Ҡара көҙгә уңыш келәттә!11.10.2016
Республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе районының “Искра” хужалығы баҫыуҙарында ураҡ тамамланды. Ул көйлө ойошторолдо, яғыулыҡҡа, техникаға ҡытлыҡ юҡ – барыһы ла алдан хәстәрләнде.
Төбәктә генә түгел, республика кимәлендә билдәле “Искра” кооперативы эшсәндәренең кәйефе көр: быйыл баҫыуҙар юғары уңыш менән һөйөндөрҙө. Хужалыҡ етәксеһе Рәмил Мостафин быйыл ерҙең дымға мул туйыныуына һөйөнөүен йәшермәй. Сирек быуат тыуған еренең ҡотон һаҡлап етәкселек иткән игенсенең күңеле көр.
– Ураҡ эштәре алты бригадала барҙы. Егеттәр һынатманы. Ә иң мөһиме – хужалыҡ миҙгел эштәренә етди әҙерлек менән килде. Һуңғы ике-өс йылда 50 миллион һумлыҡ яңы техника алыуға өлгәшеү үҙе үк бурысты бермә-бер еңеләйтте, – ти Рәмил Ғиниәт улы.
– Илфаҡ Боҫҡонов менән Румил Асҡаров – хужалыҡтың тәжрибәле механизаторҙары, – тип таныштыра Ҡотлоюл бригадаһы бригадиры Урал Ибраһимов. – Компьютер менән идара ителгән “ҡорос ат”тарҙы тиҙ арала ауыҙлыҡлай алдылар. Көндө төнгә ялғап эшләгәнгә баҫыу эштәре ырамлы барҙы.
Малсылыҡ, игенселек тармаҡтары икеһе лә берҙәй уңышлы алып барыла. Хужалыҡтың 27 мең гектар ере булһа, шуның 17 мең гектары – һөрөнтө майҙандар. Ырымбур яғынан ҡыуан елдәр иҫеп, һуңғы биш йылда ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡһа ла, заманса технологияларға таянып, мул уңыш үҫтерәләр. Көнбағыш быйыл, мәҫәлән, 5 мең 400 гектарҙа сәселде. “Бизнес-культура”ларға өҫтөнлөк бирелә: гәрсис, нут, етен, сорго үҫтереп тә һата хужалыҡ.
Малсылыҡтағы уңыштары менән дә тотош республикаға өлгө “Искра”. “500 ферма” программаһына ярашлы биш комплекс заманса төҫ алды. Әле хужалыҡта 5 300 баш һыйыр малы булһа, шуның бер меңе – һауын һыйырҙары. Көн дә 20 тоннаға ҡәҙәр һөт етештерәләр. 300-ләп йылҡы малы тотҡас, йәй ҡымыҙ яһап һатыу өсөн дә мөмкинлектәр бар.
Хужалыҡ иртәгәһен ҡайғыртып, күп сығымды төҙөлөшкә йүнәлтә. Мәҫәлән, көнбағыш һаҡлағысҡа, иген киптергескә ихтыяж күптән үҙен һиҙҙергәйне. Икенсе йыл инде яңы ҡоролмала көнбағыш, кукуруз орлоғо һәм башҡа бөртөклөләр киптерелә.
Эргәлә генә ҡатнаш аҙыҡ заводы, орлоҡ айырыу ҡоролмаһы сафҡа инде. Малҡайҙар йәйен йәшел үлән утлаһа, ҡышын төрлө витаминлы аҙыҡтан өҙөлмәй. Ә был етештереүсәнлекте арттыра. Үҙҙәре сөй, гидравлик шланг етештереүҙе көйләгән. “Искра” хужалығында төҙөлөш эштәрен атҡарыу өсөн экскаватор һәм башҡа кәрәкле техника ла етерлек, ситтән кеше эҙләмәйҙәр.
Тәжрибә туплау маҡсатында сит тарафтарға юлланыу бик файҙалы. Рәмил Ғиниәт улы Ырымбурҙағы, Татарстандағы алдынғы хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге менән таныш, хатта Израилдәге юғары кимәлдәге агросәнәғәт эшен күҙәтеп ҡайтҡан.
“Искра” ауыл хужалығы кооперативы 11 ауылды берләштерә. Заманында яҡын-тирәләге хужалыҡтарҙы тарҡалыуҙан, бөлгөнлөккә төшөүҙән һаҡлау өсөн үҙ ҡанаты аҫтына алған уларҙы. Һөҙөмтәлә 500-ҙән ашыу кешенең даими эш урыны бар, улар социаль яҡтан яҡланған, ниндәй киҫкен мәсьәлә тыуһа ла, кооперативҡа таяналар. Яҡшембәт, Ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Абдул, Яҡуп, Түбәнге Баба бригадалары бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк халҡы бик егәрле – күпләп мал көтә, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужалыҡ иһә хеҙмәтсәндәргә игенде, мал аҙығын эш хаҡы иҫәбенә лә, һатып та биреп тора.
– 90-сы йылдарҙан алып ауылдарҙа мәктәптәр, социаль объекттар төҙөнөк, белгестәр өсөн йорттар һалдыҡ. Йылына 30-ар йорт ҡалҡа ине Йәштәр урамында. Шуға ла эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ булманы. Хәҙер һыу, газ бар, урамда – асфальт юл. Ауылда һис тә башҡаларҙан кәм йәшәмәйҙәр, тик эшлә, тырыш ҡына, – ти етәксе.
Көйөргәҙе районының бәҫен арттырған хужалыҡҡа Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, республиканың Почет грамотаһын алған абруйлы рәйес Рәмил Ғиниәт улы Мостафин етәкселек итә. Башҡортостандың ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң тыуған ауылы Яҡшембәткә ҡайтып төпләнгән. Юғары белемле йәш белгес хеҙмәт юлын баш инженер вазифаһында башлаған. Ете йылдан һуң хужалыҡ етәксеһе итеп тәғәйенләгәндәр. Шул ваҡыттан алып тыуған еренең ҡөҙрәтен арттырып, ошо төйәк халҡының яҙмышы өсөн үҙендә оло яуаплылыҡ тойоп эшләй һәм йәшәй Рәмил Мостафин.
Иҡтисади көрсөк заманында ла һөт-ит етештереү ҡеүәтен арттырып, баҫыуҙарҙы сифатлы эшкәртеп килгән “Искра”ның уңған, тырыш хеҙмәтсәндәре ҡышты тулы келәттәр менән ҡаршылай.