Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бер “лимузин”дан – 160 мең һум табыш!
Бер “лимузин”дан – 160 мең һум табыш! Ҡаран-Бишенде ауылындағы Баһауетдиновтарҙың шәхси хужалығына ҡыҙыу эш ваҡытында һуғылдыҡ. Уңған хужалар болондан ҡайтарылған хуш еҫле йәшел төргәктәрҙе ике ҙур эҫкерткә ҡоя ине.


– Күңелебеҙ тынысланды, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын етерлек әҙерләнек, – тип ҡаршы алды беҙҙе йорт хужаһы Роберт Мофаззал улы. – Бына улым Руслан менән һуңғы бесән төргәктәрен өйөп ҡуйҙыҡ. Ләкин әлегә салғы ташларға иртәрәк, көн дә иртән аҡландарҙа үҫкән күк үләнде сабып алып, һуғымға һимертелгән йәш малдарға ашатабыҙ. Рацион­дағы аҙыҡҡа бер ниндәй микро­ҡатнашмалар һәм өҫтәмәләр ҡушмайым, утлыҡсаларға таҙа үлән һәм иген фуражы ғына һалам. Шуға малдың ите лә тәмле була.
Беҙҙе иһә тағы шул ҡыҙыҡ­һындырҙы: элекке нефтсе нисек шулай тәүәккәллек менән ит тоҡомло малдар үрсетеүгә тотонған?
– Ошо төбәктә тыуып үҫкән кеше мин. Күп йылдар Себер яҡтарында эшләнем һәм йәшә­нем. Еңел булмаған нефтсе һөнәре сыныҡтырҙы ғына. Ниһайәт, ике йыл элек тыуған төйәгемә әйләнеп ҡайттым. Төньяҡ стажын тултырып пенсияға сыҡһам да, ял тураһында бигүк уйлағаным да юҡ. Ихатаны киңәйтеп, ике ҡатлы яңы өй күтәрҙем. Биҙәкләү эштәренә тотонорға форсат сыҡмайыраҡ тора. Туймазы ҡалаһының Түбәнкүл биҫтәһендә лә үҙ донъябыҙ бар, йоҡларға шунда ҡайтып йөрөйбөҙ, – тип үҙенең тормош хәлдәре менән таныштырҙы хужа кеше.
Тыуған яғында йәшәү уға көс-ҡеүәт тә өҫтәгәндер, тиҙ арала ауылда шәхси хужалығын да тергеҙгән.
– Элекке булмышыма кире ҡайттым тип һөйөнәм. Беҙ бит бәләкәйҙән мал-тыуар ҡарап үҫтек. Атай-әсәйҙәр ҙә яҡшы хеҙмәт тәрбиәһе биргәндер. Түбәнкүлдәге шәхси ихатабыҙҙа ла мал тоторға мөмкинлек булды. Һуғым һимертеп, итен ҡала баҙарына һатыуға сығара тор­ғайныҡ.
– Шулай ҙа лимузин, симменталь тоҡомло һыйырҙы һәр ауыл ихатаһында күреп булмай бит, – тип һораулы ҡарашымды уға ташлайым.
– Эйе, ике йыл элек лимузин тоҡомло йәш малды Татар­стандың Һаба районынан алып ҡайтҡайным. Ундағы танышым үҙенең фермер хужалығында байтаҡтан нәҫелле мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Хәҙер мин дә үҙ эшемдең тәүге һөҙөмтәләрен күрә башланым. Зоотехниканы практика аша үҙләштерәм, тип әйтә алам. Ишеткәнегеҙ барҙыр, ит тоҡомло йәш малдарҙың тәүлек артымы 1000 грамға етә. Тәүге йыл юғары көрлөктәге биш үгеҙҙе һуйып һаттым. Урын етмәгәс, үҙемдә 12 баш ҡына ҡалдырғайным...
Ләкин яҙмыш һынауҙары булдыҡлы йорт хужаһын да урап үтмәгән. Былтыр көҙ ҡаты ауырып китә. Тикшеренеүҙәрҙән һуң Өфөләге клиник дауаханаға барып эләгә.
– Дауаханала ике ай яттым, түләүле операция ҡыйбат булғанлыҡтан, һигеҙ баш симменталь һыйырҙы һатырға тура килде. Мин ҡаты сир менән көрәшкәндә, ярай әле ҡалған малдарҙы ауылдағы бер егет ҡарап торҙо. Уға рәхмәт. Шөкөр, уңышлы операциянан һуң аяҡҡа баҫтым. Әле егеттәр кеүек йүгереп йөрөйөм.
Тимәк, яҡшы тоҡомло мал аҫраған, “мәрмәр” ит етештергән шәхси хужалыҡта һан менән түгел, ә сифат менән алдыралар. Яңыраҡ симменталь нәҫелле бер таналарын һуйып һатҡандар. Итен ауыл халҡы шунда уҡ алып бөтөргән.
– Ауылдыҡылар йәш тана итенең тәмен яҡшы белә шул, – ти Роберт. – Әле бына бер лимузин үгеҙен һуйырға йыйы­набыҙ. Кәмендә 350–370 килограмм ит бирәсәк тип торабыҙ. Тимәк, бер баш малдан 80 мең һумдан артығыраҡ керем аласаҡбыҙ. Ә “мәрмәр” итте һораусылар күп, уны сауҙагәрҙәр Октябрьскийҙан да, Туймазынан да килеп ала. Малыңды һимертеп кенә өлгөрт. Әле ете-һигеҙ баш йәш малды ауыл көтөүенә ҡыуам. Бынан тыш, биш баш тана һәм үгеҙ һимертеүгә ҡуйылған.
– Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны раҫлай алам: шәхси хужалыҡта тоҡомло мал аҫрау күпкә отош­лораҡ. Сөнки “лимузин”дарҙы һуйғанда, иттең сығышы 72 процентҡа барып баҫа. Бына, ышанаһыңмы-юҡмы, күптән түгел тотонған ике йәш тә ике айлыҡ үгеҙҙең тереләй ауырлығы 1,1 тоннанан артыҡ булғандыр, ә “мәрмәр” ите 730 килограмм тәшкил итте. Шуны һатыуҙан ғына ла 160 мең һумдан артығыраҡ табыш алдым. Әйткәндәй, беҙ үҙ хужалығыбыҙҙа симменталь тоҡомло һауын һыйырҙар ҙа аҫрап ҡарағайныҡ, ләкин һөттө реализациялауы ауыр. Лимузин тоҡомло малды ишәйтеп, сифатлы ит етештереп һатыу күпкә файҙалыраҡ. Бына оҙаҡламай Татарстан яҡтарына йәнә тоҡомло йәш мал алып ҡайтырға йыйынам. Дөрөҫ, быйыл хаҡтары бер аҙ “тешләшә”, әммә мал­сылыҡ менән шөғөл­ләнеү барыбер үҙен аҡлай.
Ә бит был эшкә Роберт үҙе теләп тотонған. Башта ауыл хакимиәте ярҙамында “Россельхозбанк”тан 300 мең һум күләмендә ташламалы кредит алған. Шуға үҙенең Себер тарафтарында эшләгәндә йыйыл­ған капиталын да ҡушҡан. Хәҙер инде уның алыш-биреш итеүҙән ингән аҡсаһы әйләнештә йөрөй.
Форсаттан файҙаланып, беҙ йорт хужаһы менән уның хәләле Рузилә Фәтих ҡыҙын быйылғы район бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса “Һыйыр малы һимертеүҙә алдынғы шәхси хужалыҡ” булып танылыуҙары менән дә ихлас ҡотланыҡ.
– Һуңғы арала ит тоҡомло ваҡ мал үрсетеү хыялы менән дә янам. “Бишенде” йәмғиәтенән биш баш меринос һарығын алып ҡайттым. Нәҫелле малдың тере­ләй ауырлығы 50 килограмға етә. Әле бәрән һарыҡтарҙан тәүге йәш үрсем алдым. Минеңсә, хә­ҙерге заманда шәхси хужалыҡта ла бер нисә йүнәлештә эшләү отошло, – тип кәңәш итә эш­ҡыуар.






Автор: Миҙхәт ШӘРИПОВ. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә