Бер тоҡ “эш хаҡы”26.01.2016
…Колхозда эшләп йөрөгән өлкән йәштәге ағай тоҡ күтәреп килеп инде. — Бына бер бот аҡса алып ҡайттым әле, — тип үҙе йылмайған була. Ни ҡылаһың, эш хаҡын “тоҡлап” алырға мәжбүр 1998 йыл бит, аптырамаҫһың, туҡмаслата булһа ла, ҡамасауламаҫ.
Эйе, хәтәр көрсөк ине ул йылда. Ярай әле, атай мәрхүм булғанлыҡтан беҙгә пенсия аҡсаһы (ҡараусыһын юғалтыу буйынса) килеп тора. Хәтерләйем, ҡайһы бер ғаиләләрҙә хатта ваҡыты менән икмәккә лә ҡытлыҡ булып китә ине. Һөткә он алыштырыуға үҙем шаһит була торғайным. Ауылда ит-бәрәңгеһе бар ҙа ул, бына ил сәнәғәте бөтөнләй тиерлек туҡтап ҡалыу арҡаһында завод эшселәрен арыу ғына бөлгөнлөккә төшөрҙө көрсөк. Барыһы ла һумдың “ирекле йөҙөү”гә китеүе һөҙөмтәһендә инде.
Ул йылды бик үк иҫкә төшөрөргә яратмаһаҡ та, тарихтың ҡабатланыуы ла ихтимал. Был хаҡта Мәскәүҙә үткән сираттағы Гайдар форумында Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов үҙе еткерҙе.
– Әгәр ҙә федераль бюджет макроиҡтисад шарттарына яраҡлаша алмаһа, сығымдар 1998 йылдағы һымаҡ халыҡ елкәһенә ятасаҡ, — тип белдерҙе чиновник.
Ғәмәлдә шул: нефть һатҡан аҡсаға ғына ашарға өйрәнгәнлектән арынырға ваҡыт, юғиһә хәлдәр насарайып китмәксе. Ана бит, шул уҡ сарала икенсе, иҡтисади үҫеште етәкләгән министр әйтеүенсә, “ҡара алтын”дың ҡара хаҡы тиҫтә йылдарға һуҙылыуы ихтимал. Ә арыныу, билдәле булыуынса, шунан ғибәрәт: етештереү, үҫтереү, бюджетты ҡыҫҡартыу. Һуңғы аҙым тиҙ эшләнһә лә (бюджет сығымдарын йәнә 10 процентҡа ҡыҫҡартыу көтөлә), ҡалғандарын бер көн эсендә башҡарып сығыу мөмкин түгел бит, ат егеп сығып китеүме ни? Хәйер, ат егеүгә тиңләгәндә лә, йә дуға тейешле урында тормай, йә арба тәгәрмәсенә һәнәк һабы тығыусылар табылып ҡына тора шул. Хәйер, һүҙем ул хаҡта түгел, нисек кенә булмаһын, эшләргә өйрәнергә кәрәк буласаҡ, йәмәғәт.
Тик шуныһы аптырата: ни өсөн бынан ун һигеҙ, һигеҙ йыл элек булған көрсөктәрҙән һабаҡ алынманы, ни өсөн тейешле кешеләр нефткә хаҡ кәмеү ихтималы тураһында уйланманы? Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев тарафынан, әлбиттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, банктарға ярҙам буйынса байтаҡ әйтелде. Тик бизнес эш хаҡын йәнә “тоҡта” түләмәгәйе... Ғөмүмән, ниндәйҙер етди реформалар хаҡында ла ишетке килә ине бит иҡтисади форумда…