– Анатолий Анатольевич, Ландыш төндә быҙауланы, бәләкәстең исеме – Сулпан, – тип ҡаршы алды һауынсы Светлана Таций "Восход" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәренең береһе Анатолий Донды. – Шөкөр, быҙауҙарҙың барыһы ла теремек, һәүкәштәр үҙҙәре лә һау. Бөгөнгө төн тағы ҡыҙыу булмаҡсы, биш-алты һыйыр елен төшөргән.
Хужалыҡ етәкселәрен генә түгел, башҡалар ҙа һәр иртән ошондай һөйөнөслө хәбәр ишетеүгә күнегеп бара инде. Ысынлап та, йәмғиәттә күпләп быҙау ала башлағандар, малсыларға алһыҙ-ялһыҙ, көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә. Әммә был ауырлыҡтар ваҡытлыса, ә ҡыуанысы бихисап, тимәк, уларҙың тырышлығы бушҡа китмәгән.
Хужалыҡтың 500-гә яҡын ҡара-сыбар тоҡомло малы аҙыҡҡа ҡытлыҡ кисермәй, ике йыллыҡ запас тупланған. Сенаж, силос һәм фураждан өҙөлгәндәре юҡ. Тәрбиә булғас, 100-ҙән ашыу һәүкәш тә һөтөн йәлләмәй. Хужалыҡ һауылған ике мең тоннаға яҡын аҡты Дәүләкән һөт заводына оҙата. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: был ике предприятие күптән инде дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған. Етәкселәрҙең әйтеүенә ҡарағанда, һөт заводы йыл һайын тиерлек хужалыҡҡа һыйыр малы һатып алырға ярҙамлаша, ә "Восход" йәмғиәте бының өсөн һөт ризыҡтары менән иҫәпләшә. Былтыр, мәҫәлән, 50 баш һыйыр малы һатып алғандар. Тоҡомдо яңыртыу, мал һанын арттырыу киләсәктә лә дауам итәсәк.
Хужалыҡтың мал ҡураларына йәй-көҙ айында ремонт үткәрелгән, түбә-иҙәндәр алмаштырылған. Ҡул көсө бында ҡулланылмай тиерлек, күп эш механизацияланған. Ике йыл элек фермаға һөт үткәргес ҡуйылған, һыуытҡыс һатып алғандар. Йәйләүҙә лә эш заманса ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла. Һауынсылар әле һәр һыйырҙан көнөнә 20 килограмм һөт һауып ала, ә был – район буйынса яҡшы күрһәткес.
Малсыларҙың фермала ял итеү бүлмәһе бар. Эштән буш ваҡытта телевизор ҡарарға була, гәзит-журнал уҡырға мөмкин. Етәкселек эшсәндәргә һәр яҡлап иғтибар һәм ярҙам күрһәтә. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә, тотҡарламайҙар. 12-13 мең һум — бөгөн ауыл ерендә һәйбәт табыш. Шәхси ихатаһында мал тотоусыларға техника ла, мал аҙығы ла бушлай бирелә. Хужалыҡтың алдынғы һауынсылары Светлана Таций менән Зинаида Әхтәмова 30-ҙан ашыу һыйыр тәрбиәләй, былтыр улар дүрт мең килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкән. "Бында беҙҙең хеҙмәтебеҙҙе ихтирам итәләр, етәкселек яғынан һәр саҡ иғтибар булғас, эшләүе лә күңелле", – ти һауынсы ҡыҙҙар.
Самат ҒӘЛИН
Дәүләкән районы.