Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Теплицалар күбәйә
Теплицалар күбәйә Рәсәй кәштәләре сит илдән килтерелгән йәшелсә урынына үҙебеҙҙеке менән тулылана. Яңы теплица проекттары һоҡланыу уята. Күптән түгел Липецк өлкәһендә ифрат ҙур комплекс төҙөлә башланы. Майҙаны 170 гектар тәшкил иткән бинаның хаҡы 170 миллиард һум тора.
Йәшелсәселәр тарма­ғының илебеҙ иҡтиса­дының ярайһы өлөшөн тәшкил итеүе бәхәсһеҙ. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса былтыр халыҡ йәшелсә һатып алыуға 340 миллиард һум аҡса тотонған. Бығаса аҡса башлыса сит илгә аҡты. Килеп тыуған көрсөккә ҡәҙәр йәшел тәмләт­кестәрҙең, помидорҙың, һарымһаҡтың һәм башҡа йәшелсәнең өстән ике өлөшө ситтән килтерелә ине.
Хәҙер импорт 40 про­центҡа тиклем ҡыҫҡарҙы. Шулай ҙа быны әлегә үтә әҙ тип булмай. Үҙебеҙҙә теплицалар етешмәүе кәртә булып тора ла инде. Былтыр Рәсәйҙә ябыҡ майҙандарҙа 722 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән. Беренсенән, 2010 йыл менән сағыштырғанда, был өс тапҡырға күберәк, икенсенән, үҙебеҙҙе тулыһынса туйындырыу өсөн йәнә 1,1 миллион тонна етештерергә кәрәк. РСФСР-ҙағы 1990 йылдар менән сағыштырғанда, теплицалар майҙаны әлегә 38 процентҡа кәмерәк. Мәҫәлән, беҙҙә улар Польшаға ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ.
Бәхеткә күрә, 2013 йылдан һуң хәл кинәт ыңғайға үҙгәрә башланы. Яңы проекттар барлыҡҡа килде, иң мөһиме – үҫентеләр майҙаны арта. Липецк янындағы “Октябрьский” теплица комплексы һуңғы 25 йылда иң ҙур проект булды. Мәҫәлән, ошоға тотонолған 12 миллиард һумға 10 – 15 ҙур сусҡа фермаһы йәки 20 ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөп булыр ине. Липецкта хужалыҡ өсөн газ үткәргес һуҙылған, ҡеүәтле электр станцияһы төҙөлә.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай инвестиция әүҙемлеге, эш йылдамлығы алдағы өс-дүрт йылда илдә теплицалар майҙанын 25 – 30 процентҡа үҫтерергә, өс мең гектарға еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Ул сағында кәштәләрҙә ситтән килгән йәшелсәгә урын ҡалмаясаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә