Ҡасандыр гөрләп торған хужалыҡтары кинәт кенә тарҡалғас, Сафар ауылы халҡы яңы инвестор килеүен түҙемһеҙләнеп көттө. Билдәһеҙлек осоронда ир-ат аңҡы-тиңке килде, өлгөрҙәр Себергә һыпыртты, бүтән урынға сығып аҡса табыусылар ҙа күренде. Күп тә үтмәне сафарҙарға ҡояш йылмайҙы. Ҡыҫҡаһы, яңы ғына ойошторолған “Нурис” йәмғиәте кешеләрҙе эшле лә, ашлы ла итте. Ойошманың етәксеһе Рөстәм Исаков сығышы менән Үзбәкстандан булһа ла, Рәсәйҙә ауыл хужалығы буйынса юғары белем алған, бай тәжрибә туплаған. 2009 йылда инвестор уға ошо ауылды ышанып тапшырған.Бөгөн йәмғиәт үҙенең күрһәткестәре менән һөйөндөрә. Төп йүнәлеш — малсылыҡ менән игенселектә һынатмайҙар, ә быйыл йәшелсәселеккә лә тотондолар.
— Ауыл уңғандары менән йәмле, — тип ҡаршы алды беҙҙе баш зоотехник Риф Байбурин. — Фермала 1100 баш һыйыр малы аҫралһа, шуның 485-е — һауын һыйыры. Әле һигеҙ айҙа һәр һыйырҙан 4 600 килограмм һөт һауыуға өлгәштек. Беҙ көн дә Миәкә һөт заводына юғары сортлы 10 тонна “аҡ” оҙатабыҙ.
Шул иғтибарға лайыҡ: “Нурис” йәмғиәте йыл аҙағына һәр һыйырҙан 7100 килограмм һөт һауыуҙы план итеп алған. Ферма мөдире Гөлнара Ғатауллина әйтеүенсә, бер һауынсы 50 һыйыр һауа, фермала бөтә эш автоматлаштырылған. Алдынғы тәжрибә туплау маҡсатында Свердловск өлкәһенә йөрөйҙәр икән, мегафермалар эшмәкәрлеге менән танышыуҙан кем баш тартһын. Ә иң ҡыуаныслыһы – үҙ көстәре менән тағы ике һөтсөлөк фермаһында төҙөлөштө тамамларға уйлайҙар.
Күмәк малға яҡшы мал аҙығын туплауҙары хаҡында баш агроном Ринат Ғүмәров һөйләне. 2 280 гектарға йәйелгән баҫыу юғары уңыш биргән, әлбиттә, етерлек бесән, сенаж әҙерләнгән.
Рөстәм Исак улы Башҡортостан еренә ғашиҡ һәм һәр саҡ беҙҙең тәбиғи байлыҡ һаналған уңдырышлы ер, мул һыу, башҡа шарттарға хайран ҡала. Беҙ ҙә “рәхәтләнеп ер эше менән шөғөлләнергә мөмкин” тигән фекерҙе тик унан ишеттек. Быны иҫбат итеп ул яңы ғына асылған теплица эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Өс гектар ерҙе биләгән йәшелсә, еләк-емеш майҙаны быйыл тәүге уңышы менән һөйөндөргән дә инде. “Геракл” сортлы ҡыярҙы икенсе тапҡыр сәсеү юғары һөҙөмтә биргән, помидор теплицаһында уңыштың өлгөргән сағына тура килдек.
Теплица хужаһы Өмөт Тимеров аңлатыуынса, улар һәр саҡ тәбиғи ашлама ҡулланыу яғында, шуға күрә лә помидор-ҡыярҙары ашап туйғыһыҙ.