Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Бер тоҡ “эш хаҡы”
…Колхозда эшләп йөрөгән өлкән йәштәге ағай тоҡ күтәреп килеп инде. — Бына бер бот аҡса алып ҡайттым әле, — тип үҙе йылмайған була. Ни ҡылаһың, эш хаҡын “тоҡлап” алырға мәжбүр 1998 йыл бит, аптырамаҫһың, туҡмаслата булһа ла, ҡамасауламаҫ.

Эйе, хәтәр көрсөк ине ул йылда. Ярай әле, атай мәрхүм булған­лыҡ­тан беҙгә пенсия аҡсаһы (ҡараусыһын юғалтыу буйынса) килеп тора. Хәтерләйем, ҡайһы бер ғаиләләрҙә хатта ваҡыты менән икмәккә лә ҡытлыҡ булып китә ине. Һөткә он алыштырыуға үҙем шаһит була торғайным. Ауылда ит-бәрәңгеһе бар ҙа ул, бына ил сәнәғәте бөтөнләй тиерлек туҡтап ҡалыу арҡаһында завод эшселәрен арыу ғына бөлгөнлөккә төшөрҙө көрсөк. Барыһы ла һумдың “ирекле йөҙөү”гә китеүе һөҙөмтәһендә инде.
Ул йылды бик үк иҫкә төшөрөргә яратмаһаҡ та, тарихтың ҡабатла­ныуы ла ихтимал. Был хаҡта Мәс­кәүҙә үткән сираттағы Гайдар форумында Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов үҙе еткерҙе.
– Әгәр ҙә федераль бюджет макроиҡтисад шарттарына яраҡ­лаша алмаһа, сығымдар 1998 йыл­дағы һымаҡ халыҡ елкәһенә ята­саҡ, — тип белдерҙе чиновник.
Ғәмәлдә шул: нефть һатҡан аҡсаға ғына ашарға өйрәнгәнлек­тән арынырға ваҡыт, юғиһә хәлдәр насарайып китмәксе. Ана бит, шул уҡ сарала икенсе, иҡтисади үҫеште етәкләгән министр әйтеүенсә, “ҡара алтын”дың ҡара хаҡы тиҫтә йылдарға һуҙылыуы ихтимал. Ә арыныу, билдәле булыуынса, шунан ғибәрәт: етештереү, үҫтереү, бюджетты ҡыҫҡартыу. Һуңғы аҙым тиҙ эшләнһә лә (бюджет сығым­да­рын йәнә 10 процентҡа ҡыҫ­ҡартыу көтөлә), ҡалғандарын бер көн эсендә башҡарып сығыу мөм­кин түгел бит, ат егеп сығып ки­теүме ни? Хәйер, ат егеүгә тиң­ләгәндә лә, йә дуға тейешле урында тормай, йә арба тәгәрмә­сенә һәнәк һабы тығыусылар табылып ҡына тора шул. Хәйер, һүҙем ул хаҡта түгел, нисек кенә булмаһын, эшләргә өйрәнергә кәрәк буласаҡ, йәмәғәт.
Тик шуныһы аптырата: ни өсөн бынан ун һигеҙ, һигеҙ йыл элек булған көрсөктәрҙән һабаҡ алынманы, ни өсөн тейешле кешеләр нефткә хаҡ кәмеү ихтималы тура­һында уйланманы? Рәсәй Хөкү­мәте Рәйесе Дмитрий Медведев тарафынан, әлбиттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, банктарға ярҙам буйынса байтаҡ әйтелде. Тик бизнес эш хаҡын йәнә “тоҡта” түләмәгәйе... Ғөмүмән, ниндәйҙер етди реформалар хаҡында ла ишетке килә ине бит иҡтисади форумда…


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә