Атау йылғаһы буйында, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Таймый ауылы райондағы алдынғы хужалыҡтарҙан иҫәпләнгән “Йүрүҙән” совхозының бер бүлексәһе булған. Бөгөн иһә ул – үҙ биләмәһендә алты ауылды берләштереп торған хакимиәт үҙәге. Үҙ агрофирмаһы, мәктәптәре, мәҙәниәт йорттары, китапханалары, балалар баҡсаһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты булған кескәй дәүләт ул. Ауылдың бөгөнгө хәле һәм көнкүреше хаҡында Таймый ауыл биләмәһе башлығы Ильяс МИНҺАЖЕВ менән әңгәмәләштек. – Ильяс Ғәбит улы, күреүебеҙсә, ауыл район үҙәгенән йыраҡ урынлашһа ла, бында тормош гөрләп тора…
– Үҙгәртеп ҡороу йылдарын беҙҙең халыҡ ауыр үткәреп ебәрһә лә, яңы тормошҡа ҡулайлашты, бирешмәне. Агрофирма – халыҡтың йәшәйешен тәьмин иткән ойошма. Күптәр бюджет өлкәләрендә, АЛПУ-ла эшләй, ситтә вахта ысулы менән йөрөгәндәр ҙә етерлек. Бөгөн ауыл биләмәһендә уңышлы хеҙмәт иткән фермер хужалыҡтары бар. Бигерәк тә Валерик Хисаметдинов, Юлай Айытов, Айбулат Шәрәфиев, Гөлсөм Минһажеваларҙың хужалыҡтары маҡтауға лайыҡ. Биләмәлә ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә бихисап. Камил Ғәниев, Радик Йәғләмүнов, Ризуан Низаметдинов, Альберт Йәнгиров – бик шәп умартасылар. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар магазин асып, халыҡты көндәлек тауар менән тәьмин итә. Лариса Кобякова, Алиса Ахунова, Рөстәм Әхмәтовтарҙың магазин-киоскыларына халыҡ ҙур теләк менән йөрөй.
– Эшҡыуарҙар ауылдың тормошонда әүҙем ҡатнашамы?
– Төрлө байрамдарға әҙерләнгәндә бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтеүҙә лә, экологик өмәләрҙә һәм башҡа эштәрҙә лә уларҙың ярҙамы ҙур. Филүзә Фазлыева, Филүзә Шакирова, Динә Ҡуйбәкова, Гөлсөм Минһажева һәм башҡалар ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй.
– Күп кенә ауылдарҙа йәштәр тыуған ерҙәрендә ҡалмай, ситкә китә. Һеҙҙең биләмәлә хәлдәр нисек?
– Әлбиттә, был – бик киҫкен проблема. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған ауылдарында төпләнгән йәштәр һирәк. Әммә гөрләтеп донъя көткән йәш ғаиләләр ҙә юҡ түгел. Бигерәк тә Атаутамаҡта күптәр ер алып, йорт һала.
– Бөгөн ауыл хакимиәтенең үҙ ҡарамағындағы ауылдарын ҡарарға матди хәле етерлекме?
– Нисек кенә булмаһын, ауылдарҙы тәртиптә тоторға тырышабыҙ. Юлдарҙы төҙөкләндереү, һыу, газ үткәреү, урамдарҙы яҡтыртыу кеүек эштәр һәр ваҡыт беренсе урында. 2-се Иҙелбайҙа Йәштәр һәм Мәктәп урамдарында яҡтылыҡ булдырылды, Урмантау, Ташауыл һәм Атаутамаҡ, Таймый ауылдары юлдарына ремонт яһаныҡ. Үҙебеҙҙең өр-яңы тракторыбыҙ бар. Йәйен өмәләр эшләргә, юл ремонтлағанда һәм ҡышын ҡар таҙартҡанда ул бик уңайлы. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙа АЛПУ, агрофирма техникаһы һәм ауыл уңғандары Рәшит Йомағужин, Айҙар Ғуфранов ярҙам итә.
– Биләмәлә ниндәй проблемалар киҫкен тора?
– Әлбиттә, юл мәсьәләһе. Иҙелбайға илткәне насар. Былтыр йылға аша, боҙ өҫтөнә таҡталар һалып, баҫма эшләгәйнек, быйыл да нығыттыҡ. Шулай уҡ Тау урамына сыға торған күпер иҫкергән. Уны киләһе йылға планға кереткәнбеҙ. Урмантау, Ташауыл, Иҙелбай халҡы “зәңгәр яғыулыҡ” индереүҙе һорай. Халыҡтың 28 проценты газ менән тәьмин ителгән. Мәҙәниәт йортона ла газ үткәрергә кәрәк.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Лиана МӨҒИНОВА
әңгәмәләште.