Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Төрмәнән сыҡҡан лимонад
Төрмәнән сыҡҡан лимонад, йәки Хеҙмәт терапияһы тураһында бер кәлимә

Үҙен Хисмәт тип таныштырған ағай менән баҙарҙа таныштыҡ. Ул ағастан һырлап эшләгән өҫтәл, тумбочка, ултырғыстар зауыҡлы, сифатлы булыуы менән әллә ҡайҙан айырылып тора ине. Ярайһы ҡыйбат булыуға ҡарамаҫтан, һатып алыусылар ҙа бар. Ағайҙың был эшкә нисек тотоноуы хаҡында ҡыҙыҡһынғас, төрмәлә өйрәндем, тине. Баҡһаң, бындай шөғөл менән бөтөнләй мауыҡмаған ағай рәшәткә артында ошо эшкә ылығып китә, оҫтара. Иреккә сыҡҡас, үҙенең бәләкәй генә оҫтаханаһын булдырып, ғаиләһен ҡарай.


Ғәҙәттә, беҙ төрмәлә ултырғандар ха­ҡында һүҙ алып барғанда осло тимер сым­дарҙы, һаҡсыларҙы күҙ алдына килте­рә­беҙ. Әммә бында ла хеҙмәт тәрбиәһе тәүге урынға ҡуйыла. Мәҫәлән, былтыр һаҡ аҫтындағылар бөтәһе 33,2 миллиард һумлыҡ хеҙмәт күрһәткән. Тап ошо маҡсаттан ил Хөкүмәте күптән түгел иркенән хөкөм ителгәндәр башҡарасаҡ шөғөлдәр исемлеген раҫланы. Унда һунар итеү, балыҡ тотоу, ҡиммәтле таштарҙы эшкәртеү кеүек хеҙмәттәр ҡаралған.
Әйткәндәй, былтыр колонияларҙа 191, 9 мең тотҡон түләүле эшкә урынлаш­тырылған. Шул иҫәптән 142,4 меңе – етештереү тармағына. Ә холоҡ төҙәтеү учреждениеларының хужалыҡ эштәренә 49,5 мең кеше йәлеп ителгән.
Исемлектәге Интернет аша автомо­билдәр менән сауҙа итеү хаҡындағы пункт күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлегә эксперттар ҙа был юҫыҡта аныҡ ҡына аң­латма бирә алмай. Бары һорауҙар ғына бар. Бәлки, төрмәләрҙә дилер үҙәктәре асылыр? Йәнә тотонолған машиналарҙы һатыр өсөн автобаҙарҙар эшләй башлар? Әлбиттә, рәшәткә артында автомобил­дәрҙе башынан аҙағына тиклем йыйма­һалар ҙа, ниндәйҙер өлөштәрен эшләйҙәр. Мәҫәлән, ғәҙәти “КамАЗ”дарҙы тотҡон­дарҙы йөрө­төү өсөн үҙгәртеп ҡороуҙары ихтимал.
Ҡабул ителгән исемлектә хөкөм ител­гәндәрҙе һунарға, балыҡ тоторға алып сығыу пункты ла әллә ни ғәжәпләнеү тыуҙырмай, сөнки тотҡондарҙың диңгеҙҙә ошо шөғөл менән мәшғүл булыуы күптән билдәле. Әлбиттә, был осраҡта уларҙың барыһы ла түгел, ә һайлап алынып ылыҡ­тырыласаҡ. Мәҫәлән, айырыуса хәүефле енәйәтселәрҙе нисек итеп һаҡ аҫтында булһа ла иреккә сығармаҡ кәрәк?!
– Хөкөм ителгәндәрҙе хеҙмәткә йәлеп итеүҙең төп маҡсаты – уларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, социаль-көнкүреш мәсьә­лә­ләрен хәл итеү, – ти был йүнәлештәге Федераль хеҙмәт директорының беренсе урынбаҫары Анатолий Рудый. – Күптәр төр­мәлә үҙенең бығаса тойолмаған һә­лә­тен аса, эшкә өйрәнә. Бөгөн һаҡ аҫтын­дағылар эске эштәр хеҙмәткәрҙәре, хәрби частар өсөн форма тегеү буйынса дәүләт заказын башҡара. Бынан тыш, колония­лар­ҙа эшҡыуарлыҡ хуплана. Ҡыҙыҡлы про­екттар бар. Мәҫәлән, Малечкино ҡош­солоҡ фабрикаһында ирекле ҡатын-ҡыҙ­ҙар менән бергә хөкөм ителгәндәр ҙә эш­ләй. Хатта ҡайһы берәүҙәр яза срогы та­мам­ланһа ла, ошо предприятиела эшкә ҡала.
Былтыр Кемерово өлкәһенең ҡаты режимлы колонияһында, мәҫәлән, лимонад етештереү цехы асылған. Унда балалар яратып эскән “Буратино”, “Дюшес”, “Лимо­над”, “Колокольчик”, “Крем-сода”, ”Тархун”, “Яблочный аромат”, “Апельсиновый аромат” һәм кеүәҫтең бер нисә төрө етештерелә.
Липецк өлкәһендә аяҡ кейеме тегеү цехы эшләй башлаған. Хөкөм ителеү­селәр унда Италия ҡорамалдарында сифатлы тауар етештерә.
Мәғлүмәттәр буйынса, былтыр холоҡ төҙәтеү урындарында 3043 яңы тауар етештереү ойошторолоп, йәмғеһе 26 мең эш урыны булдырылған. Ә бөтәһе 3,95 миллиард һумлыҡ продукцияны һатыуҙан 272,8 миллион һум табыш алынған.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан коло­нияларында етештереү күләме 200 мил­лион һумға артҡан. Тотҡондар барлығы бер миллиард 200 миллион һум­лыҡ тауар сығарған. Айырыуса 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы яҡшы һөҙөмтә күрһәт­кән. Хеҙмәткә өс меңдән ашыу ке­ше йә­леп ителһә, көнлөк эш хаҡы 243 һум тәш­кил иткән. Һаҡ аҫтындағыларҙың ауыл ху­жалығы аҙығын әҙерләүҙә өлөшө арта. Былтыр улар баҫыуҙарҙа 250 миллион һумлыҡ бәрәңге, йәшелсә етеш­тер­гән. Йә­нә металл эшкәртеү, еңел индус­трия, төҙөлөш материалдары тармағында, һаҡ аҫтына алынғандарҙы йөрөтөү өсөн ма­ши­налар йыйыу, радиоактив ҡалдыҡ­тарҙы һаҡлау өсөн контейнерҙар эшләйҙәр.
Хеҙмәт һәр ваҡыт кешене тәрбиәләүсе, үҫтереүсе сара булып ҡала. Хөкөм ител­гәндәр эш хаҡына бурысын түләй, сөнки улар араһында тап ошо арҡала бында килеп эләккәндәр бихисап. Икен­селәре кемгәлер килтергән зыянын ҡаплай, өсөнсөләре иһә аҡса туплай.
Ә бына төрмә предприятиеларында хеҙмәт хаҡы, үкенескә ҡаршы, әллә ни шәп­тән тип булмай. Мәҫәлән, Ханты-Ман­си автономиялы округында тотҡон­дар­ҙың уртаса эш хаҡы 338 һум булған. Төрмә етәкселеге бының үтә аҙ булыуы хаҡындағы мәсьәләне бер нисә тапҡыр күтәреп сыҡһа ла, ул һаман хәл ителмәй. Дөрөҫ, яҡшы эш хаҡы булған колониялар ҙа юҡ түгел. Әммә улары аҙ. Шуға ла бө­гөн бындай учреждениеларҙа етештереү, хеҙмәт хаҡын арттырыу йәһәтенән төрлө проекттар ҡарала. Яңы ҡарар яңы мөмкинлектәр булдырыр тип көтөлә.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә