Баҫыуҙарҙа уңыш йыйып алынғас, йәйләүҙәрҙән малдар ҡураға ингәс, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре үҙҙәренең байрамын билдәләй. Тап ошо ваҡытта йылға йомғаҡ яһала, уңыштар барлана, хәл итәһе мәсьәләләр асыҡлана.Байрам уңайынан республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тармаҡтың иң яҡшы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы, тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрамдары менән ихлас ҡотлап, иҫәнлек, именлек теләне:
– Ысын йөрәктән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Бында бөгөн хужалыҡ уңғандары йыйылды. Башҡалар ҙа һеҙгә тиңләшһен ине. Республика игенселәре яҡшы уңыш йыйып алды, етерлек күләмдә орлоҡ, мал аҙығы тупланды. Башҡа күрһәткестәрҙе арттырыу буйынса ла тырышасаҡбыҙ.
Награда алыусыларҙың барыһын да күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт берләштерә. Саҡмағош районынан килгән Илфир Зарипов Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативын ун дүрт йыл етәкләй. “Хужалығыбыҙ һыйыр малын, башҡорт аттарын үрсетеү буйынса уңышлы эшләй. Коллективыбыҙҙағы ун бер милләт кешеһе үҙ-ара дуҫ, бер-береһенә ярҙамсыл. Тыуған нигеҙҙе ҡоротмаҫ өсөн ауылымда төпләнергә булдым. Шуның менән бәхетлемен”, – ти ул.
Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының 3-сө икмәк заводы директоры Миңзилә Ғәлләмова өсөн дә шатлыҡлы көн ине. “Технологтан башлағайным, мастер булдым, хәҙер инде директор вазифаһын башҡарам. Тәүлегенә егерме тонна ризыҡ етештерәбеҙ. Икмәге булған дәүләт ҡеүәтле. Бала саҡтан еҫен яраттым, алтынсы класта уҡығанда уҡ икмәк бешерә башланым. Буласаҡ һөнәремде һайлауҙа ла икмәккә булған һөйөү сәбәпсе булды”, – тине ул, ҡыуаныстан балҡып.