Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ни сәсһәң, шуны урырһың…
Ни сәсһәң, шуны урырһың… Иҡтисадтың һәр тармағы бер-береһе менән тығыҙ бәйле. Сит илдәр менән алыш-биреште ҡыҫҡартып, үҙебеҙ етештергәнде генә ҡулланайыҡ тип лаф орғанда быны асыҡ тойҙоҡ. Баҡтиһәң, әлегә бер нисек тә башҡа тарафтарға ҡул һонмайынса булмай икән. Мәҫәлән, малсылыҡты ишәйтәйек тиһәк, уны туҡландырыр, аҫрар өсөн сифатлы ашлыҡтың етерлек булыуы мөһим. Бер ҡараһаң, быныһы ла әллә ни ҙур проблема түгел кеүек. Рәсәй донъяла үҙенең иң сифатлы ерҙәре менән дан тота.


Үкенескә ҡаршы, был йыл­дарҙа туйындырыусы ер хужа­һыҙ­ға әүерелде. Мәҫәлән, һуңғы ун биш йылда сәсеүлектәр май­ҙаны 15 миллион гектарға кәмене. Ә ун йыл самаһы ташландыҡ ятҡан һөрөнтө ерҙең артабан ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яраҡһыҙ булыуы һәр кемгә мәғлүм. Ер-әсә эшкәртелеп, уңыш биреп, халҡын туйҙырғанда ғына, уны байлыҡ сығанағы тип атарға мөмкин. Ә бит Рәсәйҙәге сәсеүлектәр майҙаны үҙебеҙҙе генә түгел, ярты донъяны туйҙырырға етә.
Ни сәсһәң, шуны урырһың тигәндәй, бураҙналарға һалыу өсөн сәсергә сифатлы орлоғо ла кәрәк бит әле. Күптән түгел Стәрлетамаҡ районында үткән төбәк-ара кукуруз һәм көнбағыш баҫыуы көнөндә лә һүҙ башлыса ошо хаҡта барҙы.
– 2030 йылға Рәсәй иген етеш­тереүҙе 130 миллион тоннаға еткерергә тейеш, был илдә һәр кешегә яҡынса берәр тонна тура килә тигән һүҙ. Кукуруз үҫтер­мәйенсә тороп беҙ уңышҡа өлгәшә алмаясаҡбыҙ, – тине Рәсәй Ауыл хужалығы министр­лығының үҫемлекселек һәм үҫемлектәрҙе механизациялау, химик эшкәртеү, һаҡлау буйынса департаменты директоры Петр Чекмарев. – Уға алмаш культура юҡ. Был осорға кукурузды игенгә етештереүҙе 25 миллион тоннаға еткереү шарт.
Бөгөн Рәсәй донъяла кукуруз үҫтереү буйынса 12-се урынды биләй. Һуңғы биш йылда ғына был культураны үҫтереү биш тапҡырға арттырылды.
Белгестәр әйтеүенсә, кукуруз ҡоролоҡло йылдарҙа ла бирешеп бармауы менән отошло. Хатта быйыл республикала башҡа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар гектарынан уртаса егерме центнер самаһы уңыш биргәндә, кукуруз­дыҡы илленән ашып киткән. Ҡыҫҡаһы, Башҡортостан игенсе­ләре кукуруздың табышлы үҫем­лек икәнлеген аңлап өлгөрҙө. Уны уңайлы тәбиғәт шарттарында игенгә йыйып булһа, йыл насар килһә, силос өсөн дә файҙаланырға була. Бығаса ул башлыса мал аҙығы өсөн үҫтерелһә, былтырғы йылдан иген итеүгә етди иғтибар бирелә, сөнки малсылыҡ, ҡошсолоҡ һәм сусҡасылыҡ өсөн файҙалы аҙыҡ етештереүгә ҡулай ул. Малсы­лыҡта юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү, һөт күләмен арттырыу йәһәтенән дә уның әһәмиәте ҙур.
Бөгөн республикала силос өсөн кукуруз сәсеүлектәре 71 мең гектар майҙанды тәшкил итә. Былтыр иген өсөн 18 мең гектар майҙанда сәселһә, быйыл 23 меңгә етте. Алдағы йылдарҙа был һанды тағы ла арттырыу бурысы ҡуйыла. Мәҫәлән, силосҡа – 150 мең, ашлыҡҡа 50 мең гек­тарға еткереләсәк тип күҙаллана. Әлбиттә, уны үҫтереү, йыйыу өсөн махсус техниканың булыуы шарт. Был юҫыҡта республика етәкселеге хужалыҡтарға иген таҙартыу, киптереү ҡоролмалары, сәсеү, йыйыу машиналары алыу өсөн ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Орлоҡ. Әлбиттә, барлыҡ эшмәкәрлекте фән менән бергә алып барғанда ғына ниндәйҙер һөҙөмтә, уңыш көтөргә мөмкин. Рәсәйҙең кукуруз һәм көнбағыш орлоғо етештереүсе селек­ционерҙары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн сәсеү эштәренә тотонған һәр игенсе ошо өлкәгә төп иғтибарҙы бүлергә тейеш. Юғиһә ҡайҙандыр орлоҡ алып, әллә күпме аҡса түгеп, тишек кәмәгә ултырғандар ҙа юҡ түгел. Петр Чекмарев был йәһәттән уяу булырға саҡырҙы. Мәҫәлән, был юҫыҡта селекция эше уңышлы алып барылған Краснодар крайының “Кубань” кукуруз орлоғо етештереү заводы, “Агроплазма” селекция-орлоҡсолоҡ компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү отошло буласағын билдәләне.
Хәҙер сит илдәрҙекенән ҡай­тыш булмаған орлоҡто илдең көньяғында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә, шул иҫәптән Волга буйы федераль округында ла үҫтерергә мөмкин. Быға сарала ҡатнашҡандар үҙҙәре шаһит булды. Райондың Калинин исемен­дәге хужалығында кукуруздың һәм көнбағыштың ситтән килте­релгән, шулай уҡ үҙебеҙҙең 120 гибриды һәм сорты сәселгәйне. Иген өсөн үҙебеҙҙең орлоҡтар һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте, ә силос алыу өсөн импорт орлоғонан да артып китте.
Илдә яҡын йылдарҙа көнба­ғыш етештереүҙе 15 миллион тоннаға еткереү күҙаллана. Был юҫыҡта ла белгестәр импорт орлоҡтан бәйлелектән ҡотолоп, үҙебеҙҙең селекционерҙар уйлап сығарғанды әүҙемерәк ҡулла­нырға саҡырҙы. Бөтә технология­ларҙы, урындағы климат үҙен­сәлеген теүәл үтәп, ваҡытында минераль ашламалар индер­гәндә, бына тигән уңыш алырға мөмкин. Йәнә селекция эшенә йәштәрҙе йәлеп итеү, уларҙың белемен арттырыу, фән әһел­дәренә дәртләндереү саралары ҡулланыу зарурлығы ла көн үҙәгендә булырға тейеш.
Кукуруз... Алтмыш йылдан һуң Рәсәй Хөкүмәте йәнә кукурузды иҫкә төшөрҙө. “Хрущевтың ҡара­ры дөрөҫ булған. Әммә уйлап эш итергә, элекке кеүек бөтә баҫыуҙарҙы кукуруз менән ҡаплап алырға түгел, ә уңыш бирерҙәй төбәктәрҙе һайларға кәрәк, сөнки ит һәм һөт етештереүҙә уның файҙаһы ҙур”, – тине Рәсәй ауыл хужалығы министры Александр Ткачев бер сығышында.
Өлкән быуындың, кукуруз икмәген, колбасаһын ашай торғайныҡ, тигәне хәтерҙә уйылып ҡалған. Ысынлап та, уҙған быуат урталарында СССР-ҙа кукуруз “биҙгәге” башлана. 1956 йылда Мәскәүҙә кукуруз буйынса Бөтә Союз семинары үтә. Хрущев уны илде туйҙырасаҡ икенсе икмәк тип рәсми рәүештә иғлан итә. “Иптәштәр, кукуруз – колхозсыларҙың ҡулындағы танк. Ул беҙгә аҙыҡ-түлек өлкәһендәге көрсөктө йырып сығырға ярҙам итәсәк”, – тип сығыш яһай ул саҡ­та генераль секретарь һәм был культураны Ҡаҙағстандан Таймырға ҡәҙәр сәсергә кәрәклеген әйтә.
СССР-ҙа кукуруз сәсеүлектәре 1954 йылда 3,5 миллион гектар тәшкил итһә, 1960 йылға ул 28 миллион гектарға, йәғни үҙләш­терелгән сиҙәм ерҙәр күләменә етергә тейеш була. Днепропет­ровскиҙа һалҡынға сыҙамлы сорттар уйлап табыу өсөн Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты ойошторола. Селекция эшенә һәм агротехник сараларға илдең вуздары, Тимирязев исе­мендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы ғалимдары йәлеп ителә.
Өҫтән команда булғас, яҡшы булып күренеү өсөн ниндәй генә аҙымға бармайҙар. Хатта арыш, бойҙай үҫтергән иң уңдырышлы ерҙәргә лә кукуруз сәсеп бөтәләр. Климатҡа ла, уны эшкәртеү өсөн ауыл хужалығы инфраструктураһының булыу-булмауына ла ҡарамайҙар. Был эшкә комсомолдар дәррәү күтәрелә. Ҡайһы бер урындарҙа хатта уны “комсомол культураһы” тип тә ебәрәләр. Мәктәп һайын уҡыусылар бригадаһы төҙөлә, биология дәрестәрендә улар яңы үҫемлекте ныҡлап өйрәнә, йәйен баҫыуҙарҙа практика үтә. Әлбиттә, күпте күргән өлкәндәр быға шикләнеп тә ҡарай.
Был осорҙа күпләп ултыртыу өсөн һалҡынға сыҙамлы орлоҡ булмай. Ҡара тупраҡһыҙ ерҙәргә йылылыҡ яратҡан “молдавия” сорттарын сәсәләр, һуңғараҡ насар сифатлы сит ил орлоҡтарын да бураҙнаға һала башлайҙар. Бары Украинала, Молдавияла, Төньяҡ Кавказда ғына Американан алынған сорттарҙы ҡулла­налар.
1956 йылда Үҙәк Комитеттың беренсе секретары Никита Хрущев ит һәм һөт ризыҡтары етештереү буйынса “Американы ҡыуып етергә һәм уҙып китергә” тигән саҡырыу менән сығыш яһай. Тиҙ һәм шәп уңыш бирә торған кукуруз сәсеүлектәрен бығаса булмағанса арттырыу тәҡдим ителә. 1957 – 1959 йылдарҙа техник һәм мал аҙығы культуралары иҫәбенә кукуруз баҫыуҙары яҡынса утыҙ процентҡа арттырыла. Бер аҙҙан “баҫыу батшаһы” бөтә илде баҫып ала. Бер нисә йылдан Хрущев АҠШ-тың Айова штатында билдәле фермерҙың баҫыуында була. Рокууэл Гарста әфәнде юғары уңышлы гибрид кукурузы үҫтергән. Ил башлығы АҠШ тәжрибәһен ҡулланырға саҡыра. 1959 йылдан кукуруз баҫыуҙары йылдам арта. Әгәр 1956 йылда 18 миллион гектар тәшкил итһә, 1962 йылда 37 миллионға етә ул. Хатта йылылыҡ яратҡан һәм емешләнә алмаған үҫемлекте Вологда өлкәһенә ҡәҙәр төньяҡ төбәктәрҙә лә үҫтерәләр. Мәҫәлән, 1953 – 1960 йылдарҙа ғына Көнбайыш Себерҙә кукуруз сәсеүлектәре 2,1 мең гектарҙан 1,6 миллион гектарға тиклем еткерелә. Әйткәндәй, һан сифатты арттырмаған – игенгә был осорҙа уртаса 7,2 мең гектар ғына ҡалдырыла. Уңыш та түбән була – гектарынан 7,5 центнер ғына тәшкил итә. Мал аҙығы өсөн үҫтерелгән кукуруз уңышы, әлбиттә, һәйбәтерәк була: уңыш күләме дүрт тапҡырға арта, гектарынан 100 центнерға етә. Әммә ҡара тупраҡһыҙ ерҙә ғәҙәти күп йыллыҡ үләндән уңыш ике-өс тапҡырға ҡыйбатыраҡҡа төшә.
Бер үк ваҡытта АҠШ-тан, Канаданан кукуруздың гибрид сорттары һатып алына, улар Төньяҡ Кавказда, Украинала, Молдавияла уңышлы үҫтерелә. Әлбиттә, үҙебеҙҙең сорттарға ҡарағанда илле процентҡа күберәк уңыш биреүе менән ота. Һөҙөмтәлә был төбәктәрҙә малсылыҡ нығына, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү яҡшыра.
Кукуруз икмәге, колбасаһы, таяҡсалары, киҫәксәләре барлыҡҡа килә. Ошо үҫемлеккә арналған фильмдар донъя күрә, йырҙар, шиғырҙар ижад ителә. 1956 йылда “Кукуруз” тигән айлыҡ журнал сыға башлай. Ул тулыһынса ошо культураға бағышлана.
Әммә 1960 йылда, хаҡ артыу сәбәпле, Америка һәм Канаданың орлоғон һатып алыу туҡтатыла. Хәҙер Төньяҡ Америка технологияһы буйынса яҡшыртылған үҙебеҙҙең сорттарҙы сәсергә ҡарар итәләр. 1964 йылда сәсеүлектәрҙең күбеһе һәләк була, уңыш насарлана. Шулай итеп, алдан әҙерлекһеҙ башланған кампания тиҙҙән үҙен һиҙҙертә. Илдә икмәк өсөн иген етешмәй. Аҡ бойҙай икмәге күп төбәктәрҙә кәштәләрҙән юғала, ә ҡара икмәккә кукуруз, борсаҡ онон ҡушып бешерәләр. 1963 йылда СССР һуғыштан һуң тәүге тапҡыр игенде ситтән һатып ала. Әлбиттә, был культураны үҫтереүгә әҙерлек булмай тиерлек. Беренсенән, кукуруз йылы ярата, икенсенән, уны ашлау, туҡландырыу өсөн минераль матдәләр юҡ. Насар эшләүселәрҙе йыйылыштарҙа тикшерәләр, күп етәкселәрҙе вазифаһынан бушаталар, совхоз, колхоз рәйестәрен партиянан сығаралар.
1964 йылда Леонид Брежнев власҡа килгәс, кукуруз үҫтереү тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлана, хатта ҙур уңыш биргән төбәктәрҙә лә уның сәсеүлектәре бөтөрөлә. 70-се йылдарҙа ул Төньяҡ Кавказда ғына үҫтерелә. Шулай ҙа ошо культураның юғары уңышы уны үҫтереүҙең файҙалы икәненә дәлил була. 1980 – 1990 йылдарҙа кукурузды йәнә сәсә башлайҙар. Хәҙер инде ул иген өсөн ҡара тупраҡлы зонала, Урта Волга буйында, Көньяҡ Уралда, шулай уҡ Алыҫ Көнсығышта (Амур өлкәһе, Приханкай уйһыулығы) үҫтерелә.
Әле Рәсәйҙә кукуруз 4 миллион гектар майҙанда үҫтерелһә, шуның 2,5 миллион гектары игенгә китә, 1,54 миллионы силосҡа һалына. Киләсәктә сәсеүлектәрҙе арттырыу өсөн сифатлы орлоҡ мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Бөгөн 50 мең тонна орлоҡ үҙебеҙҙеке булһа, 34 меңе ситтән алына. Әлбиттә, киләсәктә кукуруз крахмалы етештереү йәһә­тенән дә ҙур эш тора, сөнки был йүнәлеш бөтөнләй үҫешмәгән. Йәнә кукуруздың үҙен генә түгел, уны эшкәртеп һатыу буйынса ла өйрәнәһе бар. Бөгөн илдә 24 кукуруз заводы 60 мең тоннаға ҡәҙәр орлоҡ етештерә. Уларҙы яңыртып ҡорғанда, был һанды 90 мең тоннаға тиклем еткерергә мөмкин. Бынан тыш, 25 миллион тонна самаһы кукуруз алыу өсөн йәнә өҫтәмә рәүештә 2 миллиард һумлыҡ 3,4 мең сәскес, 51 миллиард һумлыҡ 8,5 мең комбайн һатып алырға кәрәк буласаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704