Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡулдары алтын кеүек
Ҡулдары алтын кеүек Зәлифә һәм Рәмил Билаловтар боронғо кәсепте заманса­лаштырған. Был йәш ғаилә менән танышмаҫ элек үк уларҙың биҙәп эшләнгән, айырыуса зауыҡлы йыуыныу ҡоролмаһын күреп һоҡланғайным. Була бит ғәжәп кешеләр! Береһе – ағас оҫтаһы, икенсеһе – рәссам! Бер-береһен тулыландырып торған йәштәр ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай – үҙ эштәрен асып ебәргән. Рәмил Ғәлиәхмәт ауылы егете булһа, Зәлифә – Учалы районы ҡыҙы. Егет Сибай политехник колледжын тамамлап, әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң, милицияла ике йыл эшләп алған. Шунан һуң инде эшҡы­уарлыҡҡа тотонорға тәүәккәлләгән дә инде.

– Колледжда уҡығанда таштар менән ҡыҙыҡһындым. Беҙгә заказ биреп, уларҙан төрлө әйбер яһата торғай­ны­лар. Уҡып та, оҫтаханала эшләп тә йөрөнөм. Ауылға ҡайтҡас, таш беҙҙең ерлек өсөн бигерәк ауыр һәм ҡый­бат шөғөл булыр тип, ағасҡа тотондом. Район хаки­миә­тенән маҡсатлы программа буйынса 300 мең һум аҡса­лата ярҙам алып, кәрәкле ҡорамалдар хәстәрләнем. Кәләшем менән бер уҡыу йортонда белем алғас, ҡараш­та­рыбыҙ, һайлаған һөнәр­ҙә­ребеҙ ҙә бер иш тиерлек. Ул Аҡъяр тау колледжы китап­ха­наһында эшләп декретҡа сыҡты. Әле миңә ярҙам итә – һүрәт төшөрә. Ағастың кип­кәнен алам, ул ышаныслыраҡ була, – ти уңған хужа.
“Аҡъегет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫталары бына дүрт йыл инде заказ буйынса һандыҡтар, карауаттар, балалар өсөн өҫтәл, ултыр­ғыс, шкафтар, йыуыныу урыны, аш бүлмәһе өсөн кә­рәк-яраҡ, бал тәпәне, уйын­сыҡтар, эт оялары, гөл өсөн аҫлыҡтар, сәңгелдәктәр һәм башҡа күп төрлө әйберҙәрҙе яһап, һатыуға сығара. Ғәлиәх­мәт ауылына балалар май­ҙансығы эшләп ҡуйғандар. Зәлифә иренә бар яҡлап ярҙам итергә тырыша, уның йыһаздарына күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, күбәләк­тәр, хатта малайҙар өсөн машиналар, йәнһүрәт герой­ҙарын төшөрә. Билаловтар эшләгән әйберҙәрҙәге бындай сағыу, үҙенсәлекле биҙәктәр һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.
Йәш ғаилә Яҙгөл һәм Ил­һам исемле балалар үҫтерә. Яңыраҡ ҡына район үҙәгендә йорт һалып сыҡҡандар.
Билаловтар әйтеүенсә, һандыҡ өсөн кәмендә бер аҙна ваҡыт кәрәк. Кипте­рел­гән әҙер ҡарағай таҡталарҙан станок ярҙамында һандыҡты эшләгәс, уны йышып шымарталар. Зәлифә тәүҙә һүрәт төшөрөп, буяуҙар менән биҙәп сыға. Һүрәт кипкәс, йәнә бер нисә ҡат буярға кәрәк.
– Хәҙер йортта һандыҡҡа бигүк урын табылып етмәй ке­үек, шуға күрә беҙ был йы­һазды заманға яраҡ­лаштырып, журнал өҫтәле рәүешендә эшләйбеҙ. Уны диван янына ҡуйырға ла була, – ти Рәмил.





Автор: Айгизә АСҠАРОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә