләт ҡеүәтле була Баҫыуҙарҙа уңыш йыйып алынғас, йәйләүҙәрҙән малдар ҡураға ингәс, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең байрамын билдәләй. Тап ошо ваҡытта йылға йомғаҡ яһала, уңыштар барлана, хәл итәһе мәсьәләләр асыҡлана.
Байрам уңайынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡтың иң яҡшы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы, тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ихлас ҡотлап, иҫәнлек, именлек теләне:
– Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Бында бөгөн хужалыҡ уңғандары йыйылды. Башҡалар ҙа һеҙгә тиңләшһен ине. Республика игенселәре яҡшы уңыш йыйып алды, етерлек күләмдә орлоҡ, мал аҙығы тупланды. Башҡа күрһәткестәрҙе арттырыу буйынса ла тырышасаҡбыҙ.
Награда алыусыларҙың барыһын да күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙ­мәт берләштерә. Саҡмағош районынан килгән Илфир Зарипов Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативын ун дүрт йыл етәкләй. “Хужалығыбыҙ һыйыр малын, башҡорт аттарын үрсетеү буйынса уңышлы эшләй. Коллективыбыҙҙағы ун бер милләт кешеһе үҙ-ара дуҫ, бер-береһенә ярҙамсыл. Тыуған нигеҙҙе ҡорот­маҫ өсөн ауылымда төпләнергә булдым. Шуның менән бәхет­лемен”, – ти ул.
Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының 3-сө икмәк заводы дирек­торы Миңзилә Ғәлләмова өсөн дә шатлыҡлы көн ине. “Техно­лог­тан башлағайным, мастер булдым, хәҙер инде директор ва­зифа­һын башҡарам. Тәүлегенә егерме тонна ризыҡ етеште­рә­беҙ. Икмәге булған дәүләт ҡеүәтле. Бала саҡтан еҫен яраттым, алтынсы класта уҡығанда уҡ икмәк бешерә башланым. Буласаҡ һөнәремде һайлауҙа ла икмәккә булған һөйөү сәбәпсе булды”, – тине ул, ҡыуаныстан балҡып.


Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә