Йорт ҡуяндарын аҫрау беренсе ҡарашҡа еңел күренһә лә, бик үк ябай эш түгел. Быға беҙ Малик Мөхәмәтйәновтың хужалығына барғас инандыҡ.Хужаның йорт ҡуяндары аҙбарында бөтәһе лә уйлап эшләнелгән. Рәшәткә артында хужа “фландер”, “бабочка” тоҡомло йәш ҡуяндарҙы урынлаштырған. Аталары бер-береһенән айырым ситлектәрҙә аҫрала.
– Бергә урынлаштырһаң, һуғышалар, бер-береһен үлтереүҙәре лә ихтимал, – ти Малик Нафиҡ улы, беҙгә 14 килограмлыҡ ҙур ҡуянды күрһәтеп.
Ҡуян аҙбарын, вольерҙы, ситлектәрҙе хужа үҙе эшләгән. Шешҡолаҡтарҙың таҙалыҡ яратыуы, дымлылыҡты һәм үтә елде һөйһөнмәүен билдәләне. Шуға ла аҙнаһына бер тапҡыр ситлектәрен таҙартып сығара, көн дә йыйыштыра. Бер нисә мәртәбә тикшерә, таҙа һыу һала, үҙҙәрен нисек тойоуын күҙәтә.
Ҡуяндар арпа, һоло, бойҙай, бесән, сөгөлдөр кеүек йәшелсәне ярата. Бешкән картуф менән көрпә ҡатнашмаһын да ихлас ашайҙар. Кипкән икмәк, ағас ботаҡтары – уларҙың яратҡан аҙығы. Бындай ризыҡтан йорт ҡуяндарының ауырлығы тәүлегенә 35-әр грамға тиклем арта.
Рәсимә Сәләх ҡыҙы иренә ҡуяндарҙы ҡарашырға ярҙам итә. Уларҙы дауалай, прививкалар яһай.
Ҡуян үрсетеү менән дүртенсе йыл шөғөлләнә улар. Тәжрибә тиҙ тупланмай, әлбиттә. Бер ваҡыт уларға ата ҡуян урынына инәһен һатыуҙарын көлөп һөйләнеләр. Әсәләренең һөтө етмәгәндә, балаларын шприцтан ашатҡан осраҡтары ла булған.
– Эйе, мөғжизәләр күп булды, – ти Малик Нафиҡ улы. – Туғандарыбыҙ эштән баш тартырға өндәһә лә, был һөнәр минең күңелемә хуш килде.
Ирле-ҡатынлы Мөхәмәтйәновтарҙың башҡа бер нисә шөғөлө лә бар. Рәсимә Сәләх ҡыҙы сәскәләр үҫтерергә, бәйләргә, макраме үрергә ярата, хор дәрестәренә, саңғыла йөрөй. Һауа торошон күҙәтеүе уға баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә ярҙам итә. Хужабикә үрсетмә, иртә культураларҙы ваҡытын белеп кенә түтәлдәргә ултырта. Өҫтәүенә аш-һыуға ла оҫта. Ҡуян итенән ризыҡ әҙерләүҙә уға еткән кеше юҡтыр.
Малик Нафиҡ улы элек көрәш менән мауыҡҡан, әле лә иртән физик күнегеүҙәр эшләй.
– Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?! Өйҙә бөтәһе лә имен, яратҡан балалар, ейәндәр, туғандар эргәлә, күңелгә яҡын шөғөл диванда тик ятырға ирек бирмәй. Ҡуян үрсетергә уйлаһағыҙ, түҙемле булырға кәрәк, – тине Малик Нафиҡ улы.