Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡсаны – матрас аҫтына...
Хәтерләйһегеҙҙер, 2014 йылдың ахыры яҡынлашып килгәндә, халыҡ һаҡлаған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн күпләп күсемһеҙ милек, автомобиль, көнкүреш техникаһы һатып ала башланы.

Стәрлетамаҡта бүлмәһен һатырға йыйынған бер танышыма хатта Мәскәүҙән дә шылтыратып бөттөләр ул саҡта. Ә ҡуйылған хаҡ көнләп түгел, сәғәтләп үҫә башланы һымаҡ. Әммә танышым да йүләр түгел бит, бүлмәһен һатыр ҙа, тик бына аҡсаһы янһа, ни ҡылыр? Шуға Интернет селтәрен гиҙергә сығарған иғландарын тиҙ генә йыйып алды ул.
Автомобилдәр салоны ла һатыу буйынса бер ай эсендә ике йыллыҡ планын үтәне лә ҡуйҙы, ә мутыраҡтар, шау-шыуҙы үҙ файҙаһына бороп, “тимер ат” хаҡына йәнә “ат хаҡы” өҫтәне. Шулай уҡ бер сама туплап ҡуйған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн икенсе бер танышым Башҡортостанда машина таба алмай, Силәбе өлкәһендәге салондан һатып алды хатта. Бигерәк тә шуныһы ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс: кис телефондан һорашҡанда автомобиль өсөн бер хаҡ һораһалар, иртән барыуға “тимер ат” ун процентҡа ҡыйбатланып торғайны. Яңы хаҡ ҡуйылғанын да алыуы еңел булманы әле.
Көнкүреш техникаһы һатҡан магазиндар иһә бөтөнләй ит-һөт баҙарын хәтерләтте. Баҙап ҡалған халыҡ һыуытҡыс-телевизорҙарҙы талашып алып бөттө. Шул саҡта үҙәк телеканалдан бер хәстәрлекле ирҙе күрһәткәйнеләр: һигеҙ телевизор һатып алғайны ул…
Әлбиттә, бындай ҡылыҡҡа кешеләр осраҡлы барманы. Әсе тәжрибә бар бит: үткән быуаттың билдәле “туҡһанынсы”ларында банкта йылдар буйы һаҡлаған аҡсаһын юғалтҡандар күп булды. Мотоциклға тип йыйған аҡсаһына бер ағай ике буханка икмәк һатып алды.
…Һумдың тотороҡһоҙлоғо арҡаһында яңы 2016 йыл еткәс тә кешеләр йәнә көнкүреш техникаһы магазиндарына йүгергән. Ғинуарҙа шулай уҡ телевизор һәм һыуытҡыстарға ихтыяж артҡан. Әлбиттә, 2014 йыл аҙағындағы һымаҡ бер юлы һигеҙ телевизор алыусылар юҡ, уның ҡарауы, быйыл халыҡ күбеһенсә көнкүреш техникаһын кредитҡа ала икән. Ошо рәүешле нисек тә булһа аҡсаһын һаҡларға тырышалар.
Тик бына Рәсәй банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецов бындай ҡылыҡ­тарҙан арынырға саҡыра. Уның фекеренсә, аҡса һаҡлайым тип кешеләрҙең бөлгөнлөккә төшөүе ихтимал. Йәнәһе лә, кредитҡа күпләп әйбер һатып алып, иҡтисади тотороҡһоҙ мәлдә эшеңде юғалтһаң, түләй алмауың ихтимал. Ил халҡының иҡтисади аңын түбән тип баһалаған Швецов әфәнде аҡсаны мөмкин тиклем йыйып барырға, атап әйткәндә, “ҡара көнгә” һаҡларға кәңәш итә. Әммә белемһеҙ халыҡҡа һумдарын матрас аҫтында һаҡларғамы ни? Һумдың ҡапыл осһоҙланыуы, һалған аҡсаны кире ҡайтара алмай аҙапланыу банктарға булған ышанысты кәметә бит. Шулай ҙа Швецовтың бер фекере менән бәхәсләшеп булмай: халыҡҡа ла, чиновниктарға ла иҡтисади белемен, аңын камиллаштырыу, ысынлап та, артыҡ булмаҫ.




Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә