Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тәүәккәлдәр таба әмәлен
Тәүәккәлдәр таба әмәлен Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта инженер вазифаһында йөрөгән Әдил Әхмәтдиновтың кинәт фермерлыҡҡа тотоноуын һәр кем үҙенсә фараз итте. “Әллә фермер икмәге еңел бирелә тип уйлай инде, эшләгән урыны ла насар түгел ине”, – тип әйтеүселәр ҙә булды. Егетте электән белгәндәр: “Әдил тотонһа, эшләр ул”, – тип уның был ниәтен хупланы. Бына шулай теүәл дүрт йыл элек “Әхмәтдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы барлыҡҡа килде.

Эйе, ер, крәҫтиән эше бер саҡта ла еңел бирелмәгән. Уңыш йыш ҡына йылдың нисек килеүенә бәйле. Әммә ваҡыты менән иҫәп­ләшмәгән эшһөйәрҙәр ҡаршылыҡ­тарҙы еңә-еңә маҡсатына өлгәшә. Бәләкәйҙән тырышлығы, тәүәккәл­леге менән айырылып торған Әдил үҙенең эшмәкәрлеген ҡапыл икенсе юҫыҡҡа үҙгәртеү хаҡында, халыҡ әйтмеш­ләй, ете ҡат үлсәп уйла­ғайны. Башлағанын ташлап ҡуя торған холҡо юҡ уның. Тәүҙә энергетика техникумында, унан аграр университетта алған белеме, эш, тормош тәжрибәһе егеткә көс, дәрт өҫтәй.
Егеттең уй-ниәтен район хаки­миәте башлығы Рафиҡ Харисов хуп­лап ҡаршы алды. Хөрмәт итә ул тәүәккәл егеттәрҙе. Бөгөнгө заманда районды төҙөкләндереүҙә уларҙың өлөшө сикһеҙ ҙур. Шуға башлыҡ бер ваҡытта ла ундайҙарҙың ниәтенә ҡаршы тормай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Заман аҡса эшләргә өйрәтеүҙе талап итә. Һәр ваҡыт табыш кәрәк. Шуға ла эшкә тотоноу менән буш торған, хужаһыҙ биналарҙы рәсмиләштереп, уларҙы эшҡыуарҙарға биреү юлға һалынған районда. Урындағы ҡаҙнаға килгән аҡса социаль инфраструктураны үҫтереүгә тотонола. Ауылдан бер яҡ ситтә урынлашҡан, ун алты йыл буш ултырған санэпидемстанция бинаһы ла хәҙер үҙенә яңы хужа тапҡан. Радик Әхмәтйәнов тәртипкә килтереп, үҙ эшен асҡан унда. Элекке автотранспорт предприятиеһы биналарын Илшат Монасов тигән эшҡыуар һатып алып, заманса үҙгәртеп ҡорған да сауҙа үҙәгенә әйләндергән.
Тәүҙә Әдил элекке “Урожай” колхозының ташландыҡ биналарын рәтләй, елләтеү ҡорамалдары ҡуя. Район етәкселеге 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Бөгөн таҙа, йылы ҡураларҙа ҡара-сыбар тоҡомло 50 баш һыйыр үҙен иркен тоя. Мал аҙығына ҡытлыҡ булмағас, быҙауҙар, таналар күҙгә күренеп көрәйә. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ваҡытында бирелә.
Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. Тракторҙар, сәскестәр, ике “Енисей” комбайны һатып алынған. Улар бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек.
– Егеттәр шәп, – тип маҡтап бөтә алмай хеҙмәткәрҙәрен етәксе. – Бигерәк тә Рәмил Ярышев менән Артур Шакировты бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыр инем – тракторҙарҙы үҙҙәре ремонтлай.
Фермерлыҡҡа тотоноуына үкен­мәй Әдил Әхмәтдинов. Киләсәген тап ошо йүнәлештә күрә ул.



Район: Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә