Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тимергә йән өрә
Нисә тапҡыр ҡабатлаһаң да, “Йүнсел йүнен табыр” тигән әйтемдең мәғәнәһе иҫкермәй, сөнки тап уңғандар менән ил көслө, ғаиләләр ныҡлы, балалар арҡалы…

Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән Булат Иштанов пилорама булдырған. Тәү күргәндә ағас бысыу ҡоролмаһын һатып алған тип уйлаһаҡ, баҡһаң, бөтә нәмәне лә үҙ ҡулы менән эшләгән икән.
– Бында әҙер бер нәмә лә юҡ, барыһын да тимерҙе ҡыр­ҡып, ялғап, иретеп йәбештереп үҙем яһаным. Атайым Юныс Рәхимйән улы, ҡустым ныҡ ярҙам итте. Ғөмүмән, атайым беҙҙе бала саҡтан бөтә нәмәгә өйрәтте. Х класта уҡығанда тәҙрә өлгөләре эшләй инем, – ти ул.
Пилорамаһы өсөн еҫе аңҡып торған яңы таҡталарҙан сынъ­яһау итеп әүәҫлек әҙерләгән оҫтаның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ағастан төрлө әйберҙәр, тимерҙән иретеп йәбештереп мунса мейестәре эшләй, йорттарға торба үткәрә, газ йылытҡыстары ҡуя. Атаһы һәм игеҙәге Морат менән бура бурап һаталар. Булат тураһында бер туған апайҙары Фәйрүзә Үтәбаева былай тине:
– Ул бәләкәйҙән эшкә яуаплы ҡараны. Нимәгә тотонһа, шуны ихлас итеп башҡарҙы.
Иштановтарҙың “Т-40” һәм “ЮМЗ” тракторҙары, тейәгестәре бар. Йәй көндәре үҙҙәренә етерлек бесән әҙерләгәс, кешегә эшләп, аҡса табалар. Ҡул ҡаушырып ултырмай ауыл кешеһе, шунһыҙ йәшәп булмай.
– Киләһе йәйгә, Алла бирһә, шлаклы блок эшләргә ниәт­ләйем. Килеп сыҡһа, һатыуға сығарырға инде иҫәп. Әле көндәр һыуыҡ торғанда умарталар яһау менән мәшғүлмен. Киләсәктә күс алып, ҡорт тота башларға хыялланам, – тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты Булат.
Ауылда эшһеҙлек проблемаһы көнүҙәк, әлбиттә. Быны һәр кем үҙенсә хәл итә. Кемдер Себер тарафтарына юллана, ҡайһылары унда киткән хәлдә лә, алданып, бер тинһеҙ ҡайтып килә, өсөнсөләре төшөнкөлөккә бирелеп, проблеманы сисеү юлын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шешә төбөндә күрә… Ә заман һынауҙарына бирешмәй, үҙ көсөнә ышанып, ғаиләмде ҡарайым тип йән атып торған ауыл кешеһе тик маҡтауға лайыҡ. Һәр замандың үҙ ауырлығы була. Иң мөһиме – бөгөлгәндә лә һынмаҫҡа!






Автор: Айгизә АСҠАРОВА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә