Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тыуған еренең ҡалҡаны
Тыуған еренең ҡалҡаны Ауыл ерендә теттереп донъя көткән замандаштарыбыҙ бихисап. Үҙенең тырышлығы менән донъяһын көткән Әхсән Мәсәғүтов та – эш юҡ тип зарланғандарға матур өлгө.

Әхсән Мәсәғүтов Мәләүез райо­нының Әптерәк ауылы егете. Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормайынса, Әлшәй районының Аксен ауыл хужалығы техникумына юллана. Ошонда буласаҡ ҡатынын осрата. Бишбүләк районы һылыуы Әлмира менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Уҡыуҙарын тамамлағас, йәштәр ауылға ҡайтып төпләнә. Әхсән Рәшит улы “Ағиҙел” колхозына зоотехник булып урынлаша. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, колхоз тарҡалғас, ғаилә башлығы, файҙаланылмай ятҡан ерҙәрҙе күреп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Колхоздан ҡалған техниканы үҙ аҡсаһына һатып алып, туплап, ремонтлап, халыҡтан пай ерҙәрен арендалап, ең һыҙғанып, эшкә тотона.
Тәүге аҙым яһағанда 300 гектар ере булһа, бөгөн ул 1474 гектарҙы эшкәртә. Ауылдың тиҫтәләп кешеһен эшле иткән.
Игенселеккә, малсылыҡҡа тотоноуына һис үкенмәй Әхсән Мәсәғүтов. Ҡатыны Әлмира ла һәр ваҡыт башланғыстарын хуплап ҡына тора. Дүрт балаға ғүмер биргән улар. Улдары Вил, Ришат, Ғәзинур, Нияз – таяныстары.
Әхсән Рәшит улы элиталы орлоҡ сәсеүгә өҫтөнлөк бирә. Һәр культураның элиталы сорттарын үҫтерә, һатыуға ла сығара. Бынан тыш, һоло, көнбағыш, бойҙай, кукуруз да сәскән. 32 гектар ерҙән люцерна, 70 гектарҙа эспарцет, 20 гектарҙа суданка үҫтерә. Баҫыу­ҙарҙың барыһы ла ҡараулы, тәрбиәле. Хәсән ауылында МТС ойошмаһы тарҡалғас, буш торған ферманы, ике иген келәтен һатып ала. Киләсәктә ҡош-ҡорт тармағын үҫтерергә ниәтләй.
– Минераль ашламаларҙы, био­пре­параттарҙы ваҡытында хәстәр­ләгәс, бер ниндәй ҙә ҡы­йынлыҡтар тыуманы – башаҡтар туҡ, яландар ҡыйһыҙ. Ямғырҙың да ваҡытында яуыуы һәйбәт булды. Әле ураҡ эштәре башланып тора. 200 гектар ерҙә арыш йыйып алдыҡ. Гектар ҡеүәте – 28 центнер! Быйыл уңыш ҙур булмаҡсы. Ғөмүмән, эшемдә Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Хәлил Сафиндың кәңәштәренә таянам, No-till технологияһына өҫтөнлөк бирәм, – ти фермер.
Техникаға ла ҡытлыҡ юҡ. Быйыл яҙ ғына комбайн, һөргөс һатып алған.
Уңған фермер баҫыусылыҡтан тыш малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Иллеләп баш аты бар. Уларҙы ауылдашы Әмир Шәрипов көтөшә. Бынан тыш, күп итеп ҡош-ҡортта аҫрайҙар.
– Беҙҙә тәбиғәт хозур. Халыҡ та матур, етеш йәшәргә тырыша, күпләп мал аҫрай. Баҡса үҫтереп, матур итеп донъя көтәләр. Хуш еҫле бесән менән туҡланған малдың ите экологик яҡтан таҙа, туҡлыҡлы һәм тәмле. Эшселәргә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, эш һорап килгәндәргә һәр ваҡыт шатбыҙ, береһен дә кире бороп сығармайбыҙ, – ти ул.
Тракторист булып эшләгән пенсионер Миңләхмәт Яхинды, Хәйбулла Китиковты әңгәмә барышында хужа йыш телгә алды.
Әйткәндәй, һәр кешегә иғтибарлы Әхсән Мәсәғүтовты ауылдаштары дүрт йыл рәттән староста итеп тә һайлаған. Тирә-яҡты таҙалыҡта, тәртиптә тотоуы, мәктәп коллективын, ауыл халҡын ярҙамынан өҙмәүе маҡтауға лайыҡ.
Халыҡта, эшенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһенең дә “Үҫемлекселектә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн” номинацияһында яуланған диплом – эшҡыуарҙың фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Мәсәғүтовтарҙың эшмәкәрлегенә ҡарап, тыуған ерҙең ысын хужалары бына ниндәй булырға тейеш, бына кемдәр ул ауылдың ҡото тигән фекергә киләһең.





Автор: Илмира ҠОЛБАХТИНА. Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә