Өфөлә “Интеллектуаль милек өлкәһендә төбәк проекттары – йәштәр күҙлегенән” тип аталған Бөтә Рәсәй йәштәр ғилми-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен дауам итә. Ул IX халыҡ-ара “Интеллектуаль милек – XXI быуат” форумы сиктәрендә уҙғарыла.Конференцияның төп бурыстары – йәштәр ижадын һәм инновацион әүҙемлеген дәртләндереү, йәштәр араһында интеллектуаль милек мәҙәниәтен, белем-үҙ-үҙеңде тотоу моделдәрен өйрәнеү һәм популярлаштырыу, төрлө тармаҡтарҙа һәм өлкәләрҙә тормошҡа ашырыу потенциалы булған ғилми-ғәмәли, мәғариф, социаль йүнәлештәге йәштәр проекттарын һайлап алыу.
– Республикала шундай оло сараны ҡабул итеү беҙҙең өсөн бик мөһим, сөнки бөгөн Рәсәй киңлегендә генә түгел, бөтә донъяла үҙебеҙҙең йәшәйешебеҙҙе раҫлауға йүнәлеш алғанбыҙ. Ошо залда ШОС һәм БРИКС саммиттары ултырыштарында БРИКС дәүләт башлыҡтарының донъя сәйәсәте мәсьәләләре тураһында һүҙ алып барыуына бер йыл да үтмәгән. Һәм бөгөн тап ошонда йәштәрҙең үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһауы әһәмиәтле, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп. – Ошондай саралар, йыйындар – бер-берегеҙ менән күрешеү, аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу ғына түгел, шулай уҡ оло быуын менән кәңәшләшеп, уларға үҙ ҡарашығыҙҙы еткереү өсөн бик уңайлы мөмкинлек.
Сарала Мәскәү ҡунағы – Рәсәйҙең Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко ла ҡатнашты.
Конференцияла мәктәп уҡыусылары һәм студенттар үҙҙәренең проекттары менән сығыш яһаны. Улар өсөн һигеҙ секция эшләне – фәнни-техник проекттар, социаль өлкә өсөн интеллектуаль милек, интеллектуаль милек өлкәһендә мәктәп уҡыусылары проекттары, нефть химияһы һәм нефть сығарыу сәнәғәте өлкәһендәге проекттар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге проекттар һәм программалар, авиация сәнәғәте проекттары, тимер юл транспорты өлкәһендәге проекттар, иҡтисад һәм мәғариф өлкәһендәге проекттар. Барыһы туғыҙ округтан һәм 29 Рәсәй төбәгенән 261 проект ҡабул ителде, улар араһында Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстандан да проекттар бар (2015 йылда биш федераль округтан барлығы 110 проект булған).
Быйыл уйлап табыу һәләте өсөн Бөтә донъя интеллектуаль милек ойошмаһының алтын миҙалын Өфө моторҙар етештереү берекмәһе филиалы – А. Люлька исемендәге тәжрибә-конструкторлыҡ бюроһы инженеры Алексей Зубко яуланы.
Валентина МАТВИЕНКО, Федерация Советы Рәйесе: – Конференцияны беҙ өсөнсө тапҡыр үткәрәбеҙ. Йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны күбәйеүе, уға фәнни донъяның, сит илдәрҙең иғтибары үҫеүе ҡыуандыра. Башҡортостан Республикаһы – ҡеүәтле интеллектуаль һәм сәнәғәт өлкәһендә дөйөм танылыу алған төбәк. Уның интеллектуаль милек өлкәһендәге инновацион иҡтисади проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе башҡа төбәктәргә лә файҙалы булыуына иманым камил.