Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Төбәккә ныҡлы терәк
“Базы” хужалығы халыҡты эшле, ашлы итә, торлағын да һалып бирә

Төбәккә ныҡлы терәкБында ысын мәғәнәһендә эш гөрләй: иртән ҡыҙ-ҡырҡын фермаларға һауынға ашыҡһа, ирҙәр малға аҙыҡ таратырға тип аттарын егә. Баҫыуҙа трактор тауышы ла һары таңдан ҡара кискә ҡәҙәр тынмай. Һәр ерҙә – тәртип, таҙалыҡ һәм бөхтәлек. Элекке ҡеүәтле колхоз-совхоздарҙы хәтерләтә бөгөн «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативы.


Районда, республикала ғына түгел, тотош Рәсәй кимәлендә лә иҡтисади яҡтан то­тороҡло, көслө, социаль йәһәттән дә тө­бәктең терәге булған хужалыҡтарҙан һанала бөгөн «Базы». Йәмғиәт эшсәндәре нигеҙҙә иген, көнбағыш, ҡарабойҙай, шә­кәр сөгөлдөрө, ит һәм һөт етештереү ме­нән шөғөлләнә һәм ошо продукцияны һа­тып, табыш алыу бында яҡшы ойошторолған.
Кооперативҡа оҙаҡ йылдар Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл ху­жа­лығы хеҙмәткәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, ғәҙел, талапсан ида­расы, һәр башланғыстың һөҙөмтә­ле­леген һәм ниндәй уңыштарға килте­рәсәген алдан уйлаусы Вадим Васильевич Соколов етәкселек итә. Фәнни ни­геҙ­ҙә эш­мә­кәрлек алып барған, теләһә нин­дәй тә­би­ғәт шарттарында ла иген­се­лектә һәм мал­сылыҡта даими ҡаҙа­ныш­тарға өл­гәшкән был хужалыҡ күптәргә өл­гө. Уның алдынғы тәжрибәһен өйрәнеү, уртаҡ­ла­шыу маҡсатында күләмле семинар-кә­ңәш­мәләр йыш ойошторола, бын­дағы ху­жалыҡ итеү моделе күп тараф­тарға ҡулланыуға тәҡдим ителә. Иҡти­са­ды ныҡлы «Базы» кооперативы гелән ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Яҡын-тирәләге хужалыҡтар иҡтисадына инвес­ти­ция йүнәлтеүсе лә, төрлө һөнәр эйә­лә­рен оло уңыштарға дәртләндергән ба­ғыусы ла, тормоштағы ҡатмарлы мәсьә­лә­ләрҙе хәл иткәндә тоғро ярҙамсы ла ул.Төбәккә ныҡлы терәк
– Беҙҙә тырыш, уңған, үҙ эшен яратып башҡарған халыҡ йәшәй, шуға күрһәт­кес­тәребеҙ юғары. Хеҙмәтебеҙҙе баһа­лайҙар икән, тимәк, башҡарған ғәмәл­дәребеҙ бушҡа булмаған. Әлбиттә, һәр уңыш – һәммәбеҙҙең уртаҡ хеҙмәт емеше ул, – ти Вадим Соколов. – Киләсәк быуындарға ла ҡалһын тип тырышабыҙ. Әле уй-хыялдарыбыҙ күп кенә, урындағы ауыл эшсәндәре тағы ла күркәмерәк, етешерәк йәшәһен өсөн бар көсөбөҙҙө, дәртебеҙҙе һаласаҡбыҙ.
«Базы»ның 35 мең гектар ере булһа, шуның ауыл хужалығы тәғәйен­лә­нешен­дәге майҙаны төбәктә иң ҙуры — 32 мең гектар. 22,7 мең гектары — һөрөнтө ер­ҙәр. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәрен ваҡы­тында һәм бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ойош­торғандар. Игенселәр көҙгә иген культураларынан, көнбағыштан, ҡарабой­ҙайҙан һәм шәкәр сөгөлдөрөнән мул ғы­на уңыш көтә. Баҫыуҙарҙа үҫкән иген һәм техник культуралар бөгөн диңгеҙҙе хәтерләтә. Әйткәндәй, яғыулыҡ-майлау материалдарына, минераль ашла­ма­лар­ға ҡытлыҡ бында бер ваҡытта ла күҙә­телмәй, уны һәр саҡ алдан хәстәрләйҙәр, хатта киләһе көҙгә лә артып ҡалған.
Иҡтисади именлекте тәьмин итеү өсөн заманса техника, йыһаз-ҡоролмалар булыуы шарт. Һәммәһенә лә базылар дәүләт кредиттары йәлеп итмәйенсә, үҙ көстәре менән өлгәшә. Техника паркы бай ғына, йыл һайын хужалыҡ ихатаһы сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙә етештерелгән ҡеүәтле ауыл хужалығы техникаһы менән тулылана, иҫкеләрен йүнәтеп, ҡабаттан баҫыуға сығаралар.
Шуныһы ла мөһим: продукцияны һаҡлау өсөн кооперативтың заманса йыһазландырылған иген ҡабул итеү пункты эшләй, унда бер юлы 25 мең тоннаны һалырға була. Ауылдарҙа 35 мең тонналыҡ келәттәр ҙә бар, 15 мең тонна силос һыйҙырышлы соҡорҙар ҡаралған. Ике иген киптергес эшләй.
Әле хужалыҡ эшсәндәре ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Аяҙ көндәрҙе файҙаланып, баҫыуҙан ҡайтып инмәйҙәр.
Йәмғиәттә ҡара-сыбар тоҡомло 5748 баш һыйыр малы аҫрала, шуның 1760-ы – һауын һыйыры. Тағы ла 288 баш йыл­ҡы малы тотола. Әле малсылыҡ про­дукцияһы етештереү менән ете һөтсөлөк һәм бер йылҡысылыҡ фермаһы шөғөл­ләнә. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла «500 ферма» программаһына ярашлы йыһазландырылған. Тағы ла 600 башҡа иҫәпләнгән заманса һөтсөлөк фермаһы төҙөлә.
Продукция етештереү күләме һуңғы йылдарҙа айырыуса артҡан, һатыуҙан килгән табыш хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, хужалыҡ кәрәк-ярағына, техника яңыртыуға, заманса ҡорамалдар һатып алыуға, ваҡ ремонт эштәренә тотонола. Тоҡомло мал үрсетеү менән шөғөлләнгән йәмғиәт йыл һайын 200 баш тана һата.Төбәккә ныҡлы терәк
– Беҙҙә етештерелгән продукцияға ихтыяж һәр саҡ ҙур, һатып алыусылар уның сифатын баһалап, беҙҙең менән эшләүҙе хуп күрә, – ти йәмғиәт етәксеһе Вадим Со­колов. – Конкуренция осоро, етеш­те­релгәнде отошло итеп һата белергә лә кәрәк бит, шуға ауыл эшсәндәре эшкә илке-һалҡы ҡарамай, үҙҙәренең бурысын намыҫлы башҡара. Продукцияның сифатын бөгөн юғалтһаҡ, иртәгә ҡулла­ныусыларҙы табыуы ауырға төшәсәк. Быны һәр кем яҡшы аңлай.
Кооператив оҙаҡ йылдар Бәләбәй һөт, Туймазы ҡалаһының «Сава» ит, Өфө икмәк комбинаттары, «Башспирт», «Раевшәкәр» йәмғиәттәре, Ижевск ҡалаһындағы «Сельстрой» һәм Ульяновск ҡалаһындағы «НПЦ Селекция» менән хеҙмәттәшлек итә.
«Базы»ла әле төрлө ауылдарҙан бөтә­һе 600-гә яҡын кеше эш менән мәш­ғүл, хаҡлы ялға сыҡҡандарға алмашҡа йәштәр бар. Юғары белемлеләргә лә ҡытлыҡ юҡ, юғары уҡыу йортон тамамлап киләләр бында. Хатта сит төбәктәрҙән дә эш һо­раусылар бар икән, күптәр сиратҡа баҫҡан. Йәштәрҙең ауылды ташлап китмәүенең ыңғай сәбәбе шунда: хеҙмәт хаҡы юғары, социаль яҡлауҙар ҡаралған. Бынан тыш, йәмғиәт тарафынан улар өсөн яңы йорттар төҙөлә – әле 26 йәш ғаилә бөтә уңайлыҡтары булған йорттарҙа йәшәй.




Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Саҡмағош районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә