Конгресс-холдың фойеһында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Бында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылыш уҙа. Ауыл уңғандарының бай йөкмәткеле күргәҙмәһендә күгәрсен һөтө генә булмағандыр. “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡорт бройлеры”, “Ҡурай төбәге” предприятиелары, “Алексеевка” совхозы, “Рус игене” йәмғиәте, “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы, шулай уҡ Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Мәсетле, Бүздәк, Белорет, Дәүләкән, Дыуан райондары фермерҙары һәм башҡалар үҙҙәре етештергән ит һәм һөт ризыҡтарынан, икмәк-ҡаластан, бал һәм емеш-еләктән ауыҙ иттерҙе.Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов юҡҡа ғына телмәрен хеҙмәт батырҙарына рәхмәт һүҙҙәре менән башламаны, сөнки аграрийҙар 3,25 миллион тоннанан ашыу иген үҫтереп бураларға һалған, шул уҡ ваҡытта йәшелсә-емеш һәм картуф та бик уңған.
– Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙгә, һис шикһеҙ, юғары баһа бирергә кәрәк, ул иҡтисадтың нигеҙен тәшкил итә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Бигерәк тә быйыл ҡаҙаныштар менән һөйөндөрҙөгөҙ. – “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй күргәҙмәһендә, үткән йылдарҙағы шикелле, республикабыҙҙың агросәнәғәт комплексы бик юғары баһаланды. Беҙҙең хужалыҡтар 309 миҙал менән бүләкләнде, шуның күбеһе (186) – алтын! Яҙғы сәсеүҙе һәм ураҡты дөрөҫ ойоштороуға айырым туҡталғы килә. Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр 1 сентябргә хәтлем ашлыҡтың 95 процентын йыйыуға өлгәштек.
Республика Башлығы иҡтисад үҫешенә мул өлөш индергән Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Илеш райондары эшсәндәрен маҡтап үтте. Шулай уҡ Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары уңғандары ла һынатмаған.
Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Үҫемлекселек, үҫемлекте механизациялау, химик эшкәртеү һәм һаҡлау департаменты директоры Петр Чекмарев, башҡортостандарҙы Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Александр Ткачев исеменән ҡотлап, республиканың Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә тотош Рәсәй буйынса иген, шәкәр сөгөлдөрө, картуф һәм йәшелсә-емеш етештереүҙә лидер икәненә баҫым яһаны.
Аҙаҡтан иң-иңдәргә дәүләт наградалары тапшырылды. Ә механизаторҙар араһында ойошторолған конкурс еңеүселәре иһә еңел автомобиль асҡыстары алып ҡыуанды.