Рәсәй кәштәләре сит илдән килтерелгән йәшелсә урынына үҙебеҙҙеке менән тулылана. Яңы теплица проекттары һоҡланыу уята. Күптән түгел Липецк өлкәһендә ифрат ҙур комплекс төҙөлә башланы. Майҙаны 170 гектар тәшкил иткән бинаның хаҡы 170 миллиард һум тора.Йәшелсәселәр тармағының илебеҙ иҡтисадының ярайһы өлөшөн тәшкил итеүе бәхәсһеҙ. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса былтыр халыҡ йәшелсә һатып алыуға 340 миллиард һум аҡса тотонған. Бығаса аҡса башлыса сит илгә аҡты. Килеп тыуған көрсөккә ҡәҙәр йәшел тәмләткестәрҙең, помидорҙың, һарымһаҡтың һәм башҡа йәшелсәнең өстән ике өлөшө ситтән килтерелә ине.
Хәҙер импорт 40 процентҡа тиклем ҡыҫҡарҙы. Шулай ҙа быны әлегә үтә әҙ тип булмай. Үҙебеҙҙә теплицалар етешмәүе кәртә булып тора ла инде. Былтыр Рәсәйҙә ябыҡ майҙандарҙа 722 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән. Беренсенән, 2010 йыл менән сағыштырғанда, был өс тапҡырға күберәк, икенсенән, үҙебеҙҙе тулыһынса туйындырыу өсөн йәнә 1,1 миллион тонна етештерергә кәрәк. РСФСР-ҙағы 1990 йылдар менән сағыштырғанда, теплицалар майҙаны әлегә 38 процентҡа кәмерәк. Мәҫәлән, беҙҙә улар Польшаға ҡарағанда ике тапҡырға аҙыраҡ.
Бәхеткә күрә, 2013 йылдан һуң хәл кинәт ыңғайға үҙгәрә башланы. Яңы проекттар барлыҡҡа килде, иң мөһиме – үҫентеләр майҙаны арта. Липецк янындағы “Октябрьский” теплица комплексы һуңғы 25 йылда иң ҙур проект булды. Мәҫәлән, ошоға тотонолған 12 миллиард һумға 10 – 15 ҙур сусҡа фермаһы йәки 20 ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөп булыр ине. Липецкта хужалыҡ өсөн газ үткәргес һуҙылған, ҡеүәтле электр станцияһы төҙөлә.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай инвестиция әүҙемлеге, эш йылдамлығы алдағы өс-дүрт йылда илдә теплицалар майҙанын 25 – 30 процентҡа үҫтерергә, өс мең гектарға еткерергә мөмкинлек бирәсәк. Ул сағында кәштәләрҙә ситтән килгән йәшелсәгә урын ҡалмаясаҡ.