Алты бала тәрбиәләп, хыялдарында ла булмаған күркәм һәм матур ике ҡатлы йортта йәшәгән Альбина менән Илдус Кинйәбаевтар – Йылайыр районында иң өлгөлө ғаиләләр рәтендә. Ишбулды ауылында ғүмер иткән йәштәр 2013 йылда федераль маҡсатлы дәүләт программаһы буйынса торлаҡ төҙөү өсөн 1 миллион 800 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы ала. – Хыялыбыҙҙа ла булмаған йортто һалып сығырға ярҙам иткән район етәкселәренә оло рәхмәтлебеҙ. Йортло булыу бәхетен кисереү һәр ғаилә өлөшөнә төшһөн, – ти хужабикә.
Төпкөл ауылда ла матур йәшәү өлгөһөн күрһәткән Кинйәбаевтар ғаиләһе бар яҡлап та маһир. Ғаилә башлығы үҙенең шәхси тракторы менән кәсеп итһә, уңған хужабикә һөт ризыҡтарын һата. Йәйге-көҙгө осорҙа тырыш ғаиләнең балалары үҙҙәренә уҡыу кәрәк-ярағын, кейем алырлыҡ байтаҡ аҡса эшләй. Беҙ барғанда ҡыҙҙары Гөлдәриә еләк йыйып, уны һатыуға алып сыҡҡан ине.
– Ғәҙел улым еләк һатып, үҙенә телефон һатып алды, ҡыҙҙарым кейем-һалым өсөн аҡса туплай. Йәй етһә, балаларым “эшкә китә” тип шаяртам, үҙебеҙгә етерлек ҡайнатма эшләп алабыҙ, артығын балалар һата. Теләктәре булғас, эшләһендәр, – ти атайҙары.
Әле ғаиләнең ҡырҡҡа ярылырҙай сағы: бесән мәле яҡынлашҡан, еләк-емеш ваҡыты, етмәһә, оло улдарының туйына әҙерләнергә кәрәк. Тиҙҙән ишле Кинйәбаевтарҙың татыу ғаиләһенә матур килен төшәсәк.
– Күп балалы ғаилә аслы-туҡлы йәшәй, ашарына, кейеренә юҡ, тип уйлаусылар бар. Төпкөл ауылдағылар мохтажлыҡта көн итә, тип күптәр яңылыша. Киреһенсә, улар матур һәм етеш донъя көтә, балалары тәүфиҡлы, эш һөйөүсән булып үҫә. Бындай ғаиләлә эскелек кеүек насар сифаттар юҡ, барыһы ла балалар өсөн эшләнә, уларҙы уҡытыу, кеше итеү, артабан илебеҙгә кәрәкле белгес итеп үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ғаилә ҡиммәттәре ундайҙарҙа ныҡлы була. Иң мөһиме – балалары ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, – ти Ҡашҡар ауыл биләмәһе башлығы Зөһрә Зәйнуллина.
Кинйәбаевтар тәү ҡарашҡа ғәҙәти ауыл ғаиләләренән бер нимәһе менән дә айырылмаған кеүек. Әммә, мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, тормошта үҙ урынын лайыҡлы таба алған, алты бала тәрбиәләп үҫтергән, сәләмәт тормош алып барған, донъяларын матур һәм нурлы иткән, үҙҙәре уңған һәм эшсән булған кешеләргә нисек һоҡланмайһың да башҡаларға өлгө итеп ҡуймайһың?! Тап Альбина һәм Илдус Кинйәбаевтар кеүек бәләкәй дәүләт нигеҙҙәре ныҡ һәм көслө булғанда, илебеҙ ҡеүәтле буласағына ышаныс ҙур.