Бер “лимузин”дан – 160 мең һум табыш!02.08.2016
Бер “лимузин”дан – 160 мең һум табыш! Ҡаран-Бишенде ауылындағы Баһауетдиновтарҙың шәхси хужалығына ҡыҙыу эш ваҡытында һуғылдыҡ. Уңған хужалар болондан ҡайтарылған хуш еҫле йәшел төргәктәрҙе ике ҙур эҫкерткә ҡоя ине.


– Күңелебеҙ тынысланды, ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын етерлек әҙерләнек, – тип ҡаршы алды беҙҙе йорт хужаһы Роберт Мофаззал улы. – Бына улым Руслан менән һуңғы бесән төргәктәрен өйөп ҡуйҙыҡ. Ләкин әлегә салғы ташларға иртәрәк, көн дә иртән аҡландарҙа үҫкән күк үләнде сабып алып, һуғымға һимертелгән йәш малдарға ашатабыҙ. Рацион­дағы аҙыҡҡа бер ниндәй микро­ҡатнашмалар һәм өҫтәмәләр ҡушмайым, утлыҡсаларға таҙа үлән һәм иген фуражы ғына һалам. Шуға малдың ите лә тәмле була.
Беҙҙе иһә тағы шул ҡыҙыҡ­һындырҙы: элекке нефтсе нисек шулай тәүәккәллек менән ит тоҡомло малдар үрсетеүгә тотонған?
– Ошо төбәктә тыуып үҫкән кеше мин. Күп йылдар Себер яҡтарында эшләнем һәм йәшә­нем. Еңел булмаған нефтсе һөнәре сыныҡтырҙы ғына. Ниһайәт, ике йыл элек тыуған төйәгемә әйләнеп ҡайттым. Төньяҡ стажын тултырып пенсияға сыҡһам да, ял тураһында бигүк уйлағаным да юҡ. Ихатаны киңәйтеп, ике ҡатлы яңы өй күтәрҙем. Биҙәкләү эштәренә тотонорға форсат сыҡмайыраҡ тора. Туймазы ҡалаһының Түбәнкүл биҫтәһендә лә үҙ донъябыҙ бар, йоҡларға шунда ҡайтып йөрөйбөҙ, – тип үҙенең тормош хәлдәре менән таныштырҙы хужа кеше.
Тыуған яғында йәшәү уға көс-ҡеүәт тә өҫтәгәндер, тиҙ арала ауылда шәхси хужалығын да тергеҙгән.
– Элекке булмышыма кире ҡайттым тип һөйөнәм. Беҙ бит бәләкәйҙән мал-тыуар ҡарап үҫтек. Атай-әсәйҙәр ҙә яҡшы хеҙмәт тәрбиәһе биргәндер. Түбәнкүлдәге шәхси ихатабыҙҙа ла мал тоторға мөмкинлек булды. Һуғым һимертеп, итен ҡала баҙарына һатыуға сығара тор­ғайныҡ.
– Шулай ҙа лимузин, симменталь тоҡомло һыйырҙы һәр ауыл ихатаһында күреп булмай бит, – тип һораулы ҡарашымды уға ташлайым.
– Эйе, ике йыл элек лимузин тоҡомло йәш малды Татар­стандың Һаба районынан алып ҡайтҡайным. Ундағы танышым үҙенең фермер хужалығында байтаҡтан нәҫелле мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Хәҙер мин дә үҙ эшемдең тәүге һөҙөмтәләрен күрә башланым. Зоотехниканы практика аша үҙләштерәм, тип әйтә алам. Ишеткәнегеҙ барҙыр, ит тоҡомло йәш малдарҙың тәүлек артымы 1000 грамға етә. Тәүге йыл юғары көрлөктәге биш үгеҙҙе һуйып һаттым. Урын етмәгәс, үҙемдә 12 баш ҡына ҡалдырғайным...
Ләкин яҙмыш һынауҙары булдыҡлы йорт хужаһын да урап үтмәгән. Былтыр көҙ ҡаты ауырып китә. Тикшеренеүҙәрҙән һуң Өфөләге клиник дауаханаға барып эләгә.
– Дауаханала ике ай яттым, түләүле операция ҡыйбат булғанлыҡтан, һигеҙ баш симменталь һыйырҙы һатырға тура килде. Мин ҡаты сир менән көрәшкәндә, ярай әле ҡалған малдарҙы ауылдағы бер егет ҡарап торҙо. Уға рәхмәт. Шөкөр, уңышлы операциянан һуң аяҡҡа баҫтым. Әле егеттәр кеүек йүгереп йөрөйөм.
Тимәк, яҡшы тоҡомло мал аҫраған, “мәрмәр” ит етештергән шәхси хужалыҡта һан менән түгел, ә сифат менән алдыралар. Яңыраҡ симменталь нәҫелле бер таналарын һуйып һатҡандар. Итен ауыл халҡы шунда уҡ алып бөтөргән.
– Ауылдыҡылар йәш тана итенең тәмен яҡшы белә шул, – ти Роберт. – Әле бына бер лимузин үгеҙен һуйырға йыйы­набыҙ. Кәмендә 350–370 килограмм ит бирәсәк тип торабыҙ. Тимәк, бер баш малдан 80 мең һумдан артығыраҡ керем аласаҡбыҙ. Ә “мәрмәр” итте һораусылар күп, уны сауҙагәрҙәр Октябрьскийҙан да, Туймазынан да килеп ала. Малыңды һимертеп кенә өлгөрт. Әле ете-һигеҙ баш йәш малды ауыл көтөүенә ҡыуам. Бынан тыш, биш баш тана һәм үгеҙ һимертеүгә ҡуйылған.
– Үҙ тәжрибәмдән сығып, шуны раҫлай алам: шәхси хужалыҡта тоҡомло мал аҫрау күпкә отош­лораҡ. Сөнки “лимузин”дарҙы һуйғанда, иттең сығышы 72 процентҡа барып баҫа. Бына, ышанаһыңмы-юҡмы, күптән түгел тотонған ике йәш тә ике айлыҡ үгеҙҙең тереләй ауырлығы 1,1 тоннанан артыҡ булғандыр, ә “мәрмәр” ите 730 килограмм тәшкил итте. Шуны һатыуҙан ғына ла 160 мең һумдан артығыраҡ табыш алдым. Әйткәндәй, беҙ үҙ хужалығыбыҙҙа симменталь тоҡомло һауын һыйырҙар ҙа аҫрап ҡарағайныҡ, ләкин һөттө реализациялауы ауыр. Лимузин тоҡомло малды ишәйтеп, сифатлы ит етештереп һатыу күпкә файҙалыраҡ. Бына оҙаҡламай Татарстан яҡтарына йәнә тоҡомло йәш мал алып ҡайтырға йыйынам. Дөрөҫ, быйыл хаҡтары бер аҙ “тешләшә”, әммә мал­сылыҡ менән шөғөл­ләнеү барыбер үҙен аҡлай.
Ә бит был эшкә Роберт үҙе теләп тотонған. Башта ауыл хакимиәте ярҙамында “Россельхозбанк”тан 300 мең һум күләмендә ташламалы кредит алған. Шуға үҙенең Себер тарафтарында эшләгәндә йыйыл­ған капиталын да ҡушҡан. Хәҙер инде уның алыш-биреш итеүҙән ингән аҡсаһы әйләнештә йөрөй.
Форсаттан файҙаланып, беҙ йорт хужаһы менән уның хәләле Рузилә Фәтих ҡыҙын быйылғы район бәйгеһе һөҙөмтәләре буйынса “Һыйыр малы һимертеүҙә алдынғы шәхси хужалыҡ” булып танылыуҙары менән дә ихлас ҡотланыҡ.
– Һуңғы арала ит тоҡомло ваҡ мал үрсетеү хыялы менән дә янам. “Бишенде” йәмғиәтенән биш баш меринос һарығын алып ҡайттым. Нәҫелле малдың тере­ләй ауырлығы 50 килограмға етә. Әле бәрән һарыҡтарҙан тәүге йәш үрсем алдым. Минеңсә, хә­ҙерге заманда шәхси хужалыҡта ла бер нисә йүнәлештә эшләү отошло, – тип кәңәш итә эш­ҡыуар.







Вернуться назад