,
йәки Хеҙмәт терапияһы тураһында бер кәлимә
Үҙен Хисмәт тип таныштырған ағай менән баҙарҙа таныштыҡ. Ул ағастан һырлап эшләгән өҫтәл, тумбочка, ултырғыстар зауыҡлы, сифатлы булыуы менән әллә ҡайҙан айырылып тора ине. Ярайһы ҡыйбат булыуға ҡарамаҫтан, һатып алыусылар ҙа бар. Ағайҙың был эшкә нисек тотоноуы хаҡында ҡыҙыҡһынғас, төрмәлә өйрәндем, тине. Баҡһаң, бындай шөғөл менән бөтөнләй мауыҡмаған ағай рәшәткә артында ошо эшкә ылығып китә, оҫтара. Иреккә сыҡҡас, үҙенең бәләкәй генә оҫтаханаһын булдырып, ғаиләһен ҡарай. Ғәҙәттә, беҙ төрмәлә ултырғандар хаҡында һүҙ алып барғанда осло тимер сымдарҙы, һаҡсыларҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Әммә бында ла хеҙмәт тәрбиәһе тәүге урынға ҡуйыла. Мәҫәлән, былтыр һаҡ аҫтындағылар бөтәһе 33,2 миллиард һумлыҡ хеҙмәт күрһәткән. Тап ошо маҡсаттан ил Хөкүмәте күптән түгел иркенән хөкөм ителгәндәр башҡарасаҡ шөғөлдәр исемлеген раҫланы. Унда һунар итеү, балыҡ тотоу, ҡиммәтле таштарҙы эшкәртеү кеүек хеҙмәттәр ҡаралған.
Әйткәндәй, былтыр колонияларҙа 191, 9 мең тотҡон түләүле эшкә урынлаштырылған. Шул иҫәптән 142,4 меңе – етештереү тармағына. Ә холоҡ төҙәтеү учреждениеларының хужалыҡ эштәренә 49,5 мең кеше йәлеп ителгән.
Исемлектәге Интернет аша автомобилдәр менән сауҙа итеү хаҡындағы пункт күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлегә эксперттар ҙа был юҫыҡта аныҡ ҡына аңлатма бирә алмай. Бары һорауҙар ғына бар. Бәлки, төрмәләрҙә дилер үҙәктәре асылыр? Йәнә тотонолған машиналарҙы һатыр өсөн автобаҙарҙар эшләй башлар? Әлбиттә, рәшәткә артында автомобилдәрҙе башынан аҙағына тиклем йыймаһалар ҙа, ниндәйҙер өлөштәрен эшләйҙәр. Мәҫәлән, ғәҙәти “КамАЗ”дарҙы тотҡондарҙы йөрөтөү өсөн үҙгәртеп ҡороуҙары ихтимал.
Ҡабул ителгән исемлектә хөкөм ителгәндәрҙе һунарға, балыҡ тоторға алып сығыу пункты ла әллә ни ғәжәпләнеү тыуҙырмай, сөнки тотҡондарҙың диңгеҙҙә ошо шөғөл менән мәшғүл булыуы күптән билдәле. Әлбиттә, был осраҡта уларҙың барыһы ла түгел, ә һайлап алынып ылыҡтырыласаҡ. Мәҫәлән, айырыуса хәүефле енәйәтселәрҙе нисек итеп һаҡ аҫтында булһа ла иреккә сығармаҡ кәрәк?!
– Хөкөм ителгәндәрҙе хеҙмәткә йәлеп итеүҙең төп маҡсаты – уларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, социаль-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү, – ти был йүнәлештәге Федераль хеҙмәт директорының беренсе урынбаҫары Анатолий Рудый. – Күптәр төрмәлә үҙенең бығаса тойолмаған һәләтен аса, эшкә өйрәнә. Бөгөн һаҡ аҫтындағылар эске эштәр хеҙмәткәрҙәре, хәрби частар өсөн форма тегеү буйынса дәүләт заказын башҡара. Бынан тыш, колонияларҙа эшҡыуарлыҡ хуплана. Ҡыҙыҡлы проекттар бар. Мәҫәлән, Малечкино ҡошсолоҡ фабрикаһында ирекле ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә хөкөм ителгәндәр ҙә эшләй. Хатта ҡайһы берәүҙәр яза срогы тамамланһа ла, ошо предприятиела эшкә ҡала.
Былтыр Кемерово өлкәһенең ҡаты режимлы колонияһында, мәҫәлән, лимонад етештереү цехы асылған. Унда балалар яратып эскән “Буратино”, “Дюшес”, “Лимонад”, “Колокольчик”, “Крем-сода”, ”Тархун”, “Яблочный аромат”, “Апельсиновый аромат” һәм кеүәҫтең бер нисә төрө етештерелә.
Липецк өлкәһендә аяҡ кейеме тегеү цехы эшләй башлаған. Хөкөм ителеүселәр унда Италия ҡорамалдарында сифатлы тауар етештерә.
Мәғлүмәттәр буйынса, былтыр холоҡ төҙәтеү урындарында 3043 яңы тауар етештереү ойошторолоп, йәмғеһе 26 мең эш урыны булдырылған. Ә бөтәһе 3,95 миллиард һумлыҡ продукцияны һатыуҙан 272,8 миллион һум табыш алынған.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан колонияларында етештереү күләме 200 миллион һумға артҡан. Тотҡондар барлығы бер миллиард 200 миллион һумлыҡ тауар сығарған. Айырыуса 7-се холоҡ төҙәтеү колонияһы яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Хеҙмәткә өс меңдән ашыу кеше йәлеп ителһә, көнлөк эш хаҡы 243 һум тәшкил иткән. Һаҡ аҫтындағыларҙың ауыл хужалығы аҙығын әҙерләүҙә өлөшө арта. Былтыр улар баҫыуҙарҙа 250 миллион һумлыҡ бәрәңге, йәшелсә етештергән. Йәнә металл эшкәртеү, еңел индустрия, төҙөлөш материалдары тармағында, һаҡ аҫтына алынғандарҙы йөрөтөү өсөн машиналар йыйыу, радиоактив ҡалдыҡтарҙы һаҡлау өсөн контейнерҙар эшләйҙәр.
Хеҙмәт һәр ваҡыт кешене тәрбиәләүсе, үҫтереүсе сара булып ҡала. Хөкөм ителгәндәр эш хаҡына бурысын түләй, сөнки улар араһында тап ошо арҡала бында килеп эләккәндәр бихисап. Икенселәре кемгәлер килтергән зыянын ҡаплай, өсөнсөләре иһә аҡса туплай.
Ә бына төрмә предприятиеларында хеҙмәт хаҡы, үкенескә ҡаршы, әллә ни шәптән тип булмай. Мәҫәлән, Ханты-Манси автономиялы округында тотҡондарҙың уртаса эш хаҡы 338 һум булған. Төрмә етәкселеге бының үтә аҙ булыуы хаҡындағы мәсьәләне бер нисә тапҡыр күтәреп сыҡһа ла, ул һаман хәл ителмәй. Дөрөҫ, яҡшы эш хаҡы булған колониялар ҙа юҡ түгел. Әммә улары аҙ. Шуға ла бөгөн бындай учреждениеларҙа етештереү, хеҙмәт хаҡын арттырыу йәһәтенән төрлө проекттар ҡарала. Яңы ҡарар яңы мөмкинлектәр булдырыр тип көтөлә.