– Крәҫтиән (фермер) хужалығы етәкселәре менән осрашып, әле генә район үҙәгенән ҡайтып торам. Күптәребеҙҙе борсоған ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итергә йыйылғайныҡ, – тип ҡаршы алды Түбәнге Һаҙ ауылынан фермер хужалығы етәксеһе Юнир Искәндәров. – Шөкөр, көнүҙәк һаналғандарҙың барыһы ла ыңғай хәл ителде, хәҙер тырышып эшләргә генә ҡала.Әйткәндәй, Юнир Ғүмәр улы бына бер нисә йыл инде район крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесе йөгөн дә тарта. Булдыҡлы егет яңы эш башлаусыларға дәүләт тарафынан ярҙам бүленәсәген ишетеп, ҡатыны менән кәңәш ҡороп, 2009 йылда үҙен яңы өлкәлә һынап ҡарамаҡсы була. 100 гектар ер алып, дәүләт күрһәткән ярҙам аҡсаһына ауыл хужалығы техникаһы һатып ала, бойҙай сәсә. “Тәүге осор ауыр кеүек күренһә лә, тәжрибәле фермерҙарҙан һәр яҡлап ярҙам, яҡлау тойғас, эшемде тиҙ арала юлға һалырға өлгәштем”, – ти йәш фермер.
Бөгөн Юнир, ауыл халҡының пай ерҙәрен дә алып, 700 гектар ерҙе эшкәртә. Әле игенселәр һоло, көнбағыш, бойҙай, кукуруз сәскән. Яғыулыҡ, орлоҡ, минераль ашламаларҙы ваҡытында хәстәрләгәс, яҙғы сәсеү барышында бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ осрамаған. Техниканың төҙөк булыуы ла эште тотҡарлыҡһыҙ атҡарырға мөмкинлек биргән. Шуныһы ла мөһим: әле уның техника паркы бай ғына, йылдың-йылы яңырып тора.
Уңған фермер баҫыусылыҡ менән генә шөғөлләнмәй, уның хужалығында 120 баш симменталь тоҡомло һыйыр малы ла аҫрала. Мал аҙығы ҡыштан артып ҡалған, хатта киләһенә етерлек. Бөгөн малдар хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йәйге йәйләүҙә тотола. Яңы тыуған быҙауҙарға ла иркен ялан кәртә ҡаралған. Әҙер продукцияны көн һайын Магнитогорск һөт комбинаты үҙҙәренең машинаһында килеп, литрын 17 һум менән һатып алалар. Һатыуҙан килгән табыш йәмғиәт ҡаҙнаһына байтаҡ ҡына аҡса ла индерә икән.
– Бер кем алдында ла бурыс юҡ, хеҙмәткәрҙәргә лә эш хаҡы ваҡытында түләнә, – ти фермер. – Әммә йәштәрҙең булмауы ғына бәкәлгә һуға. Күптәре бөгөн Себер тарафтарында тир түгә. Эш һорап килгәндәрҙе кире бороп сығармайбыҙ былай.
Хужалыҡ етәкселеге һауынсы Надежда Журавлеваны, малсылар Андрей, Алексей Бабаевтарҙы, Зиннур Чиляковты маҡтап телгә алды. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Александр Михайлов етәкселегендә игенселәр Николай Давыдов, Азат Фәрхетдинов, Виталий Милошин яҙғы сәсеү эштәрен сифатлы һәм ваҡытында башҡарып сыҡҡан.