Үткән быуаттың 70-се йылдарында ауылдарҙы электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу маҡсатында илдә “Сельэнерго” берләшмәләре ойошторолған. Заманы өсөн бик тә әһәмиәтле бурысты ғәмәлгә ашырған улар. Әммә үҙгәртеп ҡороуҙың иҡтисади ауырлыҡтары был тармаҡты ҡаҡшатты. Күп өлкәләрҙә ундай предприятиелар тарҡалды. Шулай ҙа беҙҙең республикалағылар, заман һынауҙарын үтеп, бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Федоровка районындағы “Сельэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шуларҙың береһе. Райондағы энергетика мәсьәләләре тулыһынса әлеге предприятие яуаплылығында. Йәмғиәт электрҙы монтажлау, көйләү, контролләү, үлсәү, ток тапшырыусы һауа линияларын булдырыу менән шөғөлләнә, йылылыҡ-энергетика ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуҙы тәьмин итә.
Предприятиела электр ҡоролмаларын ремонтлауҙы яйға һалғандар. Үҙҙәре үк электротехник изделиелар, шул иҫәптән кабель эшләп сығаралар. Етештереү ҡеүәттәрен арттырыу һәм заманса технологияларға нигеҙләнеп эшләү һөҙөмтәһендә хеҙмәт төрҙәрен киңәйтәләр. Предприятиеның бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тороуының сере нәҡ шунда. Икенсенән, “Сельэнерго” коллективы предприятиеның йәшәйеше өсөн 32 йыл дауамында уның алыштырғыһыҙ етәксеһе булған Рафиҡ Солтанбәковҡа рәхмәтле.
Рафиҡ Ғәлимәрҙән улы йәмғиәттең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып йәшәй. Бында эш башлағансы ул Стәрлетамаҡтағы синтетик каучук заводында, унан “Башколхозпроект” институтында өлкән инженер, әйҙәүсе инженер-электрик булып бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған. 1979 йылда “Сельэнерго” берләшмәһенә баш инженер, йәнә бер нисә йылдан директор итеп тәғәйенләнгән. Тармаҡтағы күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатына ла лайыҡ булған Рафиҡ Ғәлимәрҙән улы.
Директор үҙ эшендә юғары оҫталыҡҡа эйә булған белгестәргә таяна. Бында һәр хеҙмәткәр бер нисә һөнәргә эйә. Водитель-электриктар Василий Кукушкин, Илшат Хәмитов, электрик Олег Сидоров үҙҙәренең тырышлығы менән күптәргә үрнәк. Байтаҡ йыл баш инженер булып эшләгән Леонтий Бабин, баш хисапсы Валентина Волкова, уның һөнәрҙәше Нина Бургина кеүектәрҙең дә предприятиены үҫтереүгә индергән өлөшө ҙур баһаға лайыҡ. Бөгөн уларҙың барыһы ла хаҡлы ялда.
Энергетика тармағында замандың алдынғы ҡаҙаныштары, яңы технологиялар киң ҡулланыла. Шуға хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу хәстәрлеге күрелә, эшкә тәрән белемле йәштәр йәлеп ителә.
Уларҙың төп заказсылары — ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалыҡтары, бюджет ойошмалары. Шәхси хужалыҡтарҙан да заказдар күп. Предприятиеның электротехник, төҙөлөш-монтаж эштәренең төрлөһөнә, проект-смета документтарын әҙерләүгә, контроль-үлсәү эштәренә, генераль подрядсы булараҡ төҙөлөштәр алып барыуға, биналарҙы реконструкциялауға һәм ремонтлауға лицензияһы бар. Заказсылар уларҙың хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
Әйтәйек, һуңғы осорҙа ғына Федоровка ауылында яңы төҙөлгән күп фатирлы йортто электр менән тәьмин итеү эшен башҡарғандар, урамдарҙы яҡтыртҡандар, ябай лампочкаларҙы энергия һаҡлаусыға алыштырғандар. Былтыр ун ике миллион һумдан күберәк электр һуҙыу-монтажлау эштәре башҡарылған. Контроль-үлсәү, энергия иҫәпләү приборҙары урынлаштырыу буйынса мөһим заказдар үтәлгән. Йәмғиәт район үҙәгендә бер торлаҡ йортто һәм “Родина” хужалығында малсылыҡ бинаһын ремонтлауға өлгәшкән.
Заказдар ситтән дә килә. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһындағы ике торлаҡ йортта электр монтажлауҙы уларға ышанып тапшырғандар. Быйыл район үҙәгендәге урамдарҙы яҡтыртыуҙы берҙәм диспетчерлыҡ үҙәгенә көйләгәндәр. Әле энергия иҫәпләү приборҙарын, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыуға автоматик идара итеүсе электрон реле-таймерҙар урынлаштырыуҙы теүәлләп киләләр. Район үҙәгендәге яңы биҫтәне электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн яңы трансформатор ярҙамсы станцияһына тоташтырыу буйынса эш ҡыҙыу бара.
Коллектив райондың иҡтисади-социаль тормошонда әүҙем ҡатнаша. Хәйриә сараларынан да ситтә ҡалмайҙар. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына “Геройҙар аллеяһы”на декоратив яҡтыртҡыстар ҡуйғандар.
Ғөмүмән, “Сельэнерго” ауыл хәстәрлектәре менән йәшәй. Иң мөһиме – энергетика баҙарында уның үҙ йөҙө, лайыҡлы урыны бар.