Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта инженер вазифаһында йөрөгән Әдил Әхмәтдиновтың кинәт фермерлыҡҡа тотоноуын һәр кем үҙенсә фараз итте. “Әллә фермер икмәге еңел бирелә тип уйлай инде, эшләгән урыны ла насар түгел ине”, – тип әйтеүселәр ҙә булды. Егетте электән белгәндәр: “Әдил тотонһа, эшләр ул”, – тип уның был ниәтен хупланы. Бына шулай теүәл дүрт йыл элек “Әхмәтдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы барлыҡҡа килде. Эйе, ер, крәҫтиән эше бер саҡта ла еңел бирелмәгән. Уңыш йыш ҡына йылдың нисек килеүенә бәйле. Әммә ваҡыты менән иҫәпләшмәгән эшһөйәрҙәр ҡаршылыҡтарҙы еңә-еңә маҡсатына өлгәшә. Бәләкәйҙән тырышлығы, тәүәккәллеге менән айырылып торған Әдил үҙенең эшмәкәрлеген ҡапыл икенсе юҫыҡҡа үҙгәртеү хаҡында, халыҡ әйтмешләй, ете ҡат үлсәп уйлағайны. Башлағанын ташлап ҡуя торған холҡо юҡ уның. Тәүҙә энергетика техникумында, унан аграр университетта алған белеме, эш, тормош тәжрибәһе егеткә көс, дәрт өҫтәй.
Егеттең уй-ниәтен район хакимиәте башлығы Рафиҡ Харисов хуплап ҡаршы алды. Хөрмәт итә ул тәүәккәл егеттәрҙе. Бөгөнгө заманда районды төҙөкләндереүҙә уларҙың өлөшө сикһеҙ ҙур. Шуға башлыҡ бер ваҡытта ла ундайҙарҙың ниәтенә ҡаршы тормай, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Заман аҡса эшләргә өйрәтеүҙе талап итә. Һәр ваҡыт табыш кәрәк. Шуға ла эшкә тотоноу менән буш торған, хужаһыҙ биналарҙы рәсмиләштереп, уларҙы эшҡыуарҙарға биреү юлға һалынған районда. Урындағы ҡаҙнаға килгән аҡса социаль инфраструктураны үҫтереүгә тотонола. Ауылдан бер яҡ ситтә урынлашҡан, ун алты йыл буш ултырған санэпидемстанция бинаһы ла хәҙер үҙенә яңы хужа тапҡан. Радик Әхмәтйәнов тәртипкә килтереп, үҙ эшен асҡан унда. Элекке автотранспорт предприятиеһы биналарын Илшат Монасов тигән эшҡыуар һатып алып, заманса үҙгәртеп ҡорған да сауҙа үҙәгенә әйләндергән.
Тәүҙә Әдил элекке “Урожай” колхозының ташландыҡ биналарын рәтләй, елләтеү ҡорамалдары ҡуя. Район етәкселеге 100 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәтә. Бөгөн таҙа, йылы ҡураларҙа ҡара-сыбар тоҡомло 50 баш һыйыр үҙен иркен тоя. Мал аҙығына ҡытлыҡ булмағас, быҙауҙар, таналар күҙгә күренеп көрәйә. Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ваҡытында бирелә.
Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. Тракторҙар, сәскестәр, ике “Енисей” комбайны һатып алынған. Улар бөгөндән баҫыуға сығырға әҙер, орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары етерлек.
– Егеттәр шәп, – тип маҡтап бөтә алмай хеҙмәткәрҙәрен етәксе. – Бигерәк тә Рәмил Ярышев менән Артур Шакировты бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйыр инем – тракторҙарҙы үҙҙәре ремонтлай.
Фермерлыҡҡа тотоноуына үкенмәй Әдил Әхмәтдинов. Киләсәген тап ошо йүнәлештә күрә ул.