Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡуяндың да холҡо бар
Ҡуяндың да холҡо бар Йорт ҡуяндарын аҫрау беренсе ҡарашҡа еңел күренһә лә, бик үк ябай эш түгел. Быға беҙ Малик Мөхәмәтйәновтың хужалығына барғас инандыҡ.

Хужаның йорт ҡуяндары аҙбарында бөтәһе лә уйлап эшләнелгән. Рәшәткә артында хужа “фландер”, “бабочка” тоҡомло йәш ҡуяндарҙы урынлаштырған. Аталары бер-береһенән айырым сит­лектәрҙә аҫрала.
– Бергә урынлаштырһаң, һуғышалар, бер-береһен үлтереүҙәре лә ихтимал, – ти Малик Нафиҡ улы, беҙгә 14 кило­г­рам­лыҡ ҙур ҡуянды күрһәтеп.
Ҡуян аҙбарын, вольерҙы, ситлектәрҙе хужа үҙе эшләгән. Шешҡолаҡтарҙың таҙалыҡ яратыуы, дымлылыҡты һәм үтә елде һөйһөнмәүен билдәләне. Шуға ла аҙнаһына бер тапҡыр ситлектәрен таҙартып сығара, көн дә йыйыштыра. Бер нисә мәртәбә тикшерә, таҙа һыу һала, үҙҙәрен нисек тойоуын күҙәтә.
Ҡуяндар арпа, һоло, бойҙай, бесән, сөгөлдөр кеүек йәшелсәне ярата. Бешкән картуф менән көрпә ҡатнашмаһын да ихлас ашайҙар. Кипкән икмәк, ағас ботаҡ­тары – уларҙың яратҡан аҙығы. Бындай ризыҡтан йорт ҡуяндарының ауырлығы тәүлегенә 35-әр грамға тиклем арта.
Рәсимә Сәләх ҡыҙы иренә ҡуяндарҙы ҡарашырға ярҙам итә. Уларҙы дауалай, прививкалар яһай.
Ҡуян үрсетеү менән дүртенсе йыл шөғөлләнә улар. Тәжрибә тиҙ тупланмай, әлбиттә. Бер ваҡыт уларға ата ҡуян урынына инәһен һатыуҙарын көлөп һөйлә­неләр. Әсәләренең һөтө етмәгәндә, балаларын шприцтан ашатҡан осраҡтары ла булған.
– Эйе, мөғжизәләр күп булды, – ти Малик Нафиҡ улы. – Туғандарыбыҙ эштән баш тартырға өндәһә лә, был һөнәр минең күңелемә хуш килде.
Ирле-ҡатынлы Мөхәмәтйәновтарҙың башҡа бер нисә шөғөлө лә бар. Рәсимә Сәләх ҡыҙы сәскәләр үҫтерергә, бәйләргә, макраме үрергә ярата, хор дәрестәренә, саңғыла йөрөй. Һауа торошон күҙәтеүе уға баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ярҙам итә. Хужабикә үрсетмә, иртә куль­тураларҙы ваҡытын белеп кенә түтәлдәргә ултырта. Өҫтәүенә аш-һыуға ла оҫта. Ҡуян итенән ризыҡ әҙерләүҙә уға еткән кеше юҡтыр.
Малик Нафиҡ улы элек көрәш менән мауыҡҡан, әле лә иртән физик күнегеүҙәр эшләй.
– Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?! Өйҙә бөтәһе лә имен, яратҡан балалар, ейәндәр, туғандар эргәлә, күңелгә яҡын шөғөл диванда тик ятырға ирек бирмәй. Ҡуян үрсетергә уйлаһағыҙ, түҙемле булырға кәрәк, – тине Малик Нафиҡ улы.





Автор: Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә