Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Тәүҙә халыҡтың күңелен яулау мөһим
Яҡташыбыҙ Мөнир Рәхмәтуллинды тәүҙә төҙөлөш фирмаһы етәксеһе булараҡ ҡына белә инек. Райондың йөҙөн билдәләүсе күп кенә объекттар уның тырышлығы менән булдырылған. Бөгөн ошо коллектив төҙөгән социаль-мәҙәни үҙәктә, мәҫәлән, республика күләмендәге саралар уҙғарыла.

Ләкин егеттең эшлеклелеге төҙөлөшкә генә ҡайтып ҡалмай. 2009 йылдың октябрендә ул аҫрау­ға йөҙ баш мал алып, “Инйәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторғайны. Бөгөн был хужа­лыҡта эштәр көйлө бара. “500 ферма” республика маҡсатлы програм­маһы буйынса сафҡа ингән мал­сылыҡ комплексы халыҡты сифатлы ит һәм һөт менән тәьмин итә. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙә етеш­терел­гән аҙыҡ-түлек ышаныслыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә. Сит илдә уны нисек эшләгәндәрен ҡайҙан беләһең? Заманында Голландияла үҫтерел­гән картуфты ла, организм өсөн зыянлы мат­дәләр менән тулты­рыл­ған “Буш боттары”н да аша­ныҡ. Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек ин­дереүҙе тыйыу ҡулланыу­сы­ларҙы айырыуса ҡыуандырҙы. Тик бындай мөмкинлектән файҙа­лана белергә кәрәк. Мөнир Рәх­мәтуллин кеүек тәүәккәлдәр ошо хаҡ­та уйлана ла инде. Район үҙә­гендә һөт һәм ит эшкәртеү цехы асы­лыуы – шул ынтылыш һөҙөмтәһе.
Күптән түгел район хакимиәте башлығы Александр Комзалов предприятиелағы эш торошо менән ҡыҙыҡһынды. Ярымфабрикаттар етештереү цехының ҡеүәте әлегә ҙур булмаһа ла, бында продукцияны төрләндереп тороуҙы маҡсат итеп ҡуялар.
– Баҙар шарттарына яраҡла­шырға, йәғни халыҡты ниндәй аҙыҡ-түлек ҡыҙыҡһындырыуын белеп торорға тырышабыҙ, – ти цехта эшләүсе Эльвира Рәх­мәтова, Аэлита Рәхмәтуллина һәм Мәрйәм Йомаҙилова.
Халыҡ бит тәбиғи ризыҡты хуп күрә, шуға күрә цехта ризыҡты заманса ҡорамалдар менән генә түгел, ҡулдан да әҙерләйҙәр.
– Хәҙер һатып алыусы бик талапсан, – ти Мөнир Зөлфәр улы. – Башта уның күңелен яуларға кәрәк. Тәмле, сифатлы һөт ризыҡ­тары ғына үҙ ҡулланыусыһын юғалтмай – беҙ тап шуға ынты­ла­быҙ. Әлегә продукцияны район үҙәгендәге бер нисә сауҙа нөктә­һенә, күрше Белорет районына, ауылдарға тәҡдим итәбеҙ, бәй­ләнештәр булдырабыҙ. Насар тип әйтмәҫ инем. Яйлап ҡына үҙе­беҙҙең клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ. Тимәк, беҙгә ышаналар, һынатырға тейеш түгелбеҙ.
Бағыусыларҙы атағанда Мөнир Зөлфәр улының исеме һәр саҡ яңғырай. Ниндәй генә байрамды алма, матди ярҙам һорап башта уға мөрәжәғәт итәләр. Тыуған төйәген матур итеп күреү теләге менән янып йәшәй яҡташыбыҙ.




Автор: Э. СӘФӘРОВА. Район: Архангел районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә