Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ир байлығы – тәүәккәллек
Ир байлығы – тәүәккәллек Республикала фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә иғтибар арта. Бигерәк тә быға төрлө программаларҙың уңышлы эшләүе этәргес көс бирә. Әбйәлил райо­нында ла йәш эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү, бихисап дәүләт программаларында ҡатнаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, хатта Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөүселәр үҙ төйәгенә ҡайта, тыуған ауылында үҙ эшен булдыра. Шундайҙар рәтенә Буранғол ауылынан Айбулат Вәлиевте индерергә мөмкин.

Тырыш егет тиҙ арала үҙен алдынғы ҡарашлы фермер итеп танытты. “Атанан күргән – уҡ юнған” тигәндәре лә хаҡтыр, күрәһең. Айбулат Вәлиев, атаһы Мәүлит Ғиниәт улынан күрмәксе, малсылыҡ тармағын һайлай. Былтыр ул “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһы нигеҙендә грантҡа лайыҡ була. 1 миллион 350 мең һум аҡсаға “МТЗ-82” тракторы, үҙҙәренең биш мал һыйырына өҫтәп, “Башаҡ” хужалығынан симменталь тоҡомло 10 тана һатып ала. Элекке буш торған һыйыр аҙбарын үҙ аҡсаһына ремонтлай.
Тырыш хеҙмәт кешеһе, ғәҙәттә, бер генә йүнәлештә эш алып бармай. Айбулат Мәүлит улы ла был яҙылмаған ҡағиҙәнән тайпылмаған: уның үҙ пилорамы бар, шуға күрә ферманы өр-яңынан төҙөү ҙә, уны ремонтлау ҙа, бар кәрәк-яраҡты булдырыу ҙа уңған йүнселдең оҫта ҡулы, ҡара тире менән башҡарылған. Кәрәк икән, үҙе тракторына ултыра, көтөүен дә көтә, ҡураһын да эшләй.
– Бөгөн 14 баш һауын һыйыры бар, көнөнә яҡынса 200 литрға яҡын һөт һауыла. Бер һауынсыға эш урыны булдырылған. Атайымдың биш ауылда – Буранғол, Исхаҡ, Амангилде, Ҡаҙмаш, Әбделғәзелә – һөт йыйыу пункттары бар. Аҡты Мәләүез һөт комбинатының Асҡар филиалына үҙебеҙ алып барып тапшырабыҙ. Бының өсөн махсус һыуытҡыс һәм машинабыҙ бар. Халыҡ менән ваҡытында иҫәпләшәбеҙ, әлегә түләү буйынса проблемалар юҡ. Киләсәктә ферманы ҙурайтып, мал һанын арттырырға теләк бар. Кем белә, бәлки, “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы”н булдырыу буйынса ла уйлашырбыҙ, артабан инде “500 ферма” программаһына инеү теләге лә юҡ түгел. Иң мөһиме – теләк бар, дәрт етерлек, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, ҡатыным да дәртләндереп торғанда, ниңә эшләмәҫкә?! – тине тәүәккәл ир.
Киләсәктә ауылдың терәге булырҙай ир-азамат тыуған яғында ер майҙаны алып, унда күркәм йорт һалырға хыяллана.





Автор: Кәримә Усманова. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә