Республикала фермерлыҡ йүнәлешен үҫтереүгә иғтибар арта. Бигерәк тә быға төрлө программаларҙың уңышлы эшләүе этәргес көс бирә. Әбйәлил районында ла йәш эшҡыуарҙарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү, уларға йүнәлеш биреү, бихисап дәүләт программаларында ҡатнаштырыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй, хатта Магнитогорск ҡалаһында эшләп йөрөүселәр үҙ төйәгенә ҡайта, тыуған ауылында үҙ эшен булдыра. Шундайҙар рәтенә Буранғол ауылынан Айбулат Вәлиевте индерергә мөмкин. Тырыш егет тиҙ арала үҙен алдынғы ҡарашлы фермер итеп танытты. “Атанан күргән – уҡ юнған” тигәндәре лә хаҡтыр, күрәһең. Айбулат Вәлиев, атаһы Мәүлит Ғиниәт улынан күрмәксе, малсылыҡ тармағын һайлай. Былтыр ул “Эш башлаусы фермер” дәүләт программаһы нигеҙендә грантҡа лайыҡ була. 1 миллион 350 мең һум аҡсаға “МТЗ-82” тракторы, үҙҙәренең биш мал һыйырына өҫтәп, “Башаҡ” хужалығынан симменталь тоҡомло 10 тана һатып ала. Элекке буш торған һыйыр аҙбарын үҙ аҡсаһына ремонтлай.
Тырыш хеҙмәт кешеһе, ғәҙәттә, бер генә йүнәлештә эш алып бармай. Айбулат Мәүлит улы ла был яҙылмаған ҡағиҙәнән тайпылмаған: уның үҙ пилорамы бар, шуға күрә ферманы өр-яңынан төҙөү ҙә, уны ремонтлау ҙа, бар кәрәк-яраҡты булдырыу ҙа уңған йүнселдең оҫта ҡулы, ҡара тире менән башҡарылған. Кәрәк икән, үҙе тракторына ултыра, көтөүен дә көтә, ҡураһын да эшләй.
– Бөгөн 14 баш һауын һыйыры бар, көнөнә яҡынса 200 литрға яҡын һөт һауыла. Бер һауынсыға эш урыны булдырылған. Атайымдың биш ауылда – Буранғол, Исхаҡ, Амангилде, Ҡаҙмаш, Әбделғәзелә – һөт йыйыу пункттары бар. Аҡты Мәләүез һөт комбинатының Асҡар филиалына үҙебеҙ алып барып тапшырабыҙ. Бының өсөн махсус һыуытҡыс һәм машинабыҙ бар. Халыҡ менән ваҡытында иҫәпләшәбеҙ, әлегә түләү буйынса проблемалар юҡ. Киләсәктә ферманы ҙурайтып, мал һанын арттырырға теләк бар. Кем белә, бәлки, “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы”н булдырыу буйынса ла уйлашырбыҙ, артабан инде “500 ферма” программаһына инеү теләге лә юҡ түгел. Иң мөһиме – теләк бар, дәрт етерлек, атай-әсәйем, ҡайны-ҡәйнәм һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, ҡатыным да дәртләндереп торғанда, ниңә эшләмәҫкә?! – тине тәүәккәл ир.
Киләсәктә ауылдың терәге булырҙай ир-азамат тыуған яғында ер майҙаны алып, унда күркәм йорт һалырға хыяллана.