Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йәштәр Атаутамаҡта төпләнә
Йәштәр Атаутамаҡта төпләнә Атау йылғаһы буйында, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Таймый ауылы райондағы алдынғы хужалыҡтарҙан иҫәпләнгән “Йүрүҙән” совхозының бер бүлексәһе булған. Бөгөн иһә ул – үҙ биләмәһендә алты ауылды берләштереп торған хакимиәт үҙәге. Үҙ агрофирмаһы, мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары, китапханалары, балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты булған кескәй дәүләт ул. Ауылдың бөгөнгө хәле һәм көнкүреше хаҡында Таймый ауыл биләмәһе башлығы Ильяс МИНҺАЖЕВ менән әңгәмәләштек.

– Ильяс Ғәбит улы, күреүебеҙсә, ауыл район үҙәгенән йыраҡ урынлашһа ла, бында тормош гөрләп тора…
– Үҙгәртеп ҡороу йылдарын беҙҙең халыҡ ауыр үткәреп ебәрһә лә, яңы тормошҡа ҡулайлашты, бирешмәне. Агрофирма – халыҡтың йәшәйешен тәьмин иткән ойошма. Күптәр бюджет өлкәләрендә, АЛПУ-ла эшләй, ситтә вахта ысулы менән йөрө­гәндәр ҙә етерлек. Бөгөн ауыл биләмәһендә уңышлы хеҙмәт иткән фермер хужалыҡтары бар. Бигерәк тә Валерик Хисаметдинов, Юлай Айытов, Айбулат Шәрәфиев, Гөлсөм Минһажеваларҙың хужалыҡтары маҡтауға лайыҡ. Биләмәлә ҡортсолоҡ менән шөғөл­ләнгәндәр ҙә бихисап. Камил Ғәниев, Радик Йәғ­ләмүнов, Ризуан Низаметдинов, Альберт Йәнгиров – бик шәп умартасылар. Шулай уҡ шәхси эшҡы­уарҙар магазин асып, халыҡты көндәлек тауар менән тәьмин итә. Лариса Кобякова, Алиса Ахунова, Рөстәм Әхмәтовтарҙың магазин-киоскыларына халыҡ ҙур теләк менән йөрөй.
– Эшҡыуарҙар ауылдың тормошонда әүҙем ҡатнашамы?
– Төрлө байрамдарға әҙерләнгәндә бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтеүҙә лә, экологик өмәләрҙә һәм башҡа эштәрҙә лә уларҙың ярҙамы ҙур. Филүзә Фазлыева, Филүзә Шакирова, Динә Ҡуйбәкова, Гөлсөм Минһажева һәм башҡалар ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй.
– Күп кенә ауылдарҙа йәштәр тыуған ерҙә­рендә ҡалмай, ситкә китә. Һеҙҙең биләмәлә хәлдәр нисек?
– Әлбиттә, был – бик киҫкен проблема. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, тыуған ауылдарында төпләнгән йәштәр һирәк. Әммә гөрләтеп донъя көткән йәш ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Бигерәк тә Атаутамаҡта күптәр ер алып, йорт һала.
– Бөгөн ауыл хакимиәтенең үҙ ҡарамағындағы ауылдарын ҡарарға матди хәле етерлекме?
– Нисек кенә булмаһын, ауылдарҙы тәр­типтә тоторға тырышабыҙ. Юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу, газ үткәреү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек эштәр һәр ваҡыт беренсе урында. 2-се Иҙелбайҙа Йәштәр һәм Мәктәп урамдарында яҡтылыҡ булдырылды, Урмантау, Ташауыл һәм Атаутамаҡ, Таймый ауылдары юлдарына ремонт яһаныҡ. Үҙебеҙҙең өр-яңы тракторыбыҙ бар. Йәйен өмәләр эшләргә, юл ремонтлағанда һәм ҡышын ҡар таҙартҡанда ул бик уңайлы. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа АЛПУ, агрофирма техникаһы һәм ауыл уңғандары Рәшит Йомағужин, Айҙар Ғуфранов ярҙам итә.
– Биләмәлә ниндәй проблемалар киҫкен тора?
– Әлбиттә, юл мәсьәләһе. Иҙелбайға илткәне насар. Былтыр йылға аша, боҙ өҫтөнә таҡталар һалып, баҫма эшләгәйнек, быйыл да нығыттыҡ. Шулай уҡ Тау урамына сыға торған күпер иҫкергән. Уны киләһе йылға планға кереткәнбеҙ. Урмантау, Ташауыл, Иҙелбай халҡы “зәңгәр яғыулыҡ” инде­реүҙе һорай. Халыҡтың 28 проценты газ менән тәьмин ителгән. Мәҙәниәт йортона ла газ үткәрергә кәрәк.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!

Лиана МӨҒИНОВА
әңгәмәләште.




Район: Салауат районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә