Аҡсаны – матрас аҫтына...23.02.2016
Хәтерләйһегеҙҙер, 2014 йылдың ахыры яҡынлашып килгәндә, халыҡ һаҡлаған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн күпләп күсемһеҙ милек, автомобиль, көнкүреш техникаһы һатып ала башланы.
Стәрлетамаҡта бүлмәһен һатырға йыйынған бер танышыма хатта Мәскәүҙән дә шылтыратып бөттөләр ул саҡта. Ә ҡуйылған хаҡ көнләп түгел, сәғәтләп үҫә башланы һымаҡ. Әммә танышым да йүләр түгел бит, бүлмәһен һатыр ҙа, тик бына аҡсаһы янһа, ни ҡылыр? Шуға Интернет селтәрен гиҙергә сығарған иғландарын тиҙ генә йыйып алды ул.
Автомобилдәр салоны ла һатыу буйынса бер ай эсендә ике йыллыҡ планын үтәне лә ҡуйҙы, ә мутыраҡтар, шау-шыуҙы үҙ файҙаһына бороп, “тимер ат” хаҡына йәнә “ат хаҡы” өҫтәне. Шулай уҡ бер сама туплап ҡуйған аҡсаһын юғалтмаҫ өсөн икенсе бер танышым Башҡортостанда машина таба алмай, Силәбе өлкәһендәге салондан һатып алды хатта. Бигерәк тә шуныһы ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс: кис телефондан һорашҡанда автомобиль өсөн бер хаҡ һораһалар, иртән барыуға “тимер ат” ун процентҡа ҡыйбатланып торғайны. Яңы хаҡ ҡуйылғанын да алыуы еңел булманы әле.
Көнкүреш техникаһы һатҡан магазиндар иһә бөтөнләй ит-һөт баҙарын хәтерләтте. Баҙап ҡалған халыҡ һыуытҡыс-телевизорҙарҙы талашып алып бөттө. Шул саҡта үҙәк телеканалдан бер хәстәрлекле ирҙе күрһәткәйнеләр: һигеҙ телевизор һатып алғайны ул…
Әлбиттә, бындай ҡылыҡҡа кешеләр осраҡлы барманы. Әсе тәжрибә бар бит: үткән быуаттың билдәле “туҡһанынсы”ларында банкта йылдар буйы һаҡлаған аҡсаһын юғалтҡандар күп булды. Мотоциклға тип йыйған аҡсаһына бер ағай ике буханка икмәк һатып алды.
…Һумдың тотороҡһоҙлоғо арҡаһында яңы 2016 йыл еткәс тә кешеләр йәнә көнкүреш техникаһы магазиндарына йүгергән. Ғинуарҙа шулай уҡ телевизор һәм һыуытҡыстарға ихтыяж артҡан. Әлбиттә, 2014 йыл аҙағындағы һымаҡ бер юлы һигеҙ телевизор алыусылар юҡ, уның ҡарауы, быйыл халыҡ күбеһенсә көнкүреш техникаһын кредитҡа ала икән. Ошо рәүешле нисек тә булһа аҡсаһын һаҡларға тырышалар.
Тик бына Рәсәй банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецов бындай ҡылыҡтарҙан арынырға саҡыра. Уның фекеренсә, аҡса һаҡлайым тип кешеләрҙең бөлгөнлөккә төшөүе ихтимал. Йәнәһе лә, кредитҡа күпләп әйбер һатып алып, иҡтисади тотороҡһоҙ мәлдә эшеңде юғалтһаң, түләй алмауың ихтимал. Ил халҡының иҡтисади аңын түбән тип баһалаған Швецов әфәнде аҡсаны мөмкин тиклем йыйып барырға, атап әйткәндә, “ҡара көнгә” һаҡларға кәңәш итә. Әммә белемһеҙ халыҡҡа һумдарын матрас аҫтында һаҡларғамы ни? Һумдың ҡапыл осһоҙланыуы, һалған аҡсаны кире ҡайтара алмай аҙапланыу банктарға булған ышанысты кәметә бит. Шулай ҙа Швецовтың бер фекере менән бәхәсләшеп булмай: халыҡҡа ла, чиновниктарға ла иҡтисади белемен, аңын камиллаштырыу, ысынлап та, артыҡ булмаҫ.