Тимергә йән өрә09.02.2016
Нисә тапҡыр ҡабатлаһаң да, “Йүнсел йүнен табыр” тигән әйтемдең мәғәнәһе иҫкермәй, сөнки тап уңғандар менән ил көслө, ғаиләләр ныҡлы, балалар арҡалы…
Йәнтеш ауылында тыуып үҫкән Булат Иштанов пилорама булдырған. Тәү күргәндә ағас бысыу ҡоролмаһын һатып алған тип уйлаһаҡ, баҡһаң, бөтә нәмәне лә үҙ ҡулы менән эшләгән икән.
– Бында әҙер бер нәмә лә юҡ, барыһын да тимерҙе ҡырҡып, ялғап, иретеп йәбештереп үҙем яһаным. Атайым Юныс Рәхимйән улы, ҡустым ныҡ ярҙам итте. Ғөмүмән, атайым беҙҙе бала саҡтан бөтә нәмәгә өйрәтте. Х класта уҡығанда тәҙрә өлгөләре эшләй инем, – ти ул.
Пилорамаһы өсөн еҫе аңҡып торған яңы таҡталарҙан сынъяһау итеп әүәҫлек әҙерләгән оҫтаның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ағастан төрлө әйберҙәр, тимерҙән иретеп йәбештереп мунса мейестәре эшләй, йорттарға торба үткәрә, газ йылытҡыстары ҡуя. Атаһы һәм игеҙәге Морат менән бура бурап һаталар. Булат тураһында бер туған апайҙары Фәйрүзә Үтәбаева былай тине:
– Ул бәләкәйҙән эшкә яуаплы ҡараны. Нимәгә тотонһа, шуны ихлас итеп башҡарҙы.
Иштановтарҙың “Т-40” һәм “ЮМЗ” тракторҙары, тейәгестәре бар. Йәй көндәре үҙҙәренә етерлек бесән әҙерләгәс, кешегә эшләп, аҡса табалар. Ҡул ҡаушырып ултырмай ауыл кешеһе, шунһыҙ йәшәп булмай.
– Киләһе йәйгә, Алла бирһә, шлаклы блок эшләргә ниәтләйем. Килеп сыҡһа, һатыуға сығарырға инде иҫәп. Әле көндәр һыуыҡ торғанда умарталар яһау менән мәшғүлмен. Киләсәктә күс алып, ҡорт тота башларға хыялланам, – тип үҙенең пландары менән уртаҡлашты Булат.
Ауылда эшһеҙлек проблемаһы көнүҙәк, әлбиттә. Быны һәр кем үҙенсә хәл итә. Кемдер Себер тарафтарына юллана, ҡайһылары унда киткән хәлдә лә, алданып, бер тинһеҙ ҡайтып килә, өсөнсөләре төшөнкөлөккә бирелеп, проблеманы сисеү юлын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шешә төбөндә күрә… Ә заман һынауҙарына бирешмәй, үҙ көсөнә ышанып, ғаиләмде ҡарайым тип йән атып торған ауыл кешеһе тик маҡтауға лайыҡ. Һәр замандың үҙ ауырлығы була. Иң мөһиме – бөгөлгәндә лә һынмаҫҡа!