Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Инженерҙар – беҙҙең арала
Инженерҙар – беҙҙең арала Асыштарҙы, эҙләнеү-тәжрибәләрҙе ниндәйҙер ғалимдар, бөйөк шәхестәр исеме менән бәйләргә күнеккәнбеҙ. Уйлай китһәк, инженерҙар, уйлап табыусылар халыҡ араһында ла күп бит ул. Һүҙ ҙә юҡ, улар кешелекте бөтә сирҙәрҙән бер юлы ҡотҡарыусы дарыу сығармаған, ваҡыт арауығында сәйәхәт итеүсе машиналар ҙа эшләмәгән. Уның ҡарауы, бындай “халыҡ инженерҙары”ның да асыштары юҡ-юҡта кәрәк булмаҫ, тимә.

Ишембай районының Ибрай ауылы “Кулибин”ы Тәлғәт (урындағы халыҡ уны Миңлейәр тип белә) Ибраһимов хаҡында бынан бер нисә йыл элек яҙып сыҡҡайныҡ инде. Бер ҡулы зәғифләнеп ҡалған был ағай, мәҫәлән, трактор яһап алған. Техникаһы үҙе сәсә, үҙе ура, үҙе тейәп ебәрә тигәндәй. Бер генә шарт – яғыулыҡтан айырма. Тракторҙан башҡа ла Тәлғәт-Миңлейәрҙең баш менән ҡул эштәре емеше өй һәм ихата тулы. Һәр хәлдә, ул кешегә: “Бысыш, тейәш, өйөш, ҡаҙыш…” – тип инәлеп йөрөмәй. Элекке механизатор бөтә эште ҡулайлаштырып алған.
Шул уҡ райондың Әхмәр ауылы егете Наил Әминев иһә – һөнәре буйынса ашнаҡсы. Шулай ҙа уны ауылдаштары аш-һыу бүлмәһендә түгел, ә тимер-томор араһында оҫта тип белә. Йәш “Кулибин” да трактор эшләгән, еңел автомобиль нигеҙендә “вертлюга” (оҙон арбалы машина) яһаған. Үҙ техникаһы ярҙамында бөтә эште башҡара ала. Улай ғына ла түгел, хәҙер Наил “вертлюга”ға заказ­дарҙан өҙөлмәй.
Был юлы йәнә Ишембайҙа йәшәүсе бер эҙәрмән хаҡында һөйләп үтке килә. Әлбиттә, тәүге ике геройымдан айырма­лы, Азат Мәхмүтовтың һөнәри инженер­лыҡ белеме бар – Д. Менделеев исемен­дәге Рәсәй химия-технология университетында уҡыған ул. Әммә бөгөн тәжрибә үҙәгендә лә эшләмәй, асыштарға ҡорол­ған диссертация яҡларға ла тормай, шул уҡ ваҡытта уның ҡылығы уйландырмай ҡалмай.
Азат менән бер нисә йыл элек иркенләп аралашырға насип булды. Ике сәғәткә һуҙылған сәфәр ваҡытында, дөрөҫөн генә әйткәндә, юлдашымдың һөйләгәндәренән ялҡып та бөткәйнем инде. Ул һөйләй, мин тыңлайым. Эстән генә: “Фантазер!” – тип киләм. Иң ҡыҙығы шул: Азаттың ул саҡтағы һүҙҙәре тураһында илдә “Инженерҙар кәрәк!” тигән лозунг ҡалҡып сыҡҡас ҡына уйлана башланым. Бер нисә йыл элек булған иғтибарһыҙлыҡ хәҙер егеттең үҙен эҙләтте (хәйер, бер мин генәме ни, илдә иғтибарҙан төшөп ҡалған башлыларҙы эҙләү киң ҡолас алды).
Атап әйткәндә, Азат шәхси йортоноң ҡыйығын “ҡояш батареялары” менән ҡапларға йыйына ине. Бөгөн эшен тамамлау алдында икән ул. Шул батареялары ярҙамында инженер өйөндәге көнкүреш техникаһын буштан килгән ток менән тәьмин итергә уйлай, ғөмүмән, электр селтәренән, бөтөнләй үк булмаһа ла, баш тартырға хыяллана. Ғәмәлдә, 4 киловатлыҡ 250 батарея көнө буйы ҡояш нурҙарынан көс алып тора, кис шул энергия ярҙамында көнкүреш техникаһын эшләтә. Тәү ҡарашҡа, ысынлап та, фантастика шул.
– Был ысул сит илдә әллә ҡасандан бирле киң ҡулланыла. Иң мөһиме – аҡланған, – тип бәхәсләшә Азат. – Ошо хаҡта күптән уйланып йөрөй инем, бер көн тоттом да Бөйөк Британиянан әлеге батареяларҙы ҡайтарттым...
“Беҙ бит Африкала йәшәмәйбеҙ, йылына ҡарап, һигеҙ айға тиклем һуҙылған ҡыш миҙгелендә батареяға түгел, күңелгә лә ҡояш нурҙары еткереп булмай”, – тиерһегеҙ. Тик был йәһәттән Азат барыһын да иҫәпләгән, уйлаған. Ҡояш нурҙарының ҡышын етешмәүен генә түгел, өй башына ҡар яуыуҙы ла күҙ уңында тотҡан ул. Хәйер, инженер бит, бөгөн ҡороп ҡуйған батареяларының иртәгә үк ҙур энергетика ойошмаларын “фәҡирләндерә” башлауына иҫәп тотмай.
– Ун ике-ун биш йылдан һуң ғына проект аҡланасаҡ һәм минең файҙаға эшләй башлаясаҡ, – ти Азат.
Ун биш йыл! Аҙ ғүмер түгел. Әммә тотороҡло иҡтисад нигеҙе шул йыраҡ киләсәккә ҡарап күҙаллауға ҡоролған түгелме ни? Бер проектта иҡтисад буйынса ла, экология йәһәтенән дә яуап табып була һымаҡ. Тик бына егеттәрҙең эшенә ваҡытында иғтибар итергә өйрәнергә кәрәктер. Инженерҙар – беҙҙең арала, йәмәғәт!





Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә