Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “500 ферма” программаһында ҡатнашыусылар төҙөлөш-монтаж эштәре, ҡорамалдар, техника, мал аҙығы культуралары орлоғо, аҙыҡ өҫтәмәләре һатып алыу, яһалма ҡасырыу пункттарын йыһазландырыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса сығымдарҙы ҡаплау өсөн республика ҡаҙнаһынан 30-ҙан 90 процентҡа тиклем субсидия ала. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, республика етәкселеге программаны тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүлә. Әле Башҡортостанда 350-нән ашыу малсылыҡ бинаһы яңыртылған. Программала ҡатнашыусылар 45 силос-сенаж ҡоролмаһы төҙөгән, 23 район өсөн тоҡомсолоҡ эшен ойоштороусы ике сервис үҙәге асылған, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 6,5 мең баш тоҡомло мал, 295 берәмек техника, 11 740 комплект ҡорамалдар һатып алынған. Яңыртылған фермаларҙа алдынғы технологиялар ҡулланыла, хеҙмәт шарттары яҡшыртыла, йәштәр күпләп йәлеп ителә.
Һөтсөлөк фермаларының ҙур өлөшө әле тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмай. Ҡайһы берҙәре етештереүҙе бөтөнләй туҡтатты. Бындай хәл ҡорамалдарға һәм һөткә хаҡтарҙың тигеҙһеҙлегенә, малсылыҡты оҙаҡ йылдар финанслап еткермәүгә бәйле. “500 ферма” программаһының әһәмиәте был йәһәттән баһалап бөткөһөҙ. Әлбиттә, Дәүләт Думаһы алға киткән илдәрҙәге кеүек тейешле закон ҡабул итһә, аҙыҡ-түлектең кибеттәге хаҡының яртыһы ауыл хужалығы етештереүсеһенә түләгәнгә тиң булыуын билдәләһә, мәсьәлә тамырынан үҙгәрер ине.
Ғәмәлдәге һөтсөлөк фермалары билдәле бер ҡеүәткә эйә. Ферма менән мәктәбе булған ауылдың киләсәге яҡты икәнлеген дә оноторға ярамай. Тап шуға күрә “500 ферма” программаһы мөһим иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә.
Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостандың Һөтсөлөк союзы ҡуйған бурысҡа ярашлы, Башҡортостан дәүләт аграр университетының факультет-ара ғалимдар коллективы башҡа биш ойошма менән берлектә һөтсөлөк фермаларына технологик аудит үткәрә. Был сара ауыл хужалығы предприятиеһының һөт етештереү буйынса финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереүгә ҡорола. Ул ауыл хужалығы предприятиеһының хәле, резервтары һәм киләсәккә пландары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе йыйыу юлы менән һөт малсылығына ентекле анализ яһауҙы үҙ эсенә ала. Аудит нигеҙендә проблемалар асыҡлана, фермаларҙы техник һәм технологик яңыртыу йәһәтенән тәҡдимдәр индерелә.
Башҡортостан дәүләт аграр университеты ғалимдары 25 райондағы 70 һөтсөлөк фермаһында аудит үткәрҙе. Һәр объект буйынса яһалған һығымта ике өлөшкә бүленә. Тәүгеһендә хужалыҡ, малдарҙы аҫрау, ашатыу-эсереү, микроклимат, тиҙәкте йыйып, сығарып түгеү, мал аҙығы туплау һәм һаҡлау шарттары, һауын һыйырҙар, тоҡомло малдарҙың иҫәбен алыу, яһалма ҡасырыуҙы ойоштороу, малдар структураһы, һөт һауыу системаһын һәм технологияһын баһалау, йәш малды һимертеү кеүек йүнәлештәр буйынса дөйөм мәғлүмәт бирелә. Был бүлектә шулай уҡ йәйләүҙәрҙең торошо, ерҙе файҙаланыу структураһы, мал аҙығы, ветеринария саралары, менеджмент күрһәткестәре, һөттөң үҙҡиммәте һәм структураһы, малсылыҡ тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү анализлана. Икенсе өлөш тәҡдимдәрҙән тора. Уға һөт етештереү технологияһындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү саралары, фермаларҙы техник һәм технологик яңыртыу, оҙайлы үҫеш перспективалары буйынса тәҡдимдәр, яңыртыуҙан көтөлгән иҡтисади һөҙөмтә инә.
Аудит тәҡдимдәре файҙаланылған хужалыҡтарҙа уңыш күҙгә күренеп тора — мал һаны, һауым, тулайым етештереү арта һәм һөт сифаты яҡшыра. Бындай хужалыҡтар рәтенә Мәләүез районындағы Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативын, Стәрлетамаҡтағы “Рощинский” совхозын, Саҡмағош районындағы “Базы” ауыл хужалығы кооперативын, “Байбулат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, Иглин районындағы “Агротех”ты һәм башҡаларҙы индерергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөтсөлөк фермаларының ҡайһы берҙәрендә белгестәр, зоотехниктар, ветеринарҙар, агрономдар, инженерҙар етмәй, зоотехник иҫәбе яйға һалынмаған, мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренең структураһы боҙолған, рационда, һөт һауыуҙа, уны таҙартыуҙа һәм һаҡлауҙа етешһеҙлектәр байтаҡ. Ошо мәсьәләләр ыңғай хәл ителгән осраҡта уртаса һауым йылына 4 500 килограмм һәм унан күберәк тәшкил итер ине.
“500 ферма” программаһында ҡатнашҡан һөтсөлөк фермалары 2007—2010 йылдарҙа һалынған комплекстар менән берлектә республикала һөт етештереүҙең нигеҙен тәшкил итә. Олимпия чемпиондары ла һәүәҫкәрҙәр араһынан сыҡҡан кеүек, малсылыҡта ла ошондай нигеҙҙә һөт етештереү йәһәтенән ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуа.
Геннадий ЮХИН,
Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры.