Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һәр бер тамсы тирең хеҙмәтеңдә сағыла...
Һәр бер тамсы тирең  хеҙмәтеңдә сағыла... Конгресс-холдың фойеһында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Бында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙа. Ауыл уңғандарының бай йөкмәткеле күргәҙмәһендә күгәрсен һөтө генә булмағандыр. “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡорт бройлеры”, “Ҡурай төбәге” предприятиелары, “Алексеевка” совхозы, “Рус игене” йәмғиәте, “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы, шулай уҡ Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Бүздәк, Белорет, Дәүләкән, Дыуан райондары фермерҙары һәм башҡалар үҙҙәре етештергән ит һәм һөт ризыҡтарынан, икмәк-ҡаластан, бал һәм емеш-еләктән ауыҙ иттерҙе.
Башҡортостан Башлығы Рөс­тәм Хәмитов юҡҡа ғына тел­мәрен хеҙмәт батырҙарына рәхмәт һүҙҙәре менән башламаны, сөнки аграрийҙар 3,25 миллион тоннанан ашыу иген үҫте­реп бураларға һалған, шул уҡ ваҡытта йәшелсә-емеш һәм картуф та бик уңған.
– Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәте­геҙгә, һис шикһеҙ, юғары баһа бирергә кәрәк, ул иҡтисадтың нигеҙен тәшкил итә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Бигерәк тә быйыл ҡаҙаныштар менән һөйөндөрҙөгөҙ. – “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә, үткән йылдарҙағы шикелле, республи­кабыҙҙың агросәнә­ғәт комплексы бик юғары баһа­лан­ды. Беҙҙең хужа­лыҡтар 309 ми­ҙал менән бүләкләнде, шу­ның күбеһе (186) – алтын! Яҙғы сәсеүҙе һәм ураҡты дөрөҫ ойоштороуға айырым туҡтал­ғы килә. Һуңғы йыл­дарҙа тәүге тап­ҡыр 1 сен­тябр­гә хәтлем ашлыҡтың 95 процентын йыйыуға өлгәштек.
Республика Башлығы иҡти­сад үҫешенә мул өлөш индергән Стәр­летамаҡ, Саҡ­мағош һәм Илеш ра­йондары эшсәндәрен маҡтап үтте. Шулай уҡ Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары уңған­дары ла һынатмаған.
Рәсәй Ауыл хужалығы ми­нистрлығының Үҫем­лексе­лек, үҫемлекте механизациялау, химик эшкәртеү һәм һаҡлау департаменты директоры Петр Чекмарев, баш­ҡортос­тандарҙы Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев исе­менән ҡот­лап, республиканың Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә тотош Рәсәй буйынса иген, шәкәр сөгөл­дөрө, картуф һәм йәшелсә-емеш етеш­тереүҙә лидер икәненә ба­ҫым яһаны.
Аҙаҡтан иң-иңдәргә дәү­ләт наградалары тапшырылды. Ә меха­низа­торҙар араһында ойош­торолған конкурс еңеүсе­ләре иһә еңел автомобиль асҡыстары алып ҡыуанды.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә