Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Күмәк баланың мәшәҡәте лә, шатлығы ла күп
Күмәк баланың мәшәҡәте лә, шатлығы ла күп Алты бала тәрбиәләп, хыялдарында ла булмаған күркәм һәм матур ике ҡатлы йортта йәшәгән Альбина менән Илдус Кинйәбаевтар – Йылайыр районында иң өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Ишбулды ауылында ғүмер иткән йәштәр 2013 йылда федераль маҡсатлы дәүләт программаһы буйынса торлаҡ төҙөү өсөн 1 миллион 800 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала.


– Хыялыбыҙҙа ла булмаған йортто һалып сығырға ярҙам иткән район етәкселәренә оло рәхмәтлебеҙ. Йортло булыу бәхетен кисереү һәр ғаилә өлөшөнә төшһөн, – ти хужабикә.
Төпкөл ауылда ла матур йәшәү өлгөһөн күрһәткән Кинйәбаевтар ғаиләһе бар яҡлап та маһир. Ғаилә башлығы үҙенең шәхси тракторы менән кәсеп итһә, уңған хужабикә һөт ризыҡтарын һата. Йәйге-көҙгө осорҙа тырыш ғаиләнең балалары үҙҙәренә уҡыу кәрәк-ярағын, кейем алырлыҡ байтаҡ аҡса эшләй. Беҙ барғанда ҡыҙҙары Гөлдәриә еләк йыйып, уны һатыуға алып сыҡҡан ине.
– Ғәҙел улым еләк һатып, үҙенә телефон һатып алды, ҡыҙҙарым кейем-һалым өсөн аҡса туплай. Йәй етһә, балаларым “эшкә китә” тип шаяртам, үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма эшләп алабыҙ, артығын балалар һата. Теләктәре булғас, эшләһендәр, – ти атайҙары.
Әле ғаиләнең ҡырҡҡа ярылырҙай сағы: бесән мәле яҡынлашҡан, еләк-емеш ваҡыты, етмәһә, оло улдарының туйына әҙерләнергә кәрәк. Тиҙҙән ишле Кинйәбаевтарҙың татыу ғаиләһенә матур килен төшәсәк.
– Күп балалы ғаилә аслы-туҡлы йәшәй, ашарына, кейеренә юҡ, тип уйлаусылар бар. Төпкөл ауылдағылар мохтажлыҡта көн итә, тип күптәр яңылыша. Киреһенсә, улар матур һәм етеш донъя көтә, балалары тәүфиҡлы, эш һөйөүсән булып үҫә. Бындай ғаиләлә эскелек кеүек насар сифаттар юҡ, барыһы ла балалар өсөн эшләнә, уларҙы уҡытыу, кеше итеү, артабан илебеҙгә кәрәкле белгес итеп үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ғаилә ҡиммәттәре ундайҙарҙа ныҡлы була. Иң мөһиме – балалары ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, – ти Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина.
Кинйәбаевтар тәү ҡарашҡа ғәҙәти ауыл ғаиләләренән бер нимәһе менән дә айырылмаған кеүек. Әммә, мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тормошта үҙ урынын лайыҡлы таба алған, алты бала тәрбиәләп үҫтергән, сәләмәт тормош алып барған, донъяларын матур һәм нурлы иткән, үҙҙәре уңған һәм эшсән булған кешеләргә нисек һоҡланмайһың да башҡаларға өлгө итеп ҡуймайһың?! Тап Альбина һәм Илдус Кинйәбаевтар кеүек бәләкәй дәүләт нигеҙҙәре ныҡ һәм көслө булғанда, илебеҙ ҡеүәтле буласағына ышаныс ҙур.




Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә