Ауыл ерендә теттереп донъя көткән замандаштарыбыҙ бихисап. Үҙенең тырышлығы менән донъяһын көткән Әхсән Мәсәғүтов та – эш юҡ тип зарланғандарға матур өлгө.
Әхсән Мәсәғүтов Мәләүез районының Әптерәк ауылы егете. Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормайынса, Әлшәй районының Аксен ауыл хужалығы техникумына юллана. Ошонда буласаҡ ҡатынын осрата. Бишбүләк районы һылыуы Әлмира менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Уҡыуҙарын тамамлағас, йәштәр ауылға ҡайтып төпләнә. Әхсән Рәшит улы “Ағиҙел” колхозына зоотехник булып урынлаша. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, колхоз тарҡалғас, ғаилә башлығы, файҙаланылмай ятҡан ерҙәрҙе күреп, крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә. Колхоздан ҡалған техниканы үҙ аҡсаһына һатып алып, туплап, ремонтлап, халыҡтан пай ерҙәрен арендалап, ең һыҙғанып, эшкә тотона.
Тәүге аҙым яһағанда 300 гектар ере булһа, бөгөн ул 1474 гектарҙы эшкәртә. Ауылдың тиҫтәләп кешеһен эшле иткән.
Игенселеккә, малсылыҡҡа тотоноуына һис үкенмәй Әхсән Мәсәғүтов. Ҡатыны Әлмира ла һәр ваҡыт башланғыстарын хуплап ҡына тора. Дүрт балаға ғүмер биргән улар. Улдары Вил, Ришат, Ғәзинур, Нияз – таяныстары.
Әхсән Рәшит улы элиталы орлоҡ сәсеүгә өҫтөнлөк бирә. Һәр культураның элиталы сорттарын үҫтерә, һатыуға ла сығара. Бынан тыш, һоло, көнбағыш, бойҙай, кукуруз да сәскән. 32 гектар ерҙән люцерна, 70 гектарҙа эспарцет, 20 гектарҙа суданка үҫтерә. Баҫыуҙарҙың барыһы ла ҡараулы, тәрбиәле. Хәсән ауылында МТС ойошмаһы тарҡалғас, буш торған ферманы, ике иген келәтен һатып ала. Киләсәктә ҡош-ҡорт тармағын үҫтерергә ниәтләй.
– Минераль ашламаларҙы, биопрепараттарҙы ваҡытында хәстәрләгәс, бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуманы – башаҡтар туҡ, яландар ҡыйһыҙ. Ямғырҙың да ваҡытында яуыуы һәйбәт булды. Әле ураҡ эштәре башланып тора. 200 гектар ерҙә арыш йыйып алдыҡ. Гектар ҡеүәте – 28 центнер! Быйыл уңыш ҙур булмаҡсы. Ғөмүмән, эшемдә Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Хәлил Сафиндың кәңәштәренә таянам, No-till технологияһына өҫтөнлөк бирәм, – ти фермер.
Техникаға ла ҡытлыҡ юҡ. Быйыл яҙ ғына комбайн, һөргөс һатып алған.
Уңған фермер баҫыусылыҡтан тыш малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Иллеләп баш аты бар. Уларҙы ауылдашы Әмир Шәрипов көтөшә. Бынан тыш, күп итеп ҡош-ҡортта аҫрайҙар.
– Беҙҙә тәбиғәт хозур. Халыҡ та матур, етеш йәшәргә тырыша, күпләп мал аҫрай. Баҡса үҫтереп, матур итеп донъя көтәләр. Хуш еҫле бесән менән туҡланған малдың ите экологик яҡтан таҙа, туҡлыҡлы һәм тәмле. Эшселәргә хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, эш һорап килгәндәргә һәр ваҡыт шатбыҙ, береһен дә кире бороп сығармайбыҙ, – ти ул.
Тракторист булып эшләгән пенсионер Миңләхмәт Яхинды, Хәйбулла Китиковты әңгәмә барышында хужа йыш телгә алды.
Әйткәндәй, һәр кешегә иғтибарлы Әхсән Мәсәғүтовты ауылдаштары дүрт йыл рәттән староста итеп тә һайлаған. Тирә-яҡты таҙалыҡта, тәртиптә тотоуы, мәктәп коллективын, ауыл халҡын ярҙамынан өҙмәүе маҡтауға лайыҡ.
Халыҡта, эшенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, “Алтын көҙ” Бөтә Рәсәй Агросәнәғәт күргәҙмәһенең дә “Үҫемлекселектә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн” номинацияһында яуланған диплом – эшҡыуарҙың фиҙакәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.
Мәсәғүтовтарҙың эшмәкәрлегенә ҡарап, тыуған ерҙең ысын хужалары бына ниндәй булырға тейеш, бына кемдәр ул ауылдың ҡото тигән фекергә киләһең.