Тәүҙә халыҡтың күңелен яулау мөһим02.02.2016
Яҡташыбыҙ Мөнир Рәхмәтуллинды тәүҙә төҙөлөш фирмаһы етәксеһе булараҡ ҡына белә инек. Райондың йөҙөн билдәләүсе күп кенә объекттар уның тырышлығы менән булдырылған. Бөгөн ошо коллектив төҙөгән социаль-мәҙәни үҙәктә, мәҫәлән, республика күләмендәге саралар уҙғарыла.
Ләкин егеттең эшлеклелеге төҙөлөшкә генә ҡайтып ҡалмай. 2009 йылдың октябрендә ул аҫрауға йөҙ баш мал алып, “Инйәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойошторғайны. Бөгөн был хужалыҡта эштәр көйлө бара. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһы буйынса сафҡа ингән малсылыҡ комплексы халыҡты сифатлы ит һәм һөт менән тәьмин итә. Ни тиһәң дә, үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек ышаныслыраҡ та, ҡәҙерлерәк тә. Сит илдә уны нисек эшләгәндәрен ҡайҙан беләһең? Заманында Голландияла үҫтерелгән картуфты ла, организм өсөн зыянлы матдәләр менән тултырылған “Буш боттары”н да ашаныҡ. Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйыу ҡулланыусыларҙы айырыуса ҡыуандырҙы. Тик бындай мөмкинлектән файҙалана белергә кәрәк. Мөнир Рәхмәтуллин кеүек тәүәккәлдәр ошо хаҡта уйлана ла инде. Район үҙәгендә һөт һәм ит эшкәртеү цехы асылыуы – шул ынтылыш һөҙөмтәһе.
Күптән түгел район хакимиәте башлығы Александр Комзалов предприятиелағы эш торошо менән ҡыҙыҡһынды. Ярымфабрикаттар етештереү цехының ҡеүәте әлегә ҙур булмаһа ла, бында продукцияны төрләндереп тороуҙы маҡсат итеп ҡуялар.
– Баҙар шарттарына яраҡлашырға, йәғни халыҡты ниндәй аҙыҡ-түлек ҡыҙыҡһындырыуын белеп торорға тырышабыҙ, – ти цехта эшләүсе Эльвира Рәхмәтова, Аэлита Рәхмәтуллина һәм Мәрйәм Йомаҙилова.
Халыҡ бит тәбиғи ризыҡты хуп күрә, шуға күрә цехта ризыҡты заманса ҡорамалдар менән генә түгел, ҡулдан да әҙерләйҙәр.
– Хәҙер һатып алыусы бик талапсан, – ти Мөнир Зөлфәр улы. – Башта уның күңелен яуларға кәрәк. Тәмле, сифатлы һөт ризыҡтары ғына үҙ ҡулланыусыһын юғалтмай – беҙ тап шуға ынтылабыҙ. Әлегә продукцияны район үҙәгендәге бер нисә сауҙа нөктәһенә, күрше Белорет районына, ауылдарға тәҡдим итәбеҙ, бәйләнештәр булдырабыҙ. Насар тип әйтмәҫ инем. Яйлап ҡына үҙебеҙҙең клиенттарыбыҙ барлыҡҡа килеүенә шатбыҙ. Тимәк, беҙгә ышаналар, һынатырға тейеш түгелбеҙ.
Бағыусыларҙы атағанда Мөнир Зөлфәр улының исеме һәр саҡ яңғырай. Ниндәй генә байрамды алма, матди ярҙам һорап башта уға мөрәжәғәт итәләр. Тыуған төйәген матур итеп күреү теләге менән янып йәшәй яҡташыбыҙ.