Зәлифә һәм Рәмил Билаловтар боронғо кәсепте замансалаштырған. Был йәш ғаилә менән танышмаҫ элек үк уларҙың биҙәп эшләнгән, айырыуса зауыҡлы йыуыныу ҡоролмаһын күреп һоҡланғайным. Була бит ғәжәп кешеләр! Береһе – ағас оҫтаһы, икенсеһе – рәссам! Бер-береһен тулыландырып торған йәштәр ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай – үҙ эштәрен асып ебәргән. Рәмил Ғәлиәхмәт ауылы егете булһа, Зәлифә – Учалы районы ҡыҙы. Егет Сибай политехник колледжын тамамлап, әрмелә хеҙмәт иткәндән һуң, милицияла ике йыл эшләп алған. Шунан һуң инде эшҡыуарлыҡҡа тотонорға тәүәккәлләгән дә инде. – Колледжда уҡығанда таштар менән ҡыҙыҡһындым. Беҙгә заказ биреп, уларҙан төрлө әйбер яһата торғайнылар. Уҡып та, оҫтаханала эшләп тә йөрөнөм. Ауылға ҡайтҡас, таш беҙҙең ерлек өсөн бигерәк ауыр һәм ҡыйбат шөғөл булыр тип, ағасҡа тотондом. Район хакимиәтенән маҡсатлы программа буйынса 300 мең һум аҡсалата ярҙам алып, кәрәкле ҡорамалдар хәстәрләнем. Кәләшем менән бер уҡыу йортонда белем алғас, ҡараштарыбыҙ, һайлаған һөнәрҙәребеҙ ҙә бер иш тиерлек. Ул Аҡъяр тау колледжы китапханаһында эшләп декретҡа сыҡты. Әле миңә ярҙам итә – һүрәт төшөрә. Ағастың кипкәнен алам, ул ышаныслыраҡ була, – ти уңған хужа.
“Аҡъегет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте оҫталары бына дүрт йыл инде заказ буйынса һандыҡтар, карауаттар, балалар өсөн өҫтәл, ултырғыс, шкафтар, йыуыныу урыны, аш бүлмәһе өсөн кәрәк-яраҡ, бал тәпәне, уйынсыҡтар, эт оялары, гөл өсөн аҫлыҡтар, сәңгелдәктәр һәм башҡа күп төрлө әйберҙәрҙе яһап, һатыуға сығара. Ғәлиәхмәт ауылына балалар майҙансығы эшләп ҡуйғандар. Зәлифә иренә бар яҡлап ярҙам итергә тырыша, уның йыһаздарына күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр, күбәләктәр, хатта малайҙар өсөн машиналар, йәнһүрәт геройҙарын төшөрә. Билаловтар эшләгән әйберҙәрҙәге бындай сағыу, үҙенсәлекле биҙәктәр һәр кемдең иғтибарын йәлеп итә.
Йәш ғаилә Яҙгөл һәм Илһам исемле балалар үҫтерә. Яңыраҡ ҡына район үҙәгендә йорт һалып сыҡҡандар.
Билаловтар әйтеүенсә, һандыҡ өсөн кәмендә бер аҙна ваҡыт кәрәк. Киптерелгән әҙер ҡарағай таҡталарҙан станок ярҙамында һандыҡты эшләгәс, уны йышып шымарталар. Зәлифә тәүҙә һүрәт төшөрөп, буяуҙар менән биҙәп сыға. Һүрәт кипкәс, йәнә бер нисә ҡат буярға кәрәк.
– Хәҙер йортта һандыҡҡа бигүк урын табылып етмәй кеүек, шуға күрә беҙ был йыһазды заманға яраҡлаштырып, журнал өҫтәле рәүешендә эшләйбеҙ. Уны диван янына ҡуйырға ла була, – ти Рәмил.