Фермер Александр Степанов, яҡшы сифатлы бесән әҙерләп, һатыуҙан ғына ла миҙгелдә 1,5 миллион һум табыш ала Шаран районының Юность ауылы фермеры Александр Степановтың ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында үҙе етәкселек иткән крәҫтиән-фермер хужалығын тотороҡло үҫеш юлына сығарыуы хаҡында ишетеп өлгөргәйнем инде. Быға уның агросәнәғәт өлкәһендә оло тәжрибәгә эйә булыуы, алдынғы технологияларҙы биш бармағы кеүек белеүе, заманында Мичурин исемендәге совхозда баш инженер һәм директор булып эшләп, ҙур хужалыҡ мәктәбен үтеүе ярҙам итмәй ҡалмағандыр.– Районда ла ныҡлы ышаныс күрһәттеләр. Һуңғы ике йылда хужалыҡтың ер биләмәһен тағы 500 гектарға киңәйтергә мөмкинлек бирҙеләр, – тине беҙгә Александр Аввакумович. – Хәҙер беҙҙә эшкәртелгән һәм сәсеү әйләнешенә индерелгән ерҙәр 1077 гектарға тула. Шуның 545 гектарында бөртөклө культуралар үҫтерәбеҙ. Үҙемдең тәжрибәмә таянып, хужалыҡта алдынғы агрокультураға киң юл астым. Яҡшы сифатлы иген етештереү өсөн тәү сиратта орлоҡсолоҡ һәм селекция буйынса эште яҡшыртыуҙы алғы планға ҡуйҙыҡ, тип әйтергә була. Мәҫәлән, былтыр арпаның “cаша” тигән супер-элиталы сортына баҫыу түренән урын биргәйнем. Гектар ҡеүәте 37 центнер тәшкил итте. Тик быйыл беҙҙең яҡтарҙа йәйҙең ҡоролоғо бәкәлгә ныҡ һуҡты, шуға бөртөклө культураларҙың төшөмө лә күпкә ҡайтышыраҡ булды. Әммә беҙҙе сираттағы тапҡыр “памяти Кунакбаева” сортлы арыш ҡотҡарҙы, гектарынан 18 центнер төшөм бирҙе. Алдағы уңыш хаҡында хәстәрләп, беҙ былтыр “волжская качественная” сортлы көҙгө бойҙайҙың 1-се репродукциялы орлоғон сәскәйнек. Шул ергә ашламаһын да мул ғына индерҙек, ләкин йәйге айҙарҙағы ҡоролоҡ культураның уңышын да кәметте. Беҙҙе бөгөн тағы шул борсоуға һала: киләһе йылдың уңышы өсөн ужым культураларын сәсеп ҡалдыра алырбыҙмы-юҡмы? Дым булмаған ергә класлы орлоҡ күмдереүҙән бер ниндәй фәтүә юҡ. Шулай ҙа өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ, тәбиғәт Шаран игенсеһенә үҙенең мәрхәмәтлеген күрһәтһә, сентябрь баштарында көҙгө сәсеүҙе үткәрә алырбыҙ, тип үҙебеҙҙе йыуатҡан булабыҙ.
Александр Степанов ғибрәт өсөн тағы шуны телгә алып үтте. Быйыл улар ҡарабойҙайҙың “светлана” тигән яңы сортын 50 һәм 30 гектарлыҡ ике баҫыуҙа үҫтергән. “Йәй ерҙе дымға туйындырған ҡойма ямғырҙар беҙҙә бер тапҡыр ғына булды. Иртәрәк сәселгән 50 гектарлыҡ ҡырҙа ҡарабойҙай дәррәү генә шытым бирҙе. Әле бына шул майҙанда яҫмаларға һалынған уңышты йыйып алыу өсөн Саҡмағош МТС-ынан комбайн килгәнен көтәбеҙ. Ә инде 30 гектарлыҡ баҫыу сәсеүҙән һуң ҡоролоҡҡа эләкте, шытымы йәй уртаһындағы шифалы ямғырҙан һуң ғына ҡалҡып сыҡты. Әле ул яңы сәскә атып ултыра. Бәлки, тәбиғәт быйыл Шаран игенселәренең ихтыяр көсөн һәм ныҡышмалылығын шулай һынай торғандыр?” – тине ул, аптырауын белдереп.
Ләкин хужалыҡ баҫыуҙарында алдынғы агрокультураны, яңы сорттарҙы индереү барыбер үҙенең емешен бирмәй ҡалмаған. Юность фермеры һатыуға тәү башта уҡ 1000 центнер күләмендә ужым уңышын әҙерләп ҡуйған. Әйтеүенсә, быйыл яҡшы сифатлы ашлыҡҡа һорау бар. Әгәр ураҡ осоронда әҙерләүселәр арыштың тоннаһын 4500 һум менән алырға теләһәләр, хәҙер шул хаҡ 6000-6500 һумға ҡәҙәр күтәрелгән.
– Ләкин мин йыйып алынған һәм елгәртелгән уңышты һатып ебәрергә ашыҡмайым, – ти Александр Аввакумович. – Яңы йылдан һуң ғына иген баҙарына сығасаҡмын. Февралдә арыштың тоннаһына хаҡ 9 мең һумдан кәм булмаясаҡ. Көҙгө байлыҡты һаҡларға беҙҙә урын етерлек. Өҫтәүенә мин элекке совхоздың Мичурин ауылындағы 1,5 мең квадрат метр майҙанлы гаражын һатып алғайным. Әле ике бригада шул бинаны үҙгәртеп ҡороу һәм тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Аҙаҡ ул келәттәргә кәмендә 1,2 мең тонна ашлыҡ индереп һала аласаҡбыҙ.
Эйе, сәсеү әйләнешен яҡшыртып һәм алдынғы яңы сорттарға өҫтөнлөк биреп, “Степанов” хужалығында юғары класлы иген һәм таҙа орлоҡ етештереүгә йүнәлеш алғандар. Хәҙерге шарттарҙы был эш үҙен иҡтисади яҡтан да аҡлай. Әйтеп үтеүенсә, Юность фермеры баҙар ихтыяжы өсөн ҡарабойҙай игеү менән дә уңышлы шөғөлләнә. Алдағы йыл иһә ҡиммәтле ярма культураһы биләгән майҙандарҙы 150 гектарға тиклем киңәйтергә ҡарар иткән.
– Ҡарабойҙайҙың “светлана” тигән элиталы сортын алып ҡайтҡайным. Өмөтөбөҙ тулыһынса аҡланды. Былтыр бер тонна орлоҡтан 48 тонна уңыш үҫтереп алдым, – ти ул. – Тимәк, үҫемлекселектең был тармағында рентабеллелек бик тә яҡшы. Шуныһы мөһим: һеркәләндереү ҡарабойҙайҙың уңышын бермә-бер күтәрә. Ә беҙҙең яҡтарҙа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнмәгән шәхси хужалыҡтар һирәктер, күптәр 100 – 200 баш умарта тота. Йәй татлы продукцияны күберәк алыу өсөн ҙур умарталыҡтарын баҫыу ситенә сығарып ҡуялар. Был эш ике яҡ өсөн дә файҙалы. Һуңғы йылдарҙа ҡулланыу баҙарында ҡарабойҙайға хаҡтарҙың һиҙелерлек күтәрелгәнен һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Былтыр ярма культураһының тоннаһын 21000 һум менән һатҡайным. Әле бына яңы уңышты 35 мең һум менән тәҡдим итергә мөмкин. Ләкин был осраҡта ла ашығырға ярамай. Ҡыш башында ҡарабойҙайҙың хаҡы 45 мең һумға етәсәк. Баҙарҙағы шул хәл беҙҙең файҙаға эшләй ҙә инде. Быйыл да шул культураны реализациялауҙан яҡшы табыш көтөлә. Мин былтыр ҙа ҡарабойҙай аҡсаһына хужалыҡтың барлыҡ йыйылған бурыстарын ҡаплағайным.
Икенсенән, күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәрен киңәйтеп, юғары сифатлы бесән әҙерләп һатыу ҙа хужалыҡ өсөн ышаныслы аҡса сығанағына әйләнгән. Аҡһымға бай ҡуҙаҡлы культуралар — кәзә үләне, люцерна, йылҡы борсағы бында 500 гектарға яҡын майҙанда үҫтерелә. Бынан тыш, ҡандала үләне менән клевер ҡатнашмаһын биләүле пар ерендә йәшел ашлама итеп файҙаланыу өсөн сәсәләр.
– Әле бына кәзә үләнен һәм люцернаны икенсе ҡатҡа бесәнгә саптыҡ, – ти Юность ауылы фермеры. – Бакуйҙар йоҡараҡ булһа ла, йыйып алынған бесәндең сифаты яҡшы. Бер нисә йыл элек Италияла етештерелгән пресс-йыйғыс һатып алғайныҡ. Бик тә уңайлы һәм юғары етештереүсәнле агрегат, бесәнде рулондарға яҡшы итеп тығыҙлай. Шуға беҙ етештергән шул төр мал аҙығы үтемле тауарға әйләнде, тиһәм дә бер ниндәй арттырыу булмаҫ. Ҡайҙан ғына заказ бирмәйҙәр: һыйлы мал аҙығын көнбайыш төбәктәге Борай, Дүртөйлө, Илеш, Баҡалы, Саҡмағош, Бүздәк, Туймазы яҡтарына, үҙебеҙҙең райондағы хужалыҡтарға оҙатабыҙ. Былтыр 1 мең рулон бесән йыйып алһаҡ, быйыл да шунан кәм булмаясаҡ. Әле 300 йәшел төргәкте һатырға өлгөрҙөк. 450-500 килограмм тартҡан бер рулондың хаҡы — 1200 һум, шуға араның алыҫлығына ҡарап 100, 200 һум күләмендә юл сығымдары өҫтәлә. Бесәнде беҙ хужалыҡтарҙа үҙебеҙҙең ун төргәк тейәгән “КамАЗ” менән илтеп бирәбеҙ. Шул хеҙмәт өсөн түләнгән хаҡты водителдәрҙе дәртләндереүгә тотонабыҙ, йәғни бер рейс яһаған өсөн уларҙың ҡулына 1000 – 2000 һум аҡса эләгә.
Фермер Степановтың һәр эште белеп ойоштороуы, баҙар иҡтисадының яҙылмаған ҡанундарын яҡшы үҙләштереүе күренеп тора. Телгә алыуынса, хужалыҡ быйыл төргәкле бесән һатыуҙан ғына ла 1,5 миллион һум керем аласаҡ, саф табыштары иһә шуның өстән берен тәшкил итәсәк.
– Алыш-биреш итеүҙән ирекле аҡса барлыҡҡа килһә, уны техника паркын яңыртыуға тотонабыҙ, – ти ул. – Алты йыл элек эште бер “Беларус”тан башлағайным, хәҙер техника паркында ҡеүәтле биш трактор бар. Мөмкинлек тыуыу менән иген комбайны һәм үҙйөрөшлө сапҡыс алырға теләйбеҙ. Сөнки МТС-тың филиалдары менән эшләү ауырлашты. Хужалыҡта тағы малсылыҡ тармағын тергеҙергә ниәтләйбеҙ. Әле ит тоҡомло һарыҡтар алып ҡайттыҡ. Шулай ҙа хыялым — табун йылҡысылығы менән шөғөлләнеү, башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү. Был йәһәттән тәжрибәм дә юҡ түгел.
Ҡасандыр элекке совхоздың Михайловка бүлексәһендә юртаҡ аттар аҫрағайныҡ. Күмәк хужалыҡ бөлгәс, эш тә һүнеп ҡалды. Аттарҙы өйөрҙә йөрөтөп аҫрау өсөн беҙҙә шарттар яҡшы ғына. Ә бына сәсеү әйләнешендәге ерҙәрҙең майҙанын арттырырға йыйынмайым. Хәҙер гектар ҡеүәтен үҫтереү хаҡында уйларға кәрәк. Йыл ҡатмарлы килһә лә, беҙҙең хужалыҡтың үҫеш перспективаһы өмөтлө тип иҫәпләйем. Етештереү базаһы яҡшы булғаны өсөн дә үҙемде ышаныслы ғына тоям. Шуны әйтә алам: эште белеп ойошторғанда, алдынғы технологияларҙы ҡулланғанда, аграр тармаҡта ла бөгөн матур ғына һөҙөмтәләргә өлгәшергә була.