Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Иғтибар ҙа, ихтирам да етерлек
Иғтибар ҙа, ихтирам да етерлек– Анатолий Анатольевич, Ландыш төндә быҙауланы, бәләкәстең исеме – Сулпан, – тип ҡаршы алды һауынсы Светлана Таций "Восход" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәренең береһе Анатолий Донды. – Шөкөр, быҙауҙарҙың барыһы ла теремек, һәүкәштәр үҙҙәре лә һау. Бөгөнгө төн тағы ҡыҙыу булмаҡсы, биш-алты һыйыр елен төшөргән.
Хужалыҡ етәкселәрен генә түгел, башҡалар ҙа һәр иртән ошондай һөйөнөслө хәбәр ишетеүгә күнегеп бара инде. Ысынлап та, йәмғиәттә күпләп быҙау ала башлағандар, малсыларға алһыҙ-ялһыҙ, көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә. Әммә был ауырлыҡтар ваҡытлыса, ә ҡыуанысы бихисап, тимәк, уларҙың тырышлығы бушҡа китмәгән.
Хужалыҡтың 500-гә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло малы аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисермәй, ике йыллыҡ запас тупланған. Сенаж, силос һәм фураждан өҙөлгәндәре юҡ. Тәрбиә булғас, 100-ҙән ашыу һәүкәш тә һөтөн йәлләмәй. Хужалыҡ һауылған ике мең тоннаға яҡын аҡты Дәүләкән һөт заводына оҙата. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: был ике предприятие күптән инде дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған. Етәкселәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, һөт заводы йыл һайын тиерлек хужалыҡҡа һыйыр малы һатып алырға ярҙамлаша, ә "Восход" йәмғиәте бының өсөн һөт ризыҡтары менән иҫәпләшә. Былтыр, мәҫәлән, 50 баш һыйыр малы һатып алғандар. Тоҡомдо яңыртыу, мал һанын арттырыу киләсәктә лә дауам итәсәк.
Иғтибар ҙа, ихтирам да етерлекХужалыҡтың мал ҡураларына йәй-көҙ айында ремонт үткәрелгән, түбә-иҙәндәр алмаштырылған. Ҡул көсө бында ҡулланылмай тиерлек, күп эш механизацияланған. Ике йыл элек фермаға һөт үткәргес ҡуйылған, һыуытҡыс һатып алғандар. Йәйләүҙә лә эш заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла. Һауынсылар әле һәр һыйырҙан көнөнә 20 килограмм һөт һауып ала, ә был – район буйынса яҡшы күрһәткес.
Малсыларҙың фермала ял итеү бүлмәһе бар. Эштән буш ваҡытта телевизор ҡарарға була, гәзит-журнал уҡырға мөмкин. Етәкселек эшсәндәргә һәр яҡлап иғтибар һәм ярҙам күрһәтә. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә, тотҡарламайҙар. 12-13 мең һум — бөгөн ауыл ерендә һәйбәт табыш. Шәхси ихатаһында мал тотоусыларға техника ла, мал аҙығы ла бушлай бирелә. Хужалыҡтың алдынғы һауынсылары Светлана Таций менән Зинаида Әхтәмова 30-ҙан ашыу һыйыр тәрбиәләй, былтыр улар дүрт мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкән. "Бында беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе ихтирам итәләр, етәкселек яғынан һәр саҡ иғтибар булғас, эшләүе лә күңелле", – ти һауынсы ҡыҙҙар.
Самат ҒӘЛИН
Дәүләкән районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә