Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ер Себерҙән егеттәрҙе көтә...
Ер Себерҙән егеттәрҙе көтә... – Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре менән осрашып, әле генә район үҙәгенән ҡайтып торам. Күптәребеҙҙе борсоған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә йыйылғайныҡ, – тип ҡаршы алды Түбәнге Һаҙ ауылынан фермер хужалығы етәксеһе Юнир Искәндәров. – Шөкөр, көнүҙәк һаналғандарҙың барыһы ла ыңғай хәл ителде, хәҙер тырышып эшләргә генә ҡала.

Әйткәндәй, Юнир Ғүмәр улы бы­на бер нисә йыл инде район крәҫ­тиән (фермер) хужалыҡтары ас­со­циа­цияһы рәйесе йөгөн дә тарта. Булдыҡлы егет яңы эш башлау­сыларға дәүләт тарафынан ярҙам бүленәсәген ишетеп, ҡатыны менән кәңәш ҡороп, 2009 йылда үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарамаҡсы була. 100 гектар ер алып, дәүләт күрһәткән ярҙам аҡсаһына ауыл хужалығы техникаһы һатып ала, бойҙай сәсә. “Тәүге осор ауыр кеүек күренһә лә, тәжрибәле фермерҙарҙан һәр яҡлап ярҙам, яҡлау тойғас, эшемде тиҙ арала юлға һалырға өлгәштем”, – ти йәш фермер.
Бөгөн Юнир, ауыл халҡының пай ерҙәрен дә алып, 700 гектар ерҙе эшкәртә. Әле игенселәр һоло, көнбағыш, бойҙай, кукуруз сәскән. Яғыулыҡ, орлоҡ, минераль ашла­маларҙы ваҡытында хәстәрләгәс, яҙғы сәсеү барышында бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ осрамаған. Техни­ка­ның төҙөк булыуы ла эште тотҡар­лыҡһыҙ атҡарырға мөмкинлек биргән. Шуныһы ла мөһим: әле уның техника паркы бай ғына, йылдың-йылы яңырып тора.
Уңған фермер баҫыусылыҡ менән генә шөғөлләнмәй, уның хужалығында 120 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы ла аҫрала. Мал аҙығы ҡыштан артып ҡалған, хатта киләһенә етерлек. Бөгөн малдар хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йәйге йәйләүҙә тотола. Яңы тыуған быҙауҙарға ла иркен ялан кәртә ҡаралған. Әҙер продукцияны көн һайын Магнитогорск һөт комбинаты үҙҙәренең машина­һында килеп, литрын 17 һум менән һатып алалар. Һатыуҙан килгән табыш йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ ҡына аҡса ла индерә икән.
– Бер кем алдында ла бурыс юҡ, хеҙмәт­кәрҙәргә лә эш хаҡы ваҡытында түләнә, – ти фермер. – Әммә йәш­тәрҙең булмауы ғына бәкәлгә һуға. Күптәре бөгөн Себер тарафтарында тир түгә. Эш һорап килгәндәрҙе кире бороп сығармай­быҙ былай.
Хужалыҡ етәкселеге һауынсы Надежда Журавлеваны, малсылар Андрей, Алексей Бабаевтарҙы, Зиннур Чиляковты маҡтап телгә алды. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Александр Михайлов етәкселегендә игенселәр Николай Давыдов, Азат Фәрхет­динов, Виталий Милошин яҙғы сәсеү эштәрен сифатлы һәм ваҡытында башҡарып сыҡҡан.



Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Күгәрсен районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә