Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡара көҙгә уңыш келәттә!
Республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе районының “Искра” хужалығы баҫыуҙарында ураҡ тамамланды. Ул көйлө ойошторолдо, яғыулыҡҡа, техникаға ҡытлыҡ юҡ – барыһы ла алдан хәстәрләнде.

Төбәктә генә түгел, республика кимәлендә билдәле “Искра” кооперативы эшсәндәренең кәйефе көр: быйыл баҫыуҙар юғары уңыш менән һөйөндөрҙө. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Мостафин быйыл ерҙең дымға мул туйыныуына һөйөнөүен йәшермәй. Сирек быуат тыуған еренең ҡотон һаҡлап етәкселек иткән игенсенең күңеле көр.
– Ураҡ эштәре алты бригадала барҙы. Егеттәр һынатманы. Ә иң мөһиме – хужалыҡ миҙгел эштәре­нә етди әҙерлек менән килде. Һуңғы ике-өс йылда 50 миллион һумлыҡ яңы техника алыуға өлгәшеү үҙе үк бурысты бермә-бер еңеләйтте, – ти Рәмил Ғиниәт улы.
– Илфаҡ Боҫҡонов менән Румил Асҡаров – хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары, – тип таныштыра Ҡотлоюл бригадаһы бригадиры Урал Ибраһимов. – Компьютер менән идара ителгән “ҡорос ат”тар­ҙы тиҙ арала ауыҙлыҡлай алдылар. Көндө төнгә ялғап эшләгәнгә баҫыу эштәре ырамлы барҙы.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡта­ры икеһе лә берҙәй уңышлы алып барыла. Хужалыҡтың 27 мең гектар ере булһа, шуның 17 мең гектары – һөрөнтө майҙандар. Ырымбур яғынан ҡыуан елдәр иҫеп, һуңғы биш йылда ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡһа ла, заманса технологияларға таянып, мул уңыш үҫтерәләр. Көнбағыш быйыл, мәҫәлән, 5 мең 400 гектарҙа сәселде. “Бизнес-культура”ларға өҫтөнлөк бирелә: гәрсис, нут, етен, сорго үҫтереп тә һата хужалыҡ.
Малсылыҡтағы уңыштары менән дә тотош республикаға өлгө “Искра”. “500 ферма” программаһына ярашлы биш комплекс заманса төҫ алды. Әле хужалыҡта 5 300 баш һыйыр малы булһа, шуның бер меңе – һауын һыйырҙары. Көн дә 20 тоннаға ҡәҙәр һөт етештерәләр. 300-ләп йылҡы малы тотҡас, йәй ҡымыҙ яһап һатыу өсөн дә мөмкинлектәр бар.
Хужалыҡ иртәгәһен ҡайғыртып, күп сығымды төҙөлөшкә йүнәлтә. Мәҫәлән, көнбағыш һаҡлағысҡа, иген киптергескә ихтыяж күптән үҙен һиҙҙергәйне. Икенсе йыл инде яңы ҡоролмала көнбағыш, кукуруз орлоғо һәм башҡа бөртөклөләр киптерелә.
Эргәлә генә ҡатнаш аҙыҡ заводы, орлоҡ айырыу ҡоролмаһы сафҡа инде. Малҡайҙар йәйен йәшел үлән утлаһа, ҡышын төрлө витаминлы аҙыҡтан өҙөлмәй. Ә был етештереү­сәнлекте арттыра. Үҙҙәре сөй, гидравлик шланг етештереүҙе көйләгән. “Искра” хужалығында төҙөлөш эштә­рен атҡарыу өсөн экскаватор һәм башҡа кәрәкле техника ла етерлек, ситтән кеше эҙләмәйҙәр.
Тәжрибә туплау маҡсатында сит тарафтарға юлланыу бик файҙалы. Рәмил Ғиниәт улы Ырымбурҙағы, Татарстандағы алдынғы хужалыҡ­тарҙың эшмәкәрлеге менән таныш, хатта Израилдәге юғары кимәлдәге агросәнәғәт эшен күҙәтеп ҡайтҡан.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативы 11 ауылды берләштерә. Заманында яҡын-тирәләге хужалыҡ­тарҙы тарҡалыуҙан, бөлгөн­лөккә төшөүҙән һаҡлау өсөн үҙ ҡанаты аҫтына алған уларҙы. Һөҙөмтәлә 500-ҙән ашыу кешенең даими эш урыны бар, улар социаль яҡтан яҡланған, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, кооперативҡа таяналар. Яҡшембәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныс­лы: төбәк халҡы бик егәрле – күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә хеҙмәтсәндәргә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә, һатып та биреп тора.
– 90-сы йылдарҙан алып ауыл­дарҙа мәктәптәр, социаль объекттар төҙөнөк, белгестәр өсөн йорттар һалдыҡ. Йылына 30-ар йорт ҡалҡа ине Йәштәр урамында. Шуға ла эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булманы. Хәҙер һыу, газ бар, урамда – асфальт юл. Ауылда һис тә башҡа­ларҙан кәм йәшәмәйҙәр, тик эшлә, тырыш ҡына, – ти етәксе.
Көйөргәҙе районының бәҫен арттырған хужалыҡҡа Башҡортос­тандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, республиканың Почет грамотаһын алған абруйлы рәйес Рәмил Ғиниәт улы Мостафин етәк­селек итә. Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын тамамла­ған­дан һуң тыуған ауылы Яҡшембәткә ҡайтып төпләнгән. Юғары белемле йәш белгес хеҙмәт юлын баш инженер вазифаһында башлаған. Ете йылдан һуң хужалыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләгәндәр. Шул ваҡыттан алып тыуған еренең ҡөҙрәтен арттырып, ошо төйәк халҡының яҙмы­шы өсөн үҙендә оло яуаплылыҡ тойоп эшләй һәм йәшәй Рәмил Мос­тафин.
Иҡтисади көрсөк заманында ла һөт-ит етештереү ҡеүәтен арттырып, баҫыуҙарҙы сифатлы эшкәртеп килгән “Искра”ның уңған, тырыш хеҙмәтсәндәре ҡышты тулы келәт­тәр менән ҡаршылай.



Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә