Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Нурис”ҡа килегеҙ!
“Нурис”ҡа  килегеҙ! Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтары кинәт кенә тарҡалғас, Сафар ауылы халҡы яңы инвестор килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Билдәһеҙлек осоронда ир-ат аңҡы-тиңке килде, өлгөрҙәр Себергә һыпыртты, бүтән урынға сығып аҡса табыусылар ҙа күренде. Күп тә үтмәне сафарҙарға ҡояш йылмайҙы. Ҡыҫҡаһы, яңы ғына ойошторолған “Нурис” йәмғиәте кешеләрҙе эшле лә, ашлы ла итте. Ойошманың етәксеһе Рөстәм Исаков сығышы менән Үзбәкстандан булһа ла, Рәсәйҙә ауыл хужалығы буйынса юғары белем алған, бай тәжрибә туплаған. 2009 йылда инвестор уға ошо ауылды ышанып тапшырған.


Бөгөн йәмғиәт үҙенең күрһәткестәре менән һөйөндөрә. Төп йүнәлеш — малсылыҡ менән игенселектә һынатмайҙар, ә быйыл йәшелсәселеккә лә тотондолар.
— Ауыл уңғандары менән йәмле, — тип ҡаршы алды беҙҙе баш зоотехник Риф Байбурин. — Фермала 1100 баш һыйыр малы аҫралһа, шуның 485-е — һауын һыйыры. Әле һигеҙ айҙа һәр һыйырҙан 4 600 килограмм һөт һауыуға өлгәштек. Беҙ көн дә Миәкә һөт заводына юғары сортлы 10 тонна “аҡ” оҙатабыҙ.
Шул иғтибарға лайыҡ: “Нурис” йәмғиәте йыл аҙағына һәр һыйырҙан 7100 килограмм һөт һауыуҙы план итеп алған. Ферма мөдире Гөлнара Ғатауллина әйтеүенсә, бер һауынсы 50 һыйыр һауа, фермала бөтә эш автоматлаштырылған. Алдынғы тәжрибә туплау маҡсатында Свердловск өлкәһенә йөрөйҙәр икән, мегафермалар эшмәкәрлеге менән танышыуҙан кем баш тартһын. Ә иң ҡыуаныслыһы – үҙ көстәре менән тағы ике һөтсөлөк фермаһында төҙөлөштө тамамларға уйлайҙар.
Күмәк малға яҡшы мал аҙығын туплауҙары хаҡында баш агроном Ринат Ғүмәров һөйләне. 2 280 гектарға йәйелгән баҫыу юғары уңыш биргән, әлбиттә, етерлек бесән, сенаж әҙерләнгән.
Рөстәм Исак улы Башҡортостан еренә ғашиҡ һәм һәр саҡ беҙҙең тәбиғи байлыҡ һаналған уңдырышлы ер, мул һыу, башҡа шарттарға хайран ҡала. Беҙ ҙә “рәхәтләнеп ер эше менән шөғөлләнергә мөмкин” тигән фекерҙе тик унан ишеттек. Быны иҫбат итеп ул яңы ғына асылған теплица эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Өс гектар ерҙе биләгән йәшелсә, еләк-емеш майҙаны быйыл тәүге уңышы менән һөйөндөргән дә инде. “Геракл” сортлы ҡыярҙы икенсе тапҡыр сәсеү юғары һөҙөмтә биргән, помидор теплицаһында уңыштың өлгөргән сағына тура килдек.
Теплица хужаһы Өмөт Тимеров аңлатыуынса, улар һәр саҡ тәбиғи ашлама ҡулланыу яғында, шуға күрә лә помидор-ҡыярҙары ашап туйғыһыҙ.



Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Шишмә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә