Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ауыл хәстәрлектәре менән йәшәйҙәр
Ауыл хәстәрлектәре  менән йәшәйҙәр Үткән быуаттың 70-се йылдарында ауылдарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында илдә “Сельэнерго” берләшмәләре ойошторолған. Заманы өсөн бик тә әһәмиәтле бурысты ғәмәлгә ашырған улар. Әммә үҙгәртеп ҡороуҙың иҡтисади ауырлыҡтары был тармаҡты ҡаҡшатты. Күп өлкәләрҙә ундай предприятиелар тарҡалды. Шулай ҙа беҙҙең республикалағылар, заман һынауҙарын үтеп, бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Федоровка районындағы “Сельэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шуларҙың береһе. Райондағы энергетика мәсьәләләре тулыһынса әлеге предприятие яуаплылығында.

Йәмғиәт электрҙы монтажлау, көйләү, контролләү, үлсәү, ток тапшырыусы һауа линияларын булдырыу менән шөғөл­ләнә, йылылыҡ-энергетика ресурстарын һөҙөмтәле файҙа­ланыуҙы тәьмин итә.
Предприятиела электр ҡорол­ма­ларын ремонтлауҙы яйға һалғандар. Үҙҙәре үк электротехник изделиелар, шул иҫәптән кабель эшләп сы­ғаралар. Етештереү ҡеүәт­тәрен арттырыу һәм заманса техно­логияларға нигеҙләнеп эшләү һөҙөмтәһендә хеҙмәт төрҙәрен киңәйтәләр. Предприятиеның бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тороуының сере нәҡ шунда. Икенсенән, “Сельэнерго” коллективы предприятиеның йәшә­йеше өсөн 32 йыл дауамында уның алыштырғыһыҙ етәксеһе булған Рафиҡ Солтанбәковҡа рәхмәтле.
Рафиҡ Ғәлимәрҙән улы йәм­ғиәттең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәй. Бында эш башлағансы ул Стәрле­та­маҡ­тағы синтетик каучук заводында, унан “Башколхозпроект” институтында өлкән инженер, әй­ҙәү­се инженер-электрик булып бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған. 1979 йыл­да “Сельэнерго” берләш­мәһенә баш инженер, йәнә бер нисә йылдан директор итеп тәғәйенләнгән. Тар­маҡтағы күп йыллыҡ фиҙа­кәр хеҙ­мәте өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы ми­нистр­лығының Рәхмәт хатына ла ла­йыҡ булған Рафиҡ Ғәлимәрҙән улы.
Директор үҙ эшендә юғары оҫта­лыҡҡа эйә булған бел­гес­тәргә таяна. Бында һәр хеҙ­мәткәр бер нисә һөнәргә эйә. Водитель-электриктар Василий Кукушкин, Илшат Хәмитов, электрик Олег Сидоров үҙ­ҙәренең тырышлығы менән күптәргә үрнәк. Байтаҡ йыл баш инженер булып эшләгән Леонтий Бабин, баш хисапсы Валентина Волкова, уның һө­нәрҙәше Нина Бургина кеүек­тәрҙең дә предприятиены үҫтереүгә индер­гән өлөшө ҙур баһаға лайыҡ. Бөгөн уларҙың барыһы ла хаҡлы ялда.
Энергетика тармағында замандың алдынғы ҡаҙаныш­тары, яңы техноло­гиялар киң ҡулланыла. Шуға хеҙмәт­кәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу хәстәрлеге күрелә, эшкә тәрән белемле йәштәр йәлеп ителә.
Уларҙың төп заказсылары — ауыл хужалығы пред­приятиелары, фермер хужалыҡ­тары, бюджет ойошмалары. Шәхси хужалыҡтарҙан да за­каздар күп. Предприя­тие­ның электротехник, төҙө­лөш-монтаж эштә­ренең төрлө­һөнә, проект-смета документтарын әҙер­ләүгә, контроль-үлсәү эштә­ренә, генераль подрядсы бу­лараҡ төҙөлөштәр алып ба­рыуға, биналарҙы ре­конс­трукциялауға һәм ремонт­лауға лицензияһы бар. Заказсылар уларҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
Әйтәйек, һуңғы осорҙа ғына Федоровка ауылында яңы төҙөлгән күп фатирлы йортто электр менән тәьмин итеү эшен башҡарғандар, урамдарҙы яҡ­тыртҡандар, ябай лампоч­каларҙы энергия һаҡлаусыға алыштырғандар. Былтыр ун ике миллион һумдан күберәк электр һуҙыу-монтажлау эштәре баш­ҡа­рылған. Контроль-үлсәү, энер­гия иҫәпләү приборҙары урынлаштырыу буйынса мөһим заказдар үтәлгән. Йәмғиәт район үҙәгендә бер торлаҡ йортто һәм “Родина” хужалығында малсы­лыҡ бинаһын ремонт­лауға өлгәшкән.
Заказдар ситтән дә килә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһындағы ике торлаҡ йортта электр мон­тажлауҙы уларға ышанып тапшырғандар. Быйыл район үҙә­гендәге урамдарҙы яҡтыр­тыуҙы берҙәм диспетчерлыҡ үҙәгенә көйләгәндәр. Әле энергия иҫәпләү приборҙарын, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыуға автоматик идара итеүсе электрон реле-таймерҙар урын­лаштырыуҙы теүәлләп киләләр. Район үҙәгендәге яңы биҫтәне электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн яңы трансформатор ярҙам­сы станцияһына тоташтырыу буйынса эш ҡыҙыу бара.
Коллектив райондың иҡти­сади-социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Хәйриә сараларынан да ситтә ҡалмайҙар. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына “Геройҙар аллеяһы”на декоратив яҡтыртҡыстар ҡуйғандар.
Ғөмүмән, “Сельэнерго” ауыл хәстәрлектәре менән йәшәй. Иң мөһиме – энергетика баҙа­рында уның үҙ йөҙө, лайыҡлы урыны бар.



Автор: Ғ. РАФИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә