Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йәштәр ижады – иҡтисад ихтыяжына
Йәштәр ижады – иҡтисад ихтыяжына Өфөлә “Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк проекттары – йәштәр күҙлегенән” тип аталған Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен дауам итә. Ул IX халыҡ-ара “Интеллектуаль милек – XXI быуат” форумы сиктәрендә уҙғарыла.

Йәштәр ижады – иҡтисад ихтыяжынаКонференцияның төп бурыстары ­– йәштәр ижадын һәм инновацион әүҙемлеген дәртләндереү, йәштәр араһында интеллектуаль милек мәҙәниәтен, белем-үҙ-үҙеңде тотоу моделдәрен өйрәнеү һәм популярлаштырыу, төрлө тармаҡтарҙа һәм өлкәләрҙә тормошҡа ашырыу потенциалы булған ғилми-ғәмәли, мәғариф, социаль йүнәлештәге йәштәр проекттарын һайлап алыу.
­– Республикала шундай оло сараны ҡабул итеү беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки бөгөн Рәсәй киңлегендә генә түгел, бөтә донъяла үҙебеҙҙең йәшәйешебеҙҙе раҫлауға йүнәлеш алғанбыҙ. Ошо залда ШОС һәм БРИКС саммиттары ултырыштарында БРИКС дәүләт башлыҡтарының донъя сәйәсәте мәсьәләләре тураһында һүҙ алып барыуына бер йыл да үтмәгән. Һәм бөгөн тап ошонда йәштәрҙең үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһауы әһәмиәтле, ­– тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, ҡатнашыусыларҙы тәбрик­ләп. – Ошондай саралар, йыйындар – бер-берегеҙ менән күрешеү, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ғына түгел, шулай уҡ оло быуын менән кәңәшләшеп, уларға үҙ ҡарашығыҙҙы еткереү өсөн бик уңайлы мөмкинлек.
Йәштәр ижады – иҡтисад ихтыяжынаСарала Мәскәү ҡунағы – Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко ла ҡатнашты.
Конференцияла мәктәп уҡыусыла­ры һәм студенттар үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһаны. Улар өсөн һигеҙ секция эшләне – фәнни-техник проекттар, социаль өлкә өсөн интеллектуаль милек, интеллектуаль милек өлкәһендә мәктәп уҡыусылары проекттары, нефть химияһы һәм нефть сығарыу сәнәғәте өлкәһендәге проекттар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проекттар һәм программалар, авиация сәнәғәте проекттары, тимер юл транспорты өлкәһендәге проекттар, иҡтисад һәм мәғариф өлкәһендәге проекттар. Барыһы туғыҙ округтан һәм 29 Рәсәй төбәгенән 261 проект ҡабул ителде, улар араһында Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан да проекттар бар (2015 йылда биш федераль округтан барлығы 110 проект булған).
Быйыл уйлап табыу һәләте өсөн Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһының алтын миҙалын Өфө моторҙар етештереү берекмәһе филиалы – А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы инженеры Алексей Зубко яуланы.



Валентина МАТВИЕНКО, Федерация Советы Рәйесе:

­– Конференцияны беҙ өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ. Йылдан-йыл ҡатна­шыусылар һаны күбәйеүе, уға фәнни донъяның, сит илдәрҙең иғтибары үҫеүе ҡыуандыра. Башҡортостан Республикаһы – ҡеүәтле интеллектуаль һәм сәнәғәт өлкәһендә дөйөм танылыу алған төбәк. Уның интеллектуаль милек өлкәһендәге инновацион иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә файҙалы булыуына иманым камил.


Автор: Шәфҡәт ҒӘБИТОВ. Фото: Э. Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә