Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “500 ферма”: әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ
Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “500 ферма” программаһында ҡатнашыусылар төҙөлөш-монтаж эштәре, ҡорамалдар, техника, мал аҙығы культуралары орлоғо, аҙыҡ өҫтәмәләре һатып алыу, яһалма ҡасырыу пункттарын йыһазландырыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса сығымдарҙы ҡаплау өсөн республика ҡаҙнаһынан 30-ҙан 90 процентҡа тиклем субсидия ала. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, республика етәкселеге программаны тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә.

Әле Башҡортостанда 350-нән ашыу малсылыҡ бинаһы яңыртылған. Программала ҡатнашыусылар 45 силос-сенаж ҡоролмаһы төҙөгән, 23 район өсөн тоҡомсолоҡ эшен ойоштороусы ике сервис үҙәге асылған, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 6,5 мең баш тоҡомло мал, 295 берәмек техника, 11 740 комплект ҡорамалдар һатып алынған. Яңыртылған фермаларҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла, хеҙмәт шарттары яҡшыртыла, йәштәр күпләп йәлеп ителә.
Һөтсөлөк фермаларының ҙур өлөшө әле тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмай. Ҡайһы берҙәре етештереүҙе бөтөнләй туҡтатты. Бындай хәл ҡорамалдарға һәм һөткә хаҡтарҙың тигеҙһеҙлегенә, малсылыҡты оҙаҡ йылдар финанслап еткермәүгә бәйле. “500 ферма” программаһының әһәмиәте был йәһәттән баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, Дәүләт Думаһы алға киткән илдәрҙәге кеүек тейешле закон ҡабул итһә, аҙыҡ-түлектең кибеттәге хаҡының яртыһы ауыл хужалығы етештереүсеһенә түләгәнгә тиң булыуын билдәләһә, мәсьәлә тамырынан үҙгәрер ине.
Ғәмәлдәге һөтсөлөк фермалары билдәле бер ҡеүәткә эйә. Ферма менән мәктәбе булған ауылдың киләсәге яҡты икәнлеген дә оноторға ярамай. Тап шуға күрә “500 ферма” программаһы мөһим иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостандың Һөтсөлөк союзы ҡуйған бурысҡа ярашлы, Башҡортостан дәүләт аграр университетының факультет-ара ғалимдар коллективы башҡа биш ойошма менән берлектә һөтсөлөк фермаларына технологик аудит үткәрә. Был сара ауыл хужалығы предприятиеһының һөт етештереү буйынса финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереүгә ҡорола. Ул ауыл хужалығы предприятиеһының хәле, резервтары һәм киләсәккә пландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу юлы менән һөт малсылығына ентекле анализ яһауҙы үҙ эсенә ала. Аудит нигеҙендә проблемалар асыҡлана, фермаларҙы техник һәм технологик яңыртыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерелә.
Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары 25 райондағы 70 һөтсөлөк фермаһында аудит үткәрҙе. Һәр объект буйынса яһалған һығымта ике өлөшкә бүленә. Тәүгеһендә хужалыҡ, малдарҙы аҫрау, ашатыу-эсереү, микроклимат, тиҙәкте йыйып, сығарып түгеү, мал аҙығы туплау һәм һаҡлау шарттары, һауын һыйырҙар, тоҡомло малдарҙың иҫәбен алыу, яһалма ҡасырыуҙы ойоштороу, малдар структураһы, һөт һауыу системаһын һәм технологияһын баһалау, йәш малды һимертеү кеүек йүнәлештәр буйынса дөйөм мәғлүмәт бирелә. Был бүлектә шулай уҡ йәйләүҙәрҙең торошо, ерҙе файҙаланыу структураһы, мал аҙығы, ветеринария саралары, менеджмент күрһәткестәре, һөттөң үҙҡиммәте һәм структураһы, малсылыҡ тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү анализлана. Икенсе өлөш тәҡдимдәрҙән тора. Уға һөт етештереү технологияһындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү саралары, фермаларҙы техник һәм технологик яңыртыу, оҙайлы үҫеш перспективалары буйынса тәҡдимдәр, яңыртыуҙан көтөлгән иҡтисади һөҙөмтә инә.
Аудит тәҡдимдәре файҙаланылған хужалыҡтарҙа уңыш күҙгә күренеп тора — мал һаны, һауым, тулайым етештереү арта һәм һөт сифаты яҡшыра. Бындай хужалыҡтар рәтенә Мәләүез районындағы Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативын, Стәрлетамаҡтағы “Рощинский” совхозын, Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы кооперативын, “Байбулат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, Иглин районындағы “Агротех”ты һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөтсөлөк фермаларының ҡайһы берҙәрендә белгестәр, зоотехниктар, ветеринарҙар, агрономдар, инженерҙар етмәй, зоотехник иҫәбе яйға һалынмаған, мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренең структураһы боҙолған, рационда, һөт һауыуҙа, уны таҙартыуҙа һәм һаҡлауҙа етешһеҙлектәр байтаҡ. Ошо мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән осраҡта уртаса һауым йылына 4 500 килограмм һәм унан күберәк тәшкил итер ине.
“500 ферма” программаһында ҡатнашҡан һөтсөлөк фермалары 2007—2010 йылдарҙа һалынған комплекстар менән берлектә республикала һөт етештереүҙең нигеҙен тәшкил итә. Олимпия чемпиондары ла һәүәҫкәрҙәр араһынан сыҡҡан кеүек, малсылыҡта ла ошондай нигеҙҙә һөт етештереү йәһәтенән ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуа.

Геннадий ЮХИН,
Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә